Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ӘҘӘБИ БИТ
10 Декабрь 2019, 12:20

"Туған телемә - 100 аҙым"

«Беҙҙең Ҡыйғы» гәзите лә был сараға ихлас ҡушыла. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә һәм гәзит биттәрендә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙән мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.

Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙа «Туған телемә – 100 аҙым» проекты тормошҡа ашырыла башланы.
Яҙыусылар союзы башҡорт әҙәбиәтенең 100 әҫәре исемлеген төҙөгән. Улар уҡымлы, төрлө авторҙарҙыҡы, төрлө жанрҙа, төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
«Беҙҙең Ҡыйғы» гәзите лә был сараға ихлас ҡушыла. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә һәм гәзит биттәрендә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙән мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ.
Проект тураһында фекерҙәрегеҙҙе, әле ниндәй китап уҡыйһығыҙ, шул турала тәьҫораттарығыҙҙы, ҡайһы яҙыусы, шағир менән осрашырға теләр инегеҙ йәки осрашыу нисек үткәне тураһында яҙып ебәрегеҙ.
Проект дәүләт кимәлендә хупланғас, исемлеккә ингән китаптарҙы ауыл, мәктәп китапханаларына алып барып еткереү, кәрәк булһа, яңынан баҫтырыу, электрон вариантын сығарыу буйынса мәсьәләләр ҙә хәл ителер, тип ышанайыҡ.
Читайте нас: