Башҡортостандың халыҡ шағиры, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 89 йыл тулды.
Бөгөн уның тыуған Арҡауыл ауылында хәтер саралары үтә.
19.00 сәғәттә Арҡауыл мәҙәниәт йортонда "Беҙҙең Рәми" хәтер кисәһе була (12+).
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
- Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
- Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
- Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
- Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
- Булды юлда төрлө кәртәләр...
- Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
- Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
- Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
- Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...
Әгәр миңә ышанаһың икән,
Бер ҡасан да минең турала
Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,
Яҙмышымды хата юрама.
Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,
Бер ҡасан да ғорур иркемде
Йәберһетер өсөн башҡаларҙан
Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!
Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.
Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,
Бөтәһенән элек, мин – Кеше!
Бөтә әҙәм минән боролһа ла,
Танымайса ғорур хисемде,
Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,
Байраҡ итеп ошо исемде...
******
“Ниңә өндәшмәйһең?” – тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Сәләм әйттем, ана, таң еленә –
Уны әллә иш итмәйһеңме?
Шыбыр-шыбыр килә япраҡтар ҙа,
Көн дә тыуа минең яғымда.
Ағиҙел дә аға минең яҡтан...
Мин – япраҡта, нурҙа, ағымда.
Ә һин, өндәшмәйһең, тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Йөрәгем дә тибә һин тип кенә,
Уны ла һин иш итмәйһеңме?..
*****
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.
Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –
Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас...
*****