Асылып та китә күңелдәрем,
Әйгенәмдең эсһәм һыуҙарын.
Әйгенәмдең күрһәм ҡайындарын,
Ҡайттым һиңә, ҡайттым, Ыласынташ.
Ҡоласым – таш, тимә. Ташыңды
мамыҡ түшәк итеп ятайымсы,
Ыласынташ тарта, тиҙәр ине,
ямғыр яуһа беҙҙә йәшенләп.
Ниндәй ҡөҙрәт, ниндәй тартыу көсө,
әйтсе, ерем, һиндә йәшенгән?
Бар ул ерҙәр, бар ул... Булғаным бар
йәннәттер был тигән яҡтарҙа.
Йәннәттер был тигән яҡтарҙан да
һин түгелме тартып ҡайтарған?
Хыялландым малай саҡтарымда
әйләнһәсе һәр саҡ ысынға.
Имгәтә шул бик күп хыялдарҙы,
ҡанаттарын тормош ҡырҡа ла.
Шөкөр ҡыла берәү яҙмышына,
турғай булып ҡына осһа ла.
Йәшнәмәһә миндә йәшендәрең,
эй, Ыласынташым, ташҡынам,
нишләр инем? Донъя ваҡлығынан
сыҡмаҫ ине, тимен, башҡынам.
Нишләр инем, тимен, бәлә-ҡаза
һуғылғанда килеп ҡапҡама,
күкрәгемдә һинең, туған ҡаям,
Ҡайттым һиңә, ҡайттым, Ыласынташ.
Ҡоласым – таш, тимә. Ташыңды
мамыҡ түшәк итеп ятайымсы,
Кем булһам да, мин бит – һинең балаң.
(Күреп торҙоң насар-яҡшымды.)
Яман аҙым, яманатым менән
*Ыласынташ – Әй буйындағы ҡая
Йырҙарында – былбыл моңо,
Сәскә йыйҙым туғайҙарҙан,
һин килер тип йыйҙым ҡый.
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Ҡыйыр-ҡыймаҫ “һөйәм” тигәс,
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Беҙгә килһәң, кил йылмайып,
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Ҡыйыш-мыйыш һөйләп тормай,
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Ташсыларҙан йорттар ҡала, –
Батырҙарҙан ҙур дан ҡала,
Эшлекһеҙҙән тик саң ҡала.
Ғәйбәтсенән тик тап ҡала.
(“Әллә донъяла йәшәй белмәнең инде?..” – тигән берәүгә яуап)
Әллә ҡайсаҡ йәшәй белмәнемме? –
Артыҡ яндым, көйҙөм самаһыҙ.
Ә һин йәшәй белдең… Үҙ бүлмәңдә
Кәрәк саҡта шәмең яндырҙың…
Ә мин йәшлегемде ут эсендә –
Һуғыш күкрәүендә ҡалдырҙым.
Һалдат булып ергә бер кем тыумай, –
Ут-дауылға ҡаршы атланым.
Һин саҡ йәшен күрһәң, үҙ тәҙрәңде
Ҡалын пәрҙә менән ҡапланың.
Һинме?.. Йәшәй белдең… һәр аҙымда
Үҙ файҙаңды дөрөҫ шәйләнең.
Ә мин, тәндән ҡаным аҡҡанда ла,
Тормош шулай атлар инеме ни,
Һин дә, мин дә йәшәй белмәгәс? –
Бер урындан саҡ ҡуҙғалыр ине
Тарих тигән ауыр тәгәрмәс.
Һағынам да, һиңә ҡабат-ҡабат
Әйләнәм дә ҡайтам, Уралым:
Моңло талың, һалҡын таштарыңа
Бала сағым ҡалған уралып.
Шаулы имән, гранит ҡаяларҙан
Ныҡлыҡ алып, таңда ҡуҙғалып,
Оло юлға сығып һуҡмағыңдан,
Илем иңләп күпме уҙманым!
Хәрби юлдар ҡайсаҡ арытһалар,
Ялан тәпәй тағын сабырға,
Сабый саҡта һалған һуҡмағым бар,
Әйләнәм дә ҡайтам шуларға.
Имән шауын тыңлап дауылдарҙа,
Күтәрелеп ташлы тауҙарға,
Мең һоҡланып ҡөҙрәт, моң йыям да,
Тағын сығам алыҫ юлдарға.
Ярай әле Әсәм кендек осон
Уралыма ныҡлап беркеткән…
Хеҙмәт йөкләп илем сыныҡтырған –
Халҡым өсөн танһыҡ ир иткән.
Никтер күҙҙәрем дымланған,
…Һөйгән була, көйгән була,
Алыҫтарҙан: “Һаумы?” – тиеп