Был көн алдынан беҙ Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының эндокринология кабинеты шәфҡәт туташы Р. Шәрифйәнованың шәкәр диабеты сирен киҫәтеү хаҡында һөйләп китеүен һораныҡ.
– Әлеге көнгә Башҡортостан Республикаһында шәкәр диабеты менән 100 меңдән ашыу кеше яфалана. Һәр йыл һайын табиптар 9 мең пациентҡа ошо диагнозды ҡуя. Улар араһында бер меңгә яҡыны – балалар һәм үҫмерҙәр. 27 мең кеше инвалидлыҡ төркөмөнә эйә.
Шәкәр диабеты – дауалап булмай торған сир, шуның өсөн был сиргә ҡаршы профилактиканы мөмкин ҡәҙәр иртәрәк башларға кәрәк. Был айырыуса ата-әсәләренең анамнездарында шәкәр диабеты булған кешеләр өсөн мөһим. Профилактика түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
– зарарлы ғәҙәттәрҙең булмауы;
– үҙ хәлеңдең торошон тикшереп һәм даими рәүештә табипҡа күренеп тороу.
Сабыйығыҙҙы күкрәк һөтө менән туҡландырығыҙ, сөнки ғалимдар иҫбатлауынса, тыуғас уҡ яһалма һөт менән туҡланған балаларға был сир айырыуса ҙур хәүеф менән янай. Ниндәйҙер инфекция был сир үҫешеүенә этәргес булмаһын өсөн, иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ.
Файҙалы туҡланыу файҙалы аҙыҡ-түлек ҡулланыуҙы ғына түгел, тейешенсә һыу эсеүҙе лә үҙ эсенә ала. Был нормаль һыу балансын һаҡлау өсөн мөһим. Әгәр организмда һыу күләме аҙ булһа, инсулин эшләп сығарыу ҙа кәмей.
Иртән ас ҡарынға бер стакан һыу эсергә, шулай уҡ көн дауамында 2 литр һыу эсергә кәңәш ителә. Һыуҙы ашар алдынан ярты сәғәт алда, йәки ашағандан һуң бер сәғәт үткәс эсеү яҡшы.
Диабет сире янаған кешегә углеводтар ҡулланыуҙы кәметергә кәрәк. Төп аҙыҡ булып ҡош ите, балыҡ, йомортҡа, һөт ризыҡтары, йәшелсәләрҙән – кәбеҫтә, шпинат, сельдерей, топинамбур торорға тейеш.
Картуф, икмәк, тәм-том ҡулланыуҙы кәметеү талап ителә.
Аҙыҡты ҡурыуға ҡарағанда бешереүгә йә иһә быҡтырып әҙерләүгә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Кофе урынына – цикорий, стевия эсемлектәрен, ҡара сәй урынына йәшел сәй, мелисса сәйе, йә иһә компот эсеү файҙалы.
Шулай уҡ туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәү мөһим:
*сәғәт етенән һуң ашамаҫҡа тырышығыҙ;
*асыҡмаҫҡа тырышығыҙ, үҙегеҙ менән ҡапҡылап алыу өсөн сәтләүек йәки тауыҡ ите һәм брынза менән бутерброд йөрөтөгөҙ;
* артыҡ ҡайнар аш ашамағыҙ, аҙыҡты яҡшылап сәйнәгеҙ, ул һеҙгә тиҙерәк туйырға, аштың сифатлыраҡ эшкәртелеүенә булышлыҡ итә.
Диабет сиренән дауаланғанда физик күнегеүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың ошондай ыңғай яҡтары бар:
– организм күҙәнәктәренең инсулинға һиҙеүсәнлеге арта;
– ҡандағы шәкәр күләмен яҡшыраҡ контролдә тоторға ярҙам итә;
– йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә;
– ҡанда холестерин күләме кәмей;
– физик күнегеүҙәр ғүмерҙе оҙайта һәм организмда кешегә шатлыҡ тойғоһо һәм эйфория биреүсе эндорфин гормоны етештерелеүенә булышлыҡ итә.
Диабет менән сирләүселәргә киләһе спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә тәҡдим ителә: йәйәү йөрөү, шул иҫәптән скандинавия йөрөшө, фитнес, йога, волейбол, футбол уйындары, йөҙөү, велосипедта йөрөү.