Был сир үҙенсәлекле шешеү, елһенеү процесы барлыҡҡа килеү менән характерлана. Әммә йышыраҡ туберкулез һулыш алыу ағзаларын зарарлай. Инфекция йышыраҡ һауа-тамсы юлы менән тарала, һирәк осраҡта контакт- көнкүреш юлы аша йоғорға мөмкин. Сир таратыу сығанағы булып ауырыу кеше йә иһә йорт хайуандары тора. Шулай уҡ ҡайнатылмаған һөт эсеү, бешеп етмәгән ит, йомортҡа ашау, ауырыу йорт хайуанын тәрбиәләү һөҙөмтәһендә лә сир йоғоуы ихтимал. Туберкулез йоҡҡанда ауырыу билдәләре һиҙелмәҫкә лә мөмкин, шулай уҡ кешенең кинәттән сирләп китеүе лә ихтимал. Ошо ҡурҡыныс сирҙең классик билдәләре: 2–3 аҙнаға һуҙылған йүтәл (ҡанлы ҡаҡырыҡ менән), аппетит юғалыуы, тән ауырлығының кәмеүе, тән температураһының күтәрелә барыуы, төндәрен ныҡ тирләү, күкрәк тәңгелендә ауыртыу, дөйөм хәлһеҙлек, арығанлыҡ тойғоһо. Йүткергәндә үҙегеҙҙә үрҙә аталған билдәләрҙең берәйһен генә һиҙә ҡалһағыҙ ҙа, кисекмәҫтән врачҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: медицина ярҙамы һорап туберкулезға ҡаршы көрәш кабинетына мөрәжғәт иткән пациенттың үҙе менән документтары (медицина страховкалауы полисы, ИНН, пенсия страховкалауы таныҡлығы) булыуы, йәшәү урыны буйынса теркәлеү факты мөһим түгел. Рәсәйҙә туберкулез менән сирлеләрҙе дауалау бюджет аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. ХХ быуатҡа тиклем туберкулез (үпкә сире) дауалай алмаҫлыҡ сир булып иҫәпләнгән һәм сирле үлемгә дусар булған. Бөгөн уныеңергә мөмкин. Ауырыу ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауалау эффектлылығы, шул тиклем күтәрелә. Тубер-кулездың ваҡытында асыҡланған бәләкәй формалары йоғошло түгел. Күп осраҡтарҙа туберкулезды диагностикалау өсөн флюорография үтеү ҙә етә, балаларға йыл һайын диагностика үткәрергә кәрәк. Бөгөн районда ошо сирҙе асыҡлау һәм дауалау өсөн бөтәр шарттар ҙа бар. Поликлиникала заманса флюорографик аппарат эшләй, ул элеккеләренән күпкә яҡшыраҡ. Беренсенән, нурланыш дозаһы 40 тапҡыр тиерлек кәмерәк, ә һүрәт сифаты яҡшыраҡ. Икенсенән, һүрәтте шунда уҡ, пациент алдында ҡарап уҡырға мөмкин. Әгәр үпкәлә үҙгәрештәр булыуы асыҡланһа, пациент шул уҡ көндө белгескә ебәрелә. Лабораторияла сирленең бүлендектәрендә туберкулез микобактериялары булыу-булмауын асыҡлау өсөн бактериоскопик анализ яһала. Туберкулезға ҡандың иммунофер- мент анализын,“Диаскинтест” препараты менән диагностика яһайбыҙ. Район, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ район дауаханаһы етәкселеге туберкулез проблемаһының ни тиклем етди булыуын яҡшы аңлай һәм туберкулезға ҡаршы көрәш хеҙмәтенә һәр яҡлап булышлыҡ итә. Сирлеләр менән эшләү уңайлы булһын өсөн туберкулезға ҡаршы көрәш кабинеты айырым бинаға урынлаштырылды. Хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн бөтә шарттар булдырылды, ә иң мөһиме, хәҙер сәләмәт балалар айырым бүлмәлә тикшерелә. Беҙҙә санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр теүәл үтәлә. Мохтаж пациенттарға республика диспансерына барыу өсөн транспорт бүленә. Районда туберкулез менән сирләү күрһәткесе республика кимәлендә ҡала – хәлде көсөргәнешһеҙ тип әйтеп булмай. Йыл һайын сирҙең һуң стадияһындағы бер-ике осраҡ асыҡлана. Улар йышыраҡ инвалидлыҡ, ҡайһы саҡта үлем менән дә тамамлана. Бындай сирлеләр әйләнә- тирәләге йәнә 40–50 кешене зарарларға мөмкин. Туберкулез еңелмәгән әле, ул беҙҙең арала. Сәләмәт тормош, ваҡытында флюорографик тикшереү үтеү хәүефле сирҙе киҫәтеүҙең иң ышаныслы саралары булып ҡала.