Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Ғинуар 2019, 18:19

ЗАМАН БӘЛӘҺЕ – ВИЧ

Ер йөҙөндә һәр кеше өсөн ВИЧ менән зарарланыу хәүефе арта бара. Бөгөнгө көндә СПИД – ҡайҙалыр алыҫтағы, һиңә бер ҡасан да килеп ҡағылмаҫ сир түгел, ә беҙҙең ҡурҡыныс ысынбарлыҡ. Беҙҙең республикала ВИЧ-инфекция диагнозы менән 21 мең кеше йәшәй. Статистика белешмәләренә ярашлы, уларҙың 13 меңе – ир-егеттәр, 8 меңе – ҡатын-ҡыҙҙар. ВИЧ- инфекциялыларҙың 12 меңләбе – ҡалаларҙа, 6,8 меңе ауыл ерендә көн итә. Әлеге ваҡытта республикала ауырыу- санлыҡ кимәле түбәндәгесә: 100 мең кешегә 54,2 кеше.

Ошо сир тураһында мәғлүмәтте уҡып, үҙегеҙҙе был хәүефтән ҡурсалағыҙ. Был бары тик һеҙҙең үҙегеҙҙән генә тора.
Сир тыуҙырғыс – кеше иммунодефициты вирусы. Инфекция сығанағы – инфекция йоҡторған кешеләр, уларҙа сирҙең ниндәй стадияһы һәм клиник билдәләр булыу-булмауы мөһим түгел. Сир нигеҙҙә енси юл аша йоға, шулай уҡ ҡан аша, мәҫәлән, ҡан һәм уның компоненттарын ебәргәндә вирус йоҡторорға мөмкин. Әсәнән балаға күсеү осраҡтары ла бар.
Кеше организмына үтеп ингән вирусты юҡ итеү мөмкин түгел. Күп төрлө тикшеренеүҙәр һәм программалар бойомға ашырылыуға ҡарамаҫтан, ВИЧ- тан вакцина уйлап табылмаған.
Халыҡтың ошо хәүеф тураһында тейешле кимәлдә белмәүе ВИЧ йоҡтороусыларҙың артҡандан-арта барыуына сәбәпсе булып тора.
Енси партнерҙарҙың бер-береһенә тулы (ҡайһы саҡта артыҡ) ышаныуы, күпселек ир- егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың башҡа төбәктәргә, айырыуса ВИЧ ярайһы уҡ ныҡ таралған Төньяҡ райондарға вахта буйынса эшкә йөрөүе, түбән әхлаҡи тәрбиә, халыҡтың енси яҡтан тыйнаҡһыҙ булыуы ВИЧ-тың таралыуына килтерә. Енси юл һәм ҡан аша зарарланыуҙан тыш, вирус йоҡтороуҙың башҡа юлдары юҡ. Инфекция уртаҡ һауыт-һаба, гигиена кәрәк-яраҡтары ҡулланғанда, бассейн, ванна һәм бәҙрәф бүлмәләре, ҡан эсеүсе бөжәктәр аша күсмәй. Кеше иммунодефициты вирусы тышҡы мөхиттә, кеше организмынан тышта бик тиҙ һәләк була.
ВИЧ-инфекцияның билдәләре
Инкубация осоро үткәс, вирус йоҡторғандан һуң 14 көн йә иһә 6 ай уҙғас, тәүге билдәләр күренергә мөмкин. Ҡайһы саҡта сирҙең бер ниндәй билдәләре булмай. Ауырыуҙың киҫкен фазаһында тән температураһының күтәрелеүе, лимфатик төйөрҙәрҙең ҙурайыуы, тән ауырлығы кәмеүе, артыҡ ныҡ тирләү, тәндә төрлө сабыртмалар барлыҡҡа килеүе, мускулдар һәм быуындар ауыртыуы, ҡоҫоу, эс китеүе, күңел болғаныуы, бауыр һәм талаҡтың ҙурайыуы күҙәтелә. Артабан симптомһыҙ стадия башлана, ул 2–3 йылдан 20 йылғаса (уртаса 6–7 йыл) дауам итергә мөмкин. Симптомһыҙ осорҙан һуң ВИЧ- инфекцияның симптоматик хроник фазаһы башлана: сирле кеше төрлө вируслы, бактериаль йә иһә бәшмәк ауырыуҙарынан хитлана башлай, яман шеш үҫешә. Артабанғы терминаль (аҙаҡҡы) стадия – иммунитет дефициты синдромы йә иһә СПИД. Был стадияла сирҙең билдәләре асыҡ беленә, организмдың барлыҡ мөһим системаларының эше боҙолған була. Әүҙем терапия уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, был стадия үлемгә килтерә.
ВИЧ-инфекцияны диагностикалау
Лаборатор диагностика төрҙәре: ПЦР – вирустың РНК-һын асыҡларға мөмкинлек биреүсе алым; ВИЧ-ҡа антиесемдәрҙе билдәләүгә иммуноферментлы анализ; ыңғай ИФА һөҙөмтәһенән һуң ҡулланылған иммуноблоттинг алымы. Мотлаҡ табип-инфекционистан консультация алырға кәрәк. ВИЧ-инфекцияны дауалау
ВИЧ-инфекцияны тулыһынса дауалап булмай, барлыҡ дауалау саралары сирле кешенең дөйөм хәлен яҡшыртыуға, төрлө өҫтәмә сирҙәр барлыҡҡа килеүенә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән. Терапия барышында вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, ғүмер буйы дауаланырға кәрәк. Төрлө өҫтәмә ауырыуҙар үҫешкәндә симптоматик дауалау тәғәйенләнә. Прогноз ошондай: ВИЧ-инфекцияны тулыһынса дауалап булмай, күп осраҡтарҙа вирусҡа ҡаршы терапия күпмелер һөҙөмтә бирә. Бөгөн ВИЧ- инфекциялылар уртаса 11–15–20 йыл йәшәй, ләкин яҡшы терапия һәм заманса препараттар пациенттарҙың ғүмерен һиҙелерлек оҙайтырға мөмкинлек бирәсәк. СПИД үҫешеүен тотҡарлауҙа сирленең психологик хәле һәм уның ҡушылған режимды ни тиклем ентекле үтәүе төп роль уйнай.
ВИЧ-инфекцияны киҫәтеү
Халыҡҡа, айырыуса йәштәргә ВИЧ/СПИД хәүефе, зарарланыу юлдары, һаҡланыу саралары, енси бәйләнеш ваҡытында мотлаҡ презерватив ҡулланыу кәрәклеге тураһында мәғлүмәт биреү мөһим. Осраҡлы енси бәйләнештәрҙән тыйылығыҙ. Әлеге ваҡытта бөтә донъяла төп таралыу факторына – тәртипһеҙ енси тормошҡа айырым иғтибар бирелә. Енси белемһеҙлекте кәметеү маҡсатында уҡыу программаларына енси гигиена курстары индерелә.
Шулай уҡ наркоманияны профи- лактикалау, инъекциялар өсөн бер тапҡыр ҡулланыла торған системалар файҙаланыу мөһим булып тора. ВИЧ-инфекциялыларҙы махсус үҙәктәр базаһына иҫәпкә ҡуйырға кәрәк. ВИЧ-инфекциялы әсәләр балаларын имеҙергә тейеш түгел.
Хәҙерге заман препараттары инфекция үҫешеүен тотҡарларға, пациенттың үлеменә килтереүсе сирҙәргә ҡаршы эффектлы көрәшергә мөмкинлек бирә. Шуға ла ВИЧ-ҡа тикшерелеү, анализ ыңғай булғанда, кисекмәҫтән иҫәпкә баҫыу һәм дауалана башлау бик мөһим булып тора. Инфекцияның нигеҙҙә енси юл аша күсеүен онотмағыҙ һәм осраҡлы, тәртипһеҙ енси бәйләнештәрҙән тыйылығыҙ. Енси бәйләнеш ваҡытында һәр саҡ презерватив ҡулланығыҙ.
Беҙ өсәү: сир, пациент һәм табип. Пациент кем яғына баҫа, шул еңәсәк.
Р. Әлибаева, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы табибы

Читайте нас: