Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Ғинуар 2019, 11:16

ТҮБӘНГЕ ҠЫЙҒЫ ДАУАХАНАҺЫ ТАРИХЫ

2018 йылдың декабрендә Түбәнге Ҡыйғы ауыл дауалау амбулаторияһы барлыҡҡа килеүгә 55 йыл тулды. Элек ул Түбәнге Ҡыйғы участка дауаханаһы тип атап йөрөтөлдө. Медицина учреждениеһы бөгөн ун ауылдың халҡын хеҙмәтләндерә. Бында Л. Миңлейәрова етәкселегендә берҙәм һәм эшһөйәр коллектив эшләй. 5 урынлыҡ стационар, 7 урынлыҡ көндөҙгө стационар, процедуралар кабинеты, физкабинет, анализдар ҡабул итеү бүлмәһе, балалар кабинеты бар. Халыҡҡа тулы ҡиммәтле медицина ярҙамы күрһәтелә, хеҙмәткәрҙәр профилактик эш менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Беҙҙең ауылда медицина учреждениеһы барлыҡҡа килеү тарихы 1939 йылда уҡ башлана. Һәм ул Сәйфуллина (Зәйнуллина) Мәүрүзә Зәйнулла ҡыҙының исеме менән бәйле. Ул Салауат районы Лаҡлы ауылында тыуып үҫә. Ике йәшендә атаһын юғалта. Ғаиләһе Ҡыйғы районы Вәҡиер ауылына күсеп килә. 1936 йылда ҡыҙ тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай һәм Бөрө медицина училищеһының фельдшерҙар факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, йәш белгесте Түбәнге Ҡыйғы ауылына эшкә ебәрәләр. 1939 йылдың авгусында ул ауылдағы тәүге медицина пункты – бөгөнгө ашхана урынындағы ике бүлмәле ағас бина ишектәрен аса. Йыһаздарҙан унда – өҫтәл менән шкаф, медицина ҡоралдарынан ике шприц, ике пинцет, бер нисә банка, теш алыу өсөн бер һурғыс ҡына була.
Йәш фельдшер ең һыҙғанып эшкә тотона: график төҙөй, учреждениены тәртипкә килтерә һәм сирлеләрҙе ҡабул итә башлай. Ә медицина ярҙамына мохтаждар бик күп була. Медицина пунктына 5 колхоз (Ибраһим, Калинин, Урал, Октябрь, Беренсе Май) беркетелгән була. Эштәге ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн ни тиклем көслө рухлы, яуаплы, үҙ һөнәренә тоғро кеше булырға кәрәк булғандыр йәш ҡыҙға. Бер ниндәй транспортһыҙ, ҡышын ҡар ярып, яҙын һәм көҙөн бысраҡ йырып, уға көн-төн тимәй, саҡырыуҙар буйынса йөрөргә тура килә. Тәүҙәрәк санитарка Ғилминур Мозаева, һуңынан оҙаҡ йылдар Кәримә Ғатауллина алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы була. Фельдшерға ҡайһы саҡта төнгә тиклем эшләргә тура килә, өй шарттарында ҡатындарҙы бәпесләтә. Ул үҙе хирург та, терапевт та, стоматолог та, акушер ҙа була. Төп эшенән тыш, художестволы үҙешмәкәрлектә, спектаклдәрҙә ҡатнашырға ваҡыт таба, шиғырҙар яҙыу менән мауыға. Яҙмышын йәш уҡытыусы Ахун Сәйфуллин менән бәйләй. Ләкин көтмәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Булған ауырлыҡтарға тағы ла ҡатмарлыраҡтары өҫтәлә: аслыҡ, йоғошло ауырыуҙар, ауылдаштары үлеме… Ә ул – бер үҙе. Ошолай 10 йыл ҙур участкала бер үҙенә эшләргә тура килә. Йоғошло ауырыуҙар: ҡорһаҡ тифы, сыбыртмалы тиф, балалар араһында скарлатина, һыу сәсәге, дифтерия таралған ваҡытта айырыуса ауыр була. Карантин сараларын ойоштороу, көн һайын сирлеләрҙе ҡарау һөҙөмтә бирә: күптәрен үлем тырнағынан алып ҡалып була. 1943 йылдың ноябрендә асылған балалар йортонда ла эшләргә тура килә. Сирле һәм хәлһеҙ балаларҙы даими күҙәтергә кәрәк була. Балалар йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә фельдшер һәр баланың ғүмере һәм һаулығы өсөн көрәшә. 1949 йылда ғына эшләү бер аҙ еңелләшә, ауылға акушерлыҡ белгесе Ғилимеева Тамара Петровна килә. Ошо уҡ йылда дауалау участкаһы асыла. Уның мөдире итеп Яҡупова Наилә Яҡуп ҡыҙы тәғәйенләнә. Участкаға Кандаковка һәм Абзай ауыл Советтарын беркетәләр. Акушерлыҡ буйынса белгес Андрианова Клавдия Андрияновна ебәрелә, фельдшер булып Мәүрүзә апай эшләй. 1951 йылда мәктәп эргәһендә медпункттың яңы бинаһы төҙөлә. Ошо йылдарҙа киң таралған күҙ ауырыуы – трахомаға ҡаршы көрәшергә тура килә. Ауылдан өс айлыҡ медицина курсына Әхтәмйәнова Наилә, Ғатауллина Франгиза, Ҡәйүмова Ғәмбәриә, Вәхитова Флүрә ебәрелә. Дауаханаға яңы медицина хеҙмәткәрҙәре Зыяева Сайма һәм Ғәлина Роза килә. Дөйөм көс менән меңәрләп кешене ошо ауырыуҙан дауалайҙар.
60-сы йылдар башында Түбәнге Ҡыйғы ауылында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең яңы этабы башлана. 1962 йыл аҙағында балалар йорто ябыла. Был ваҡытҡа яңы дауахана бинаһы төҙөлә башлаған була. Участка дауаханаһы ваҡытлыса балалар йорто бинаһына күсерелә. Тәүге баш табип итеп хирург Мортазин Ғәлимйән Мортаза улы тәғәйенләнә. Уның ҡатыны Мортазина Фәниә Мөтиғ ҡыҙы терапевт булып эшләй. Яңы бинаны төҙөүҙә бөтә коллектив ҡатнаша. Хужалыҡ бүлеге мөдире Хажиев Ғәптелйән, санитаркалар Хәбибуллина Асия, Динисламова Разия, Сафина Фирәзәнә, Вәлиуллина Мөьминә, Зарипова Ғәбиҙә, Сәғәҙиева Мөслимә, ашнаҡсылар Бәҙретдинова Миңнур, Шәйкамалова Вазифа, һуңыраҡ Ҡыямова Клавдия, Шәрифуллина Хәмиҙә, шәфҡәт туташтары төп эштә- ренән буш ваҡытта төҙөлөштә эшләйҙәр. Яңы участка дауаханаһы үҙ ишектәрен 1963 йылдың декабрендә аса. Тантаналы сарала район дауаханаһы баш табибы Нәжипов Рифҡәт Зәки улы, Калинин исемендәге колхоз рәйесе Шәрипов Әхсән Шәрип улы, сельпо рәйесе Ғарипов Мөхәррәм Ғарип улы, мәктәп директоры Сабиров Әсләм Сабир улы, комсомолдың район комитеты секретары Мөхәмәтдинов Вадим Ҡыям улы, ауыл Советы рәйесе Фәттәхов Ғәләлетдин Фәттәх улы, уҡытыу- сылар Сәйфуллин Ахун Сәйфулла улы, Шәрипов Ғәлләм Бикмөхәмәт улы һ.б. ҡатнаша. Дауаханала сирлеләрҙе дауалау өсөн барлыҡ шарттар булдырыла. Шәфҡәт туташтары итеп Дилмөхәмәтова Лиза, Мөхөтдинова Әнүәрә, Әхтәмйәнова Наилә, Зыяева Сайма, Ғәлина Роза тәғәйенләнә. 25 урынлыҡ стационар асыла. Бала табыу бүлексәһе (акушеркалар Харисова Рузия, Абдрафиҡова Венера), операция яһау бүлексәһе (шәфҡәт туташы Ғәлина Роза), дарыухана, рентген кабинеты эшләй. Дауаханаға тиҙ ярҙам машинаһы бирелә. Уның тәүге водителе Дилмөхәмәтов Тимерйән була, һуңынан уны Ғабдрахманов Фәйзрахман алмаштыра. Төрлө йылдарҙа Нурҡаев Барый, Фәрүәжев Әшрәфйән, Мирхәйҙәров Алик, Ҡәйүмов Хәмит, Низамов Фәнзил, Ғатауллин Вил эшләй. Ошолай итеп, тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ квалификациялы медицина ярҙамы ала башлай. Баш табип вазифаһын төрлө йылдарҙа В.Д. Захарченко (һуңыраҡ медицина фәндәре кандидаты, кафедра доценты булып китә), Ф.Ш. Ильясов, З.К. Сәлимгәрәев, Л.Х. Сабирова, С.М. Вәлиева, Л.Г. Миңлейәрова башҡара.
1965 йылдан алып пенсияға тиклем шәфҡәт туташтары булып Шаһимәрҙәнова Зоя, Хәмиҙуллина Ямал, Фазлыева Фәйрүзә эшләй. Мәүрүзә апай өлкән шәфҡәт туташы була, 1977 йылда хаҡлы ялға сыға. Медицинаға ул 40 йылдан ашыу ғүмерен арнай. Уның намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана, “Почет билдәһе” ордены, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы намыҫлы хеҙмәт өсөн”, 1949 йылда – “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән наградлана. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһына, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһенә, юбилей миҙалдарына, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Бер үк ваҡытта бик ҙур йәмәғәт эштәрен дә алып бара: КПСС ағзаһы, 22 йыл Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы депутаты, 2 йыл район Советы депутаты була. Ҡыҙында ла медицинаға ҡарата һөйөү тәрбиәләй – Вәлиуллина Сажиҙә Ахун ҡыҙы 20 йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләй. Ейәне Сәйфуллин Рөстәм Роберт улы табиптар династияһын лайыҡлы дауам итә. 94 йәшендә Мәүрүзә Зәйнулла ҡыҙының йөрәге тибеүҙән туҡтай. Уны бөгөн дә ауылдаштары тәрән ихтирам менән телгә ала.
Түбәнге Ҡыйғы ауылында һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу башында тороусылар: Наилә Әхтәмйәнова, Лиза Дилмөхәмәтова, Ғәмбәриә Ҡәйүмова бөгөн иҫән-һау һәм иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
1970–1980 йылдарҙа коллективҡа яңы быуын белгестәр килә. Улар өлкән хеҙмәттәштәренең эшен лайыҡлы дауам итә. Шәфҡәт туташтары Хәмиҙуллина Сәмиға, Кашапова Нәзифә, Фазлыева Фәйрүзә, Нәжипова Рәмзиә, Имаева Резида, Вәлиева Алина, Хәмиҙуллина Зилә, Фәхрисламова Әлфиә, Хәбибуллина Йәмилә, Абзалова Зуля, Шәрипова Филюза, Мирхәйҙәрова Франгиза, Фазлыева Зөлфиә, Фазлыева Маргарита, Ҡәүиева Фәйрүзә, Фазлыева Рита, Вәкилова Эльза, лаборанттар Сиражева Маһира, Әхмәтова Гөлгөнә, шулай уҡ барлыҡ санитаркалар, ашнаҡсылар, хужалыҡ эшселәре дауахананың уңышлы эшенә тос өлөш индерә.
Медицина өлкәһендәге хеҙмәт – кешеләргә яҡтылыҡ һәм изгелек өләшеүсе, уларға һауығырға мөмкинлек биреүсе көндәлек ауыр эш. Түбәнге Ҡыйғы дауаханаһында ошо ҡатмарлы һәм бик яуаплы һөнәрҙе һайлаусылар бөгөн дә намыҫлы эшләүҙәрен дауам итә.

Л. Дилмөхәмәтова, Р. Ғәниева. Түбәнге Ҡыйғы ауылы.

Читайте нас: