Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
19 Ғинуар 2018, 19:06

Табиптар “һирәк таш” сығарҙы

Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы хирургтары 91 йәшлек пациенттың организмынан 6 сантиметрлы ташты алды.

Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы хирургтары 91 йәшлек пациенттың организмынан 6 сантиметрлы ташты алды.

Пациент дауаханаға көслө ауыртыныуҙар менән килә. УЗИ үткәргәс, табиптар ашығыс рәүештә операция яһарға хәл итә һәм уның барышында 6 сантиметрлыҡ есемде сығара. Был ташты район дауаханаһында алынғандар араһында рекордлы тип иҫәпләргә була. Һейҙек ташы ауырыуы бик киң таралған проблема булып торһа ла, табиптар минераль тоҙ ултырыуҙан барлыҡҡа килгән бындай ҙур есем менән һирәк осраша. Дауалаусы табиптар пациенттың хәҙер үҙен яҡшы хис итеүе, аяҡҡа баҫып килеүе һәм тиҙҙән өйөнә ҡайтараласағы хаҡында хәбәр итте. Пенсионер үҙе бындай “суйырташ”тан арыныуына бик шат һәм аҡ халатлыларға операцияны уңышлы яһағандары, иғтибарлы булғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтле.

С. Исмәғилева.
Читайте нас: