Ҡыйғы районы Ҡөлмәт ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Ульяновск ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Флорис Сабирйән улы Ғәлимйәновтың “Мәңге һүнмәҫ йондоҙ” исемле яңы китабынан (2020 йыл) шиғырҙарҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Һары таш башынан беҙҙең ауыл
Иҫкә алһаң үткән ғазаптарын,
Һағыш үрләй йөрәк түренә.
Ҡыҙылдар менән аҡтар һуғышҡан
Ҡылыс менән, атҡа атланып.
Мишәрҙәрҙең тәрән окоптары
Тау башында ҡалған һаҡланып.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡырынан
Ир-егеттәр өйгә ҡайтмаған.
Тол ҡатындар балалары менән,
Бикләмәйенсә, көткән ҡапҡанан.
Кешеләр аҫтан һоҡланып ҡарай
Бөркөт ҡунған ҡая ситенә.
Бейек Йәһүҙә менән Һуҡма таш
Кереп ҡалған тарих битенә.
Теҙелеп киткән өйҙәр артынан
Йәшел баҡсалары һуҙылған.
Хужаһыҙ ҡалған өйҙәр эсендә
Тормош күптән инде туҙылған.
Әй йылғаһы боғаланып аға,
Ҡаршы ярҙа – нарат урманы.
Был ярында шишмә һыуҙарының
Иҫкә төшөрһәң үткән йәшлекте,
Киң урамдар беҙгә тар ине.
Гармунда һыҙҙырып, йырҙар йырлап,
Таң аттырған саҡтар бар ине.
Яҡын итмәнек ялған дуҫтарҙы,
Юрғанға ҡарап аяҡты һуҙҙыҡ,
Эшләнек ҡулдан килгәндәрҙе.
Үрелмәнек янған йондоҙҙарға,
Булмағанға башты ватманыҡ.
Алма беш тә, ауыҙға төш, тиеп
Күккә ҡарап ерҙә ятманыҡ.
Беҙҙең йәшлек күктән төшмәһә лә,
Сибәр ҡыҙҙар матур күлдәк менән
Һеңеп ҡалған күңел түренә.
Урамдарҙа күрәм йәш ҡыҙҙарҙы –
Балаҡтары тишек салбарҙа.
Шәрә боттары ялтырап ҡала
Юлдарынан барған саҡтарҙа.
Юйып булмай, йөрәктәргә үткән,
Заман ҡалдырған таптарҙы,
Бала саҡта кейә торған инек
Ағайҙарҙан ҡалған салбарҙы.
Эшкә бара йыртыҡ салбар кейеп
Күрше ҡыҙы – оҙон Фәрзәнә.
Яңы мода килеп сыҡҡан икән
Һине һағынам айлы кистәрҙә,
Бәлки, оноторһоң, тик шулай ҙа
Был йырҙарым – һиңә бүләгем.
Йәшлегемдә, бөҙрә ҡайындарҙай,
Тик һин генә яҡын тойолдоң.
Тик һин генә тартып алдың
Ҡайғыларын минең уйымдың.
Моңло йырың, серле ҡараштарың
Дәрт тыуҙыра ине күңелгә.
Ҡарлығандай ҡара күҙҙәреңде
Таң нурҙары ергә һибелгәндә,
Йондоҙҙар ҙа һүнә күгендә.
Ә һин мәңге һүнмәҫ йондоҙ булып
Ҡалдың минең йөрәк түремдә.
Тыуған яғым, мин һағынып ҡайтам,
Аҡҡош ҡайтҡан кеүек күлеңә.
Ғорур баҫып ҡара тупрағыңа,
Ҡайтыуымды күреп һөйөнгәндәй,
Ҡул болғайҙар йәшел яландар.
Ҡунаҡ көтөп алған хужа төҫлө
Юлға баҫҡан йүкә-баландар.
Аҡ ҡайындар ҡосағына ала,
Һыуын эсәм һалҡын шишмәләрҙең,
Һулап туя алмайым һауаһын.