Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Йыланлы ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Өфө мәктәп-интернатында уҡыуын дауам итә. 1952 йылдан алып Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем ала. Артабан “Совет Башҡортостаны” республика гәзите редакцияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, “Ағиҙел” журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, 1974–1983 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары була. 1992 йылдан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
ТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕ
Күргәнем бар минең
тол ҡатындар
бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
Күҙ алдымда минең бөгөн дә.)
Сәсрәп тора, улар бейегәндә,
күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар берсә көлә-көлә,
һыға-һыға берсә күҙ йәшен.
Ел-ямғырҙа талдар бөгөлә-һығыла
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла бейей
тол ҡатындар байрам залында.
Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,
етем яҙмыш өсөн тулышҡан;
бейей улар арып йығылғансы,
ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа…
Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар
бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
Күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә.)
Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә – шатлыҡ, күҙҙәрендә
әле булһа нәфрәт һаҡлана.
Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ һуғылғанда
Туҡ-туҡ – гүйә, улар иҫкәртәләр
фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ – гүйә, шулай раҫлай улар
еңә барыу көсөн тормоштоң.
Күргәнем бар... Сығып киткәнем бар
Ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
ах, күрмәһәм ине яңынан!
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Атланмағыҙ үтә үшән атҡа.
Аҡланмағыҙ: “Ваҡыт, һай, тығыҙ”.
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Бар минең дә выждан ҡаршыһында
аҡланғаным: “Ваҡыт, һай, тығыҙ”.
Әйләндем мин йәнә сабыйға.
ҡайттым бына, ҡайттым тағы ла.
Шулай булмай, ҡайтһа, ҡайһығыҙ?
Атлап инеү булды буҫағамды,
юҡҡа сыҡты бөтә ҡайғылар.
Эргәмдә тик, тоғро дуҫтар булып,
Инде әйтмәм: “Ваҡыт, һай, тығыҙ…”
Йән көйҙөргөс донъя ваҡлыҡтары
Кемдәрҙеңдер ғәйбәт, ялаһынан
күңелемдә ҡалған юшҡындар
әсәйемдең алсаҡ ҡарашынан
ыуалып, иреп, йыуылып аҡтылар.
Ә кешеләр… улар башҡасараҡ
Ҡыйыуҙыр тип уйлап йөрөгәнем
ул бары тик яҙмыш ҡулындағы
Ҡурҡаҡтыр тип уйлап йөрөгәнем
ер уйылһа, дуҫҡа күпер булып
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Өй артында миләш юҡҡамы ни
ҡыҙарып бешкән ана! Ҡойолор
ул да бер мәл. Аҙаҡ бик ҡайтырҙай
булырһығыҙ, ләкин һуң булыр.
Әсәйҙәргә йышыраҡ ҡайтығыҙ!
Йырҙарында – былбыл моңо,
Сәскә йыйҙым туғайҙарҙан,
һин килер тип йыйҙым ҡый.
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Ҡыйыр-ҡыймаҫ “һөйәм” тигәс,
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Беҙгә килһәң, кил йылмайып,
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Ҡыйыш-мыйыш һөйләп тормай,
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Асылып та китә күңелдәрем,
Әйгенәмдең эсһәм һыуҙарын.
Әйгенәмдең күрһәм ҡайындарын,
Ҡайттым һиңә, ҡайттым, Ыласынташ.
Ҡоласым – таш, тимә. Ташыңды
мамыҡ түшәк итеп ятайымсы,
Ыласынташ тарта, тиҙәр ине,
ямғыр яуһа беҙҙә йәшенләп.
Ниндәй ҡөҙрәт, ниндәй тартыу көсө,
әйтсе, ерем, һиндә йәшенгән?
Бар ул ерҙәр, бар ул... Булғаным бар
йәннәттер был тигән яҡтарҙа.
Йәннәттер был тигән яҡтарҙан да
һин түгелме тартып ҡайтарған?
Хыялландым малай саҡтарымда
әйләнһәсе һәр саҡ ысынға.
Имгәтә шул бик күп хыялдарҙы,
ҡанаттарын тормош ҡырҡа ла.
Шөкөр ҡыла берәү яҙмышына,
турғай булып ҡына осһа ла.
Йәшнәмәһә миндә йәшендәрең,
эй, Ыласынташым, ташҡынам,
нишләр инем? Донъя ваҡлығынан
сыҡмаҫ ине, тимен, башҡынам.
Нишләр инем, тимен, бәлә-ҡаза
һуғылғанда килеп ҡапҡама,
күкрәгемдә һинең, туған ҡаям,
Ҡайттым һиңә, ҡайттым, Ыласынташ.
Ҡоласым – таш, тимә. Ташыңды
мамыҡ түшәк итеп ятайымсы,
Кем булһам да, мин бит – һинең балаң.
(Күреп торҙоң насар-яҡшымды.)
Яман аҙым, яманатым менән
*Ыласынташ – Әй буйындағы ҡая
Ҡайтмай торһам, йөрәккенәм
Бында ҡайтһам, арта кеүек
Ғүмеремдең сыуаҡ иртәһендә,
мин “Бала саҡ иле” тигән илдән
Белмәй инем әле унда миңә
яҡшылыҡмы күтәреп алыр мине,
Килә инем, шулай – үҫмер малай –
эстән генә көйләп, моңайып,
шул сағында миңә юл сатында
тап булды бер ғәжәп Йылмайыу.
Түгел ине, түгел бындай ғына
йылмайыу. Ул – үҙе йыр ине.
Йыры ине утты-һыуҙы кискән
Онотаһым юҡ миндә шул миҙгелдә
ниндәй оло өмөт тыуғанын.
Хыял менән тулы күңелемде
яҡтыртты ла әйтте: “Туғаным!”
“Ҡара урмандарҙан сыҡҡан саҡта
мин булырмын, – тине, – юлдашың”.
Мин аңланым: ул Йылмайыу барҙа
мең дошманға торор бер башым.
Ҡорос ҡалҡан булып шул Йылмайыу
ҡара урмандарҙан алып сыҡты,
хәүеф-хәтәрҙәрҙән аралап.
Йылмайыуҙың да бар дошмандары,
Уға атылған уҡ бик йыш ҡына
Китеп барам Йырҙар иле буйлап.
Юлым ташлы. Юлым – борма юл.
Йөрәгемдә килә өмөт йыры,