Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ӘҘӘБИ БИТ
25 Ноябрь 2019, 17:38

РАДИК ХӘКИМЙӘН

Уҡыусыларыбыҙға Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылары Союзы ағзаһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған шағир, яҡташыбыҙ Радик Хәкимйәндең шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

БАШҠОРТОСТАН


Башҡортостан – минең тыуған илем,

Уралтауҙа тыуып үҫкәнмен,

Тәүге эҙем шунда ярылып ҡалған,

Саф шишмәләр һыуын эскәнмен.


Башҡортостан – минең тыуған илем,

Ал таңдарҙы һиндә күргәнмен,

Еркәйемдең йомартлығын татып,

Тәүге бураҙнамды һөргәнмен.


Күңелемә моңдар, яҡты хистәр

Шул тупраҡтан, һыуҙан ингән ул,

Башҡортостан – тиңлек, дуҫлыҡ иле,

Быуаттарҙан шулай килгән ул!


Башҡортостан, гүзәл гөлләмә һин,

Сәскә атһын барлыҡ гөлдәрең,

Халҡың азат, илдә муллыҡ булһын,

Нурлы булһын килер көндәрең!


Башҡортостан – “алтын” икмәк иле,

Даның китһен бөтә донъяға,

Киләсәккә яҡты өмөт бағлап,

Уралтауҙа ҡояш йылмая!!!

Уралтауҙа ҡояш йылмая!!!




БЕҘҘЕҢ ТЫУҒАН ЯҠ БИТ УЛ…


Беҙҙең яҡта ауылдарҙың

Исемдәре ҡыҙыҡлы,

Лапаҫ та бар, Ҡурғаш та бар,

Йыланлы һәм Туғыҙлы.


Арыҫлан да, Париж да бар,

Дүшәмбикә, Йүкәле,

Урағы ла, Яуыны ла,

Беҙҙең тыуған яҡ әле.


Ҡыйғы һыуы буйлап барһаң,

Ҡаршылар Сағир, Туҡай,

Яҡын дуҫтай ҡулын һуҙыр

Алағуз, Мәсәк, Абзай.


Мөғжизәләр төйәгелер:

Әбрәзәҡ, Ҡолбаҡ, Сүрбай.

Әй буйында балҡып ята

Ҡөлмәт, Мөхәмәт, Ибрай.


Һәр ауыл йәмле үҙенсә,

Гөл-сәскәнән ҡайылған.

Урман-тауҙарына күпме

Йәнлек, ҡоштар һыйынған.


Үрге Ҡыйғы, Түбән Ҡыйғы –

Ғорурлығы төбәктең,

Игеҙәктәр тойоп йәшәй

Бер-береһенең терәген!


Эш исемдә түгел бит ул,

Уларҙың есемендә,

Һәр тарафтың матурлығы

Үҫтергән емешендә!


Иген игә ҡыҙ-улдары,

Мал үрсетә, үҫтерә.

Изге ерем һәр береһенә

Бөтмәҫ ҡөҙрәт, көс бирә!


Ҡыйғы ере – йыр-моң иле,

Беҙҙең тыуған яҡ бит ул,

Һүнмәҫ даны, тарихы бар,

Үткән юлы хаҡ бит ул.


…Кешеләре уңған, тырыш

Мөғжизәле был ерҙең,

Уттай янып, балҡып йәшәй

Арттырып данын Илдең!!!

Арттырып данын Илдең!!!





ЭЙ, АСЫЛЫКҮЛ


Тылсымлы, сихри Асылыкүл

Һоҡландыра һәр кемде,

Һыуҙары саф, тәнгә шифа,

Наҙлай, нурлай күңелде!


Эй, Асылыкүл, эй, Асылыкүл,

Күлдәрҙең иң серлеһе,

Йыраҡтарҙан балҡып тора,

Гүйә – Ғаләм көҙгөһө!


Асылыкүл – әкиәт иле ул,

Еремдең – йөҙөк ҡашы,

Диңгеҙ кеүек йәйрәп ята,

Ынйылай һәр бер ташы.


Асылыкүлде кемдәр күргән,

Оҙаҡ йылдар һағыныр,

Һис онотмаҫ, түҙә алмаҫ,

Килеп күрер тағы бер!



БӘХЕТЕМ ДӘ, ЯРАМ ДА УЛ…

Ел тарай ҡылған баштарын,

Йүгерә һымаҡ дала,

Был яҡтарҙа тормош ҡырыҫ,

Ҡом-бурандары саба!


Ҡаҙаҡ иле – дауыл-елле,

Үҙәкте өҙә инде,

Мең-мең төрлө һынауҙарға

Кешеләр түҙә инде.


Ҡомо ҡайнар, эҫе йәйен,

Тәбиғәт мохтаж дымға,

Һәр тамсы һыуҙың ҡәҙерен

Беләләр шуға бында.


Ҡаҙаҡ халҡы ғүмер баҡый

Шул ерҙә тормош ҡорған,

”Ебәк юлы” үткән бынан

Донъялар төрлө булған!


Сал дала күргән барын да:

Ағын да, ҡыҙылын да,

Һалҡын ыжғыр бурандарҙы,

Ҡояштың ҡыҙыуын да!


…Ошо ерҙән киң Ғаләмгә

Ҡорос бөркөт юл ярҙы.

Байконурҙың һүнмәҫ даны

Бар донъяға таралды.


Мин дә байтаҡ юлдар үттем,

Ошо ҡомло далала,

Яҙмышымда – Байконур ул

Бәхетем дә, ярам да!!!

Бәхетем дә, ярам да!!!




ДИҢГЕҘ


Диңгеҙ шундай олпат, мөһәбәт ул,

Сабыр ҙа ул, хатта тыныс та,

Ҡайһы ваҡыт тулай, шаулай, ярһый,

Тик йәшәмәй һис тә бурысҡа.


Тулҡындарын ҡаяларға бәреп,

Көс-ҡеүәтен ҡайсаҡ күрһәтә,

Уның тәбиғәте, холҡо шундай,

Ел-дауылдар уны үҙгәртә!


Әллә күпме серҙәр һаҡлай диңгеҙ,

Ҡыйыуҙарҙы һәр саҡ үҙ итә,

Күпме байлыҡтарын өләшә ул,

Тәүәккәлдәр менән эш итә.


Дәрәжәһен белеп йәшәй диңгеҙ,

Юҡҡа-барға бармай “ҡабарып”,

Рәхмәтле ул шишмә-йылғаларға,

Сабыр тарта тормош карабын.


Көн-төн тынмай ярһып саба диңгеҙ,

Океандарға барып ҡушыла,

Бергәләшеп алға елдерәләр,

Терәк булып өлкән дуҫына!


Тырыш та бит – йылға, диңгеҙ, океан,

Бер туҡтауһыҙ аға һыуҙары,

Тик ғүмерҙәр дөрләп янып үтһен,

Ҡәҙерен белһәк ине беҙ уның!



НЫҠ БУЛ, КЕШЕМ!


Был тормошта һәр кемдең дә

Була ҡыйын саҡтары,

Көтмәгәндә боҙ-ямғырҙан

Һүнә ут-усаҡтары.


Кешеләргә ундай хәлдәр

Һалһа ла ауыр яра,

Тырыштар һәм уңғандар ул

Ҡабаттан усаҡ яға!


Хыял-өмөттәр һүнмәһә,

Еңелә ҡайғы-һағыш.

Мең-мең төрлө һынауҙарҙан

Торалыр беҙҙең яҙмыш?!



Тик көслө рухлыларҙы

Ай-ҡояш ҙурлай юлда,

Ныҡ бул кешем! Хаҡлыҡ өсөн,

Илкәйең өсөн яуҙа!

Илкәйең өсөн яуҙа!



ОҘОНАЙЫР ҒҮМЕРҘӘР


Ағас, гөлдәр ҙә бәхетле,

Орлоғон ҡойһа ергә,

Ҡылған ғәмәле кешенең

Тарала бөтөн илгә.


Тамыр, бөрө, япраҡ, емеш –

Ғүмерҙәрҙең ағышы,

Миҙгел, йылдар бик тиҙ уҙа –

Шулдыр кеше яҙмышы!


…Тормош көтөү – еңел түгел,

Ғүмерҙәр ҡыҫҡа ғына,

Оҙонайыр ғүмеркәйҙәр,

Изгелек ҡылһаң ғына!

Яҡшылыҡ ҡылһаң ғына!



ӘРНЕҮҘӘРЕМ АРТА


Быйыл көҙҙәр, никтер, иртә килде,

Оҙатмаған инек йәйҙәрҙе,

Көнө-төнө ҡоя ямғырҙары,

Көндәр һалҡындарға әйләнде.


Күҙгә күренеп һүнеп, уңып бөттө,

Балҡып, көлөп торған йәй йәме,

Япраҡтар ҙа иртә һарғайҙылар,

Ник миҙгелдәр үтә тиҙ әле?!

Ник ғүмерҙәр үтә тиҙ әле?!


Үҙәндәрҙә томан ята инде,

Аҡ ҡырауҙар төшкән үрҙәргә,

Тик көҙҙәрҙә була торған моңһоу,

Ҡаҙҙар ҡаңғылдаша күлдәрҙә.


Нисәнсе көҙ китә икән ҡаҙҙар?

Яҙын ҡайтыр улар әйләнеп,

Уҙған йылдар ғына кире ҡайтмай,

Ғүмерҙәр бит, тик бер мәл генә!!!


Һағышланам ғүмер ағышына

Ҡаҙҙар, ҡоштар киткән сағында.

Сәйер хистәр тула күңелемә,

Әрнеүҙәрем арта йәнемдә!

Әрнеүҙәрем арта йәнемдә!




НАСИП БУЛҺЫН


Был тормошто өҙөлөп яратһам да,

Еңел бирелмәне бер ни ҙә,

Бәхетемдең һәр бөртөгөн эҙләп,

Тирем түгеп таптым еремдән!


Ҡайғы-һағыштарым аҙ булманы,

Упҡын аша күпме үтелде,

Юғалтыуҙар мине сыныҡтырҙы,

Таш итмәне ләкин күңелде!


Уңыштарым килде һуңлап ҡына,

Сабыр булды йәнем, түҙемле,

Эҙләнеүҙәр, тырышлыҡтар менән

Ай-йылдарҙан сылбыр теҙелде.


Маҡсаттарым һәр саҡ алға илтте,

Йәшәү көсө ташты күңелдә,

Юлда күпме ел-дауылдар кистем,

Ил хәстәре булды иңемдә.


…Тауға үрләп, тыуған ерҙе биҙәп,

Өмөтөм бар әле йәшәргә,

Күктәр аяҙ, донъя имен торһон,

Насип булһын балҡып йәшнәргә,

Халҡым өсөн янып йәшәргә!!!



ТОРМОШ ИЛӘГЕ


Йылдарым ҡала ҡойолоп

Тормош иләге аша,

Шатлыҡтарым, ҡайғыларым

Юлыма сығып баҫа.


Әсеһе лә, сөсөһө лә,

Барыһы тик үҙемдеке,

Өлөшөмә төшкән улар,

Һорайҙар түҙемлекте.


Яҡшыһын да, яманын да

Елгәрә тормош –иләк,

Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрҙә

Матур йәшәргә кәрәк!


Алтындан ҡиммәт йылдарым –

Алыштырмаҫ хазинам,

Йөрәгемдә – иман нуры,

Киләсәккә табынам.


Ялҡынланып янһын утым

Үтһә лә йылдар ағып,

Изгелектәр эшләп ҡалайыҡ,

Яҡты үрҙәргә бағып.


Ваҡыт аты ашыҡһа ла,

Ҡулда ныҡ тот теҙгенде,

Өйрәтә тормош аңларға,

Насарлыҡты, изгене!


…Һүнмәһен әле ҡояшым,

Дауам итһен юлдарым,

Туҡталмаһын йыр-моңдарым,

Өҙөлмәһен йылдарым!

Өҙөлмәһен йылдарым!
Читайте нас: