Яңы йыл башынан Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 33-өнә ОРВИ диагнозы ҡуйылған, улар араһында 17 йәшкә тиклем 29 бала. Сир ниндәй ҡурҡыныс менән янай? Әлбиттә, ул беҙҙең һаулыҡты ҡаҡшата. Бер кем дә әлегә саҡлы профилактиканан яҡшыраҡ сара уйлап тапмаған, билдәле булыуынса, дауалауға ҡарағанда, ул бер нисә тапҡырға осһоҙораҡ.
Грипты киҫәтеүҙең иң тәьҫирле сараһы булып иммунизация тора. Уның үҙенсәлектәре хаҡында беҙ Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы территориаль бүлеге начальнигы Э. Ғималетдиновтың аңлатып китеүен һораныҡ:
– Эпидемия сезоны башланыр алдынан грипҡа ҡаршы прививка яһатығыҙ. Вакцинация яһатыу грипҡа ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле, социаль һәм иҡтисади яҡтан үҙен аҡлаған сара булып тора. Тап вакцина профилактикаһын ҡулланыу ярҙамында һуңғы йылдарҙа грипп эпидемияһының ҡырҡыулығы һиҙелерлек кәметелде. Грипҡа ҡаршы иммунизация үткәреү йыл һайын ойошторола. Грипп вирусы штаммдарының ҡайһы төрө таралыуын иҫәпкә алып, грипҡа ҡаршы вакцинаның составына йыл һайын коррекция индерелә.
Халыҡҡа грипп сиренә ҡаршы вакцинация үткәргәндә һәр төр милекселек предприятиеһы етәкселәренең һәм граждандарҙың үҙҙәренең был сарала аңлы ҡатнашыуы мөһим роль уйнай.
Үҙ хеҙмәткәрҙәренең һаулығы хаҡында ҡайғыртҡан етәкселәр грипҡа ҡаршы вакцинаны үҙҙәре һатып ала. Коллективта эшләүселәрҙең 40% күберәгенә вакцинация яһарға тәҡдим ителә. Иммунизация үткәреү грипп менән ауырыусылар һанын һәм уның арҡаһында килеп тыуған өҙлөгөүҙәрҙе кәметергә һәм үлем осраҡтарын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Прививка яһалған кешелә, уны яһатмаған кеше менән сағыштырғанда, сирҙе йоҡтороу ҡурҡынысы 3–4 тапҡырға кәмерәк була. Шуны иҫтә тотоғоҙ: күп осраҡта гриптан өҙлөгөү арҡаһында үпкә сире (пневмония) үҫешә. Гриптан өҙлөгөү арҡаһында килеп тыуған башҡа бактериаль инфекция сирҙәре булып ринит, синусит, бронхит, отит тора. Тап грипп сиренән һуң бронхиаль астма, хроник бронхит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бөйөр сирҙәре һәм башҡалар көсәйә.
Вакцинация ваҡытында ике төп маҡсатҡа өлгәшелә. Беренсе маҡсат – прививка яһалған һәр кешенең һаулығы. Икенсе маҡсат – хеҙмәткәрҙәр араһында коллектив иммунитетты булдырыу. Коллектив иммунитет был ойошмала эшләүсе прививка яһалған хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә һаҡлау дәрәжәһе булып торһа, прививка яһалмаған ағзаларына ауырыу йоҡтороу мөмкинлеген кәметә. Прививка яһатҡандар, тимәк, гриптан һаҡланғандар күберәк булған һайын, был коллективҡа вирустың үтеп инеүе һәм таралыуы ихтималлығы түбәнәйә. Әгәр 40 проценттан кәмерәк хеҙмәткәрҙәргә прививка яһалған булһа, коллектив иммунитет формалашмай. Һис шикһеҙ, коллективта эшләүселәрҙең 95 процентына, башҡа сирҙәргә кеүек, грипп сиренә ҡаршы прививка яһалған осраҡта максималь эффектҡа өлгәшеп булыр ине. Әммә вакцинация эпидемия сезоны башланырҙан бер-ике ай алда үткәрелергә тейеш булыуын иҫәпкә алғанда бындай күрһәткестәргә өлгәшеү ҡыйын.
Ошолай итеп, коллективта эшләүселәрҙең 40 процентына грипҡа ҡаршы вакцинация яһау прививка яһатыусыларҙың үҙҙәрен һаҡлай һәм коллектив иммунитет башҡаларға ла өҫтәмә һаҡланыу мөмкинлеген бирә. Үҙеңде тулыһынса гриптан ҡурсалау өсөн, прививканы йыл һайын ҡабатлап торорға кәрәк. Бер вакцина бер нисә йылға етмәй.
Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы ярҙамсыһы М. Ғибаҙуллина әйтеүенсә, районда бөгөнгө көнгә грипҡа ҡаршы 7203 кешегә иммунизация үткәрелгән. План буйынса федераль бюджеттан 7100 доза вакцина алынған. Шуларҙың 4900 дозаһы – ололар өсөн, 2200-е – балаларға. Федераль бюджет иҫәбенә прививкалар “хәүеф янаған контингентҡа” ҡараған түбәндәге халыҡ төркөмөнә: мәғариф учреждение- ларына йөрөүсе балаларға, уҡыусыларға, белем биреү ойошмаһы, медицина өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән өлкәндәргә, студенттарға, призыв йәшендәге үҫмерҙәргә, хроник ауырыуҙар менән сирлеләргә, башҡа хеҙмәткәрҙәргә (бюджет хеҙмәтләндереү, транспорт, ЖКХ өлкәһе) яһала.
Әммә был Милли прививкалар календарына индерелмәгән халыҡҡа иммунизация яһауҙы актив ойоштороу мөһим түгеллеген аңлатмай. Предприяие - ойошмалар , граждандарҙың үҙ аҡсаһы иҫәбенә 83 кешегә прививка яһалған.
Грипп ниндәй ҡурҡыныс тыуҙыра?
Грипп үҙенән һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр менән хәүефле:
– үпкә сирҙәре (пневмония, бронхит); тап пневмония (үпкә шешеүе) гриптан һәләк булыу осраҡтарының иң йыш осраған сәбәбе булып тора;
– өҫкө тын алыу юлдары һәм ЛОР органдары өҙлөгөүҙәре (отит, синусит, ринит, трахеит); – йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өҙлөгөүҙәре (миокардит, перикардит);
– нервылар системаһы өҙлөгөүҙәре (менингит, менигоэнцефалит, энцефалит, невралгиялар, полирадикулоневриттар).
Гриптан һаҡланыу ҡағиҙәләре
Медицина хеҙмәткәре “йүткереү- бышҡырыу” таралған мәлдә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа булыуҙы һәм йәмәғәт транспортын ҡулланыуҙы сикләргә тәҡдим итә.
Халыҡ күп булған урындарҙа битлек кейеп йөрөгөҙ.
Сир билгеләре булған – мәҫәлән, йүткереүсе йәки сөскөрөүсе кешеләр менән тығыҙ аралашыуҙан һаҡланығыҙ. Урамда һәм йәмәғәт транспортында йөрөгәндән һуң даими рәүештә ҡулығыҙҙы яҡшылап һабын менән йыуығыҙ, танау ҡыуышлығын сайҡатығыҙ.
Үҙегеҙ йәшәгән (эшләгән) бүлмәне даими елләтегеҙ һәм еүешле сепрәк менән йыйыштырып тороғоҙ.
Мөмкин ҡәҙәр күберәк составында С витамины булған (лимон, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге), һуған һәм һарымһаҡ ҡушылған аҙыҡты ашарға тырышығыҙ.
Табип тәҡдиме буйынса иммунитетты күтәреүсе препараттарҙы һәм сараларҙы ҡулланығыҙ. Ғаиләлә йәки эш коллективында грипп менән сирләп китеүсе булһа, профилактика маҡсатында вирусҡа ҡаршы препараттарҙы ҡуллана башлағыҙ (табип кәңәше менән, ҡулланыу буйынса күрһәтмәләрҙе һәм тыйыуҙарҙы иҫәпкә алып). Сәләмәт тормош алып барығыҙ, кәрәгенсә йоҡлағыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ һәм даими рәүештә физкультура менән шөғөлләнегеҙ.