Медицина үҫешенең заманса этабында диагностикаға юғары талаптар ҡуйыла. Бигерәк тә табип ауыр сирлеләр менән эш иткәндә, лаборатория дигностикаһының әһәмиәтен баһалап бөтөү ҡыйын. Үрге Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының клиник-диагностика лабораторияһында юғары квалификациялы, тәжрибәле белгестәр эшләй, медицина персоналының 80 проценты юғары квалификацион категориялы белгестәр. Римма Ғәҙел ҡыҙы Фазылова 35 йылдан артыҡ бында арымай-талмай эшләй.
Ул Ләүзә ауылында тыуып үҫкән. “Буласаҡ һөнәремә мин бала саҡтан уҡ ғашиҡ инем. Беҙҙең участка дауаханаһында лаборант булып Нина Белозерова эшләне. Изгелекле, бар сирлеләргә лә, бигерәк тә кескәйҙәргә ҡарата алсаҡ булыуы һоҡландыра ине. Күп һанлы приборҙар, мензуркалар, микроскоп мине хайран итте, уларҙы тотоп ҡарау миңә, биш йәшлек балаға, иң ҙур шатлыҡ булды. Буласаҡ һөнәремде мин лабораторияға беренсе тапҡыр килгәс үк һайланым,” – тип һөйләй Римма Ғәҙел ҡыҙы.
Златоуст ҡалаһында медицина училищеһында фельдшер-лаборант һөнәрен алғас, ул 1982 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауыл дауаханаһында эш башлай, ә һуңынан район дауаханаһының клиник-диагностика лабораторияһына күсерелә. Әгәр күптән түгел генә бар лаборатор анализдар Горяев камераһын, микроскоптар ҡулланып, ҡулдан башҡарылһа, бөгөн уларҙы Р. Фазылова юғары теүәллектәге яңы приборҙар ярҙамында башҡара.
Лаборатория етәксеһе А. Ханнанова: “Беҙҙең лабораторияла гематологик, биохимик, иммунологик, коагулологик, дөйөм клиник, микробиологик, цитологик тикшереүҙәр башҡарыла, шулай уҡ яңы тикшереү алымдары индерелә.
Һуңғы йылдарҙа иммунологик тикшереүҙәр төрҙәре киңәйҙе, атап әйткәндә, ҡалҡан биҙе гормондарына, ТОRCH-инфекцияларына тикшереүҙәр башҡарыла, гельминтоздарға диагностика яһала, туберкулез микобактерияларына дөйөм антиматдәләрҙе асыҡлауға, ауыҙ ҡыуышлығы вирусы, норовирус һәм тамаҡ вирусы инфекцияларын, гликолизлы гемоглобин концентрацияһын асыҡлау буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла.
Лаборатория эсендә сифатты даими контролләү, Федераль сифатты тышҡы баһалау системаһында ҡатнашыу юлы менән тикшеренеүҙәренең сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта, әйтергә кәрәк, лаборант-фельдшер Р. Фазылованың эше һәр ваҡыт маҡтауға лайыҡ. Ул бик яуаплы белгес, пациенттарға ҡарата иғтибарлы һәм алсаҡ, коллективта ла уны хөрмәт итәләр. Римма Ғәҙел ҡыҙы арымай-талмай лаборатория эше үҙенсәлектәренә йәш белгестәрҙе өйрәтә.
Көтөлмәгән хәл килеп сығып, ял ваҡытында эшкә килеү талап ителһә, баш тартмай. Аныҡ һәм дөрөҫ итеп экспресс-диагностика яһай, талап ителһә, уны ҡайтанан башҡара,” – тип һөйләне уның хаҡында.
Римма Ғәҙел ҡыҙы өйҙә лә тик ултырырға яратмай, һәр саҡ эш өҫтөндә. Оҫта хужабикә матур әйберҙәр бәйләй, тәмле аштар бешерә, ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәләр яһай. Быларҙың барыһын да ҙур теләк менән башҡарғанға, улар бик уңышлы һәм сифатлы килеп сыға.
Тормош иптәше Илдар Рәмзи улы менән үҙҙәре кеүек тырыш һәм яуаплы балалар: улдары Вадим менән ҡыҙҙары Эмманы тәрбиәләп үҫтергәндәр. Олатай-өләсәләренән ғаилә байлығы, мөхәббәт, бер-береңә ҡарата хөрмәт, күңел паклығы һәм намыҫлылыҡ, ғаилә бәхете нигеҙендә тырыш хеҙмәт ятыуы кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙләштереп, Фазыловтарҙың ике һоҡланғыс ейәне үҫеп килә.