Беҙҙең Ҡыйғы
+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Октябрь 2018, 18:56

““Беҙ инсульттан көслөрәк!””

29 октябрь – Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө. Инсульт – ҡан тамыры тығылыуы йә иһә ярылыуы һөҙөмтәһендә баш мейеһендә ҡан әйләнешенең боҙолоуы. Ойошҡан ҡан – тромб йә иһә ҡан тамырынан ағып сыҡҡан ҡан мейеләге процестарға һәләкәтле тәьҫир яһай. Кислород һәм глюкоза етешмәүе мейе күҙәнәктәренең үлеүенә, хәрәкәт функцияларының, телмәр йә иһә хәтерҙең боҙолоуына килтерә.

Инсульттың билдәләре .
Инсульт ғәҙәттә симптомһыҙ башлана. Ләкин бер нисә минутан һуң туҡланыуҙан мәхрүм ҡалған мейе күҙәнәктәре һәләк була башлай һәм инсульт эҙемтәләре яҡшы һиҙелә. Инсульттың ғәҙәти симптомдары:
• аяҡта йә иһә ҡулдағы, йөҙҙәге, йышырағын тәндең бер яҡ өлөшөндәге кинәт тыуған хәлһеҙлек;
• аңдың көтмәгәндә томаланыуы, телмәрҙәге йә иһә телмәрҙе аңлауҙағы проблемалар;
• бер күҙҙең йә иһә икеһенең дә кинәт күрмәй башлауы;
• көтмәгәндә йөрөштөң боҙолоуы, баш әйләнеүе, тән тигеҙләнешен йә иһә координацияны юғалтыу;
• билдәһеҙ сәбәп буйынса көтмәгәндә ныҡ итеп баш ауыртыуы.
Мөмкин тиклем тиҙерәк ашығыс ярҙам бригадаһын саҡырыу өсөн, инсульттың билдәләрен таный белеү бик мөһим. Дауалау ни тиклем иртәрәк башланһа, кеше шул тиклем яҡшыраҡ аяҡҡа баҫа аласаҡ.
Инсульттың теләһә кемде аяҡтан йығыуы ихтимал. Аневризма, травма һөҙөмтәһендә тромб барлыҡҡа килеүе кеүек хәүеф факторҙарын киҫәтеп булмай. Ләкин күпселек факторҙар йәшәү рәүешенә бәйле һәм уларҙы контролдә тотоп була.
Бындай факторҙар: юғары артериаль ҡан баҫымы; юғары холестерин кимәле; диабет; артыҡ ауырлыҡ һәм һимереү; йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары; тәмәке тартыу; наркотиктар ҡулланыу; алкоголь ҡулланыу.
Бынан тыш, инсульт йышырағын 55 йәштән үткән һәм яҡын туғандары инсульттан зыян күргән кешеләрҙә осрай. 45–55 йәштәрҙәге арауыҡта инсульт ир-егеттәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, ике тапҡыр йышыраҡ күҙәтелә.
Инсульт хәүефе янаймы икәнен асыҡлау өсөн, ҡатмарлы тикшереүҙәр үтергә кәрәкмәй. Ҡан тамырҙары һәм ҡан баҫымы торошон даими күҙәтергә, тейешенсә һәм самалап туҡланырға, тәмәке тартмаҫҡа кәрәкъ .

Интернет-сайттар материалдары буйынса.

Читайте нас