Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Февраль 2019, 19:15

КИҘЕҮГӘ НИСЕК ҠАРШЫ ТОРОРҒА

Грипп (киҙеү) – йоғошло сир, уның менән теләһә ҡайһы кешенең сирләүе ихтимал. Сирҙе вирус тыуҙыра. Күпселек кешеләр грипп менән бер нисә көн генә, ләкин ҡайһы берәүҙәр етди сирләй, хатта үлем осраҡтары булып тора. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, йышырағын А (Н1N1) вирусы асыҡлана һәм уның өлгөләре вакцина штамдарына ярашлы. Был шуны аңлата: әгәр һеҙ киҙеүгә ҡаршы 2018 йә иһә 2019 йылда прививка яһатҡан булһағыҙ, сирләү хәүефе аҙ. Әгәр сирләп китһәгеҙ, сир еңел формала үтәсәк. А (Н1N1) штамы пандемик булып һанала, сөнки нәҡ ошо вирус иммунитетҡа ныҡлы ҡаршы тороу, организмды зарарлау һәм ҡаты өҙлөгөүҙәргә килтереү һәләтенә эйә.

Киҙеүҙең билдәләре төрлө була. Төп билдәләре:
1. Юғары температура, ҡағиҙә булара, +39 градустан юғары. Йыш ҡына +40 градустан артыуы мөмкин. Тән температураһының ошолай күтәрелеүе организмдың интоксикацияһы һөҙөмтәһе, шулай уҡ иммун системаһының уға реакцияһы булып тора. Юғары температураның ни тиклем оҙаҡ дауам итәсәге сирҙең ҡатмарлылығына һәм ниндәй дарыуҙар ҡулланылыуына бәйле. Гриптың ҡатмарлы формаларында юғары температураны махсус дарыуҙар менән кәметеү еңел бирелмәй. Температура 4–5–6 көн һаҡлана йә иһә ҡыҫҡа ғына осорға кәмеп тора.
2. Баштың киҫкен ауыртыуы, айырыуса маңлай өлөшөндә. Тамаҡ һәм тән ауыртыуы. Баш, күкрәк, шулай уҡ тәндең башҡа өлөштәре, айырыуса аяҡ мускулдары ауыртыуы организмдың ағыуланыуы эҙемтәһе булып тора. Йыш ҡына улар гриптың тән температураһы күтәрелгәнсе үк барлыҡҡа килгән тәүге билдәләре ролен үтәй. Мускулдарҙағы ауыртыуҙар һыҙлау характерында булырға мөмкин. Баш ауыртыуы ғәҙәттә маңлай өлөшөндә була, шулай уҡ баштың тотош ауыртыуы ихтимал. Ҡайһы берҙә күҙҙәрҙең әсетеп ауыртыуы, яҡтылыҡтан ҡурҡыуы күҙәтелеүе мөмкин. Былар барыһы ла киҙеүҙең иң йыш осраған билдәләре булып тора.
3. Ҡайһы саҡта ашҡаҙан-эсәк тракты эше боҙола: күңел болғана, аппетит юғала, диспепсия үҫешә. Ҡайһы берҙә ҡоҫоу, эс китеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта, дөйөм алғанда, грипп өсөн бындай билдәләр хас түгел.
4. Йышырағын “ғәҙәти” һалҡын алдырыуҙың билдәһе – тымау күҙәтелмәй.
5. Көслө йүткереү икенсе-өсөнсө көнгә башлана. Киҙеүҙең вирусы бронхыларҙың лайлалы шекәрәһен зарарлай, шуға ла йүткереү ғәҙәти билдә булып тора. Ләкин йүткереү сирҙең тәүге сәғәттәрендә һирәк күҙәтелә. Йүткереү ғәҙәттә киҫкен һәм өҙлөкһөҙ була, сирленең хәлен ала, йоҡларға бирмәй.
Сир башланған осорҙа йүтәл ҡоро. Һуңыраҡ ҡаҡырыҡлы йүтәл башлана. Күкрәк ауыртыуы һиҙелә.
Гриптың тиҙ үтеүсән формаһы – һирәк осрай торған бик хәүефле сир. Был осраҡта сир бик тиҙ үҫешә, тән температураһы бер нисә сәғәт эсендә 40 градусҡа етә, организмдың дөйөм ағыуланыуы билдәләре күҙәтелә. Сирҙең үпкә һәм мейе шешенеүе, үлем менән тамамланыуы мөмкин.
Грипп өҙлөгөүҙәргә килтереүе менән хәүефле. Грипп менән ауырығанда хроник сирҙәр ҡатмарлаша. Гриптың иң хәүефле өҙлөгөүҙәре:
вируслы пневмония, ул хатта стационар шарттарында ла дауалауға ауыр бирелә;
йөрәк мускулының ялҡынһыныуы – миокардит, йөрәкте уратып алған туҡымаларҙың шешеүе – перикардит, мейе шекәрәһе шешеүе (менингит), мейе шешенеүе (энцефалит);
ауыр бауыр һәм бөйөр етешмәүсәнлеге; йөклө ҡатындарҙа – иртә срокта бала төшөүе, ҡарындағы балаға инфекция йоғоуы.
Әгәр сирләп китһәгеҙ, түбәндәгеләрҙе үтәгеҙ:
1. Түшәк режимын һаҡлағыҙ.
2. Әсе эсемлектәр (лимонлы сәй, ҡарағат, мүк еләге морсы) эсегеҙ.
3. Табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы ҡабул итегеҙ: баш ауыртыуынан, температураны төшөрөүсе, антигис- таминлы (аллергияға ҡаршы) препараттар.
Әгәр кешелә гриптың тәүге билдәләре күҙәтелһә, иң беренсе өйгә табип саҡырырға кәрәк. Табип саҡырыу өсөн төп нигеҙ булып +38 градустан юғарыраҡ температура тора. Бындай тән температураһы менән үҙ аллы поликлиникаға барыу сирленең үҙе өсөн генә түгел, тирә-яҡтағылар өсөн дә хәүефле, сөнки уларға сир йоҡтороуы мөмкин. Айырыуса балалар һәм оло йәштәгеләр, йөрәк-ҡан тамырҙары, бөйөр сирҙәре менән яфаланыусылар инфекцияға тиҙ бирешеүсән. Ләкин токсик гриптан һау-сәләмәт өлкән кешеләрҙең дә үлеме мөмкин. Шуға ла, зинһар өсөн, тирә- яҡтағыларға ихтирамлы ҡарағыҙ! Вирусты таратып йөрөмәгеҙ, өйҙә ҡалығыҙ һәм табип килеүен көтөгөҙ.
Табип килгәнсе түшәк режимын үтәргә кәрәк. Сирлегә йорт шарттарында дауаланырғамы йә иһә стационар шарттарындамы икәнлеген табип хәл итергә тейеш. Әгәр өйҙә дауаланырға кәрәк булһа, табип барлыҡ кәрәкле дарыуҙарҙы тәғәйенләйәсәк.
Әгәр бына тән температураһы +38, +39 градустан юғары булһа, тын ҡыҫылһа, күкрәк ауыртһа, өҙлөкһөҙ ҡоро йүтәл, күңел болғаныуы, ҡоҫоу күҙәтелһә, табип килгәнен көтөп тормайынса, ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырырға кәрәк.
Грипп ваҡытында түшәк режимын үтәүҙең мөһимлеген онотмағыҙ!
Грипты киҫәтеү өсөн:
1. Кешеләр күп йыйылған биналарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ.
2. Яҡында йүткереүсе кеше булһа, 1,5–2 метрға ситкә китегеҙ.
3. Ҡулығыҙ менән танауығыҙға, ауыҙығыҙға һәм күҙҙәрегеҙгә ҡағылырға тырышмағыҙ – был грипп менән зарарланыуҙың төп сәбәбе булып тора! Лайлалы шекәрәгә эләгеп, вирус бик тиҙ үрсей башлай.
4. Ҡулығыҙҙы даими рәүештә һабын менән йыуығыҙ. Урамдан кергәс, йәмәғәт урындарында йөрөп ҡайтҡас, ҡулығыҙҙы айырыуса ентекләп йыуығыҙ.
5. Тейешенсә йоҡлағыҙ, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ. Кәрәгенсә йоҡламау организмды ҡаҡшата.
6. Йүткергәндә һәм сөскөргәндә сирле кеше ауыҙын һәм танауын ҡулъяулыҡ йә иһә салфетка менән ҡапларға тейеш. Бер-беребеҙгә ихтирамлы булайыҡ! Йүткереүсенең ауыҙ-танауын ҡаплауын һорауҙан оялырға кәрәкмәй.
7. Үҙегеҙ оҙаҡ ваҡыт булған (йәшә- гән, эшләгән) бүлмәне даими елләтеп, еүешле сепрәк менән йыйыштырып, һауаһын дымландырып тороғоҙ.
8. С витаминлы ризыҡтарҙы (мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле, лимон һ.б.) мөмкин тиклем күберәк ашарға тырышығыҙ. Аллергияғыҙ булмаһа, көнөнә бер ҡалаҡ бал ашағыҙ – уның иммунитетты нығытыуы иҫбатланған. Һарымһаҡ һәм һуған өҫтәлгән аш-һыуҙы күберәк ҡулланырға кәрәк.
9. Врач кәңәше буйынса иммуни- теттты күтәреүсе препараттар ҡулланығыҙ.
10. Ғаиләлә йә иһә эш коллективында грипп менән сирләүсе булһа, профилактик маҡсатта вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итә башлағыҙ (табип менән кәңәшләшеп һәм инструкцияһына ярашлы).
Ата-әсәләр! Сирләгән балаларығыҙҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына, мәҙәни күмәк сараларға ебәрмәгеҙ. Грипп ваҡытында түшәк режимын үтәү бик тә мөһим, сөнки сир йөрәк-ҡан тамырҙары, иммун һәм башҡа системаларға ҙур көсөргәнешлелек яһай.
Гриптан үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай. Нәҡ тәбип диагноз ҡуйырға һәм пациенттың йәшенә һәм хәленә ҡарап дауаланыу курсын тәғәйенләргә тейеш.
Сирле кеше ятҡан бүлмәне даими рәүештә елләтергә, мөмкин тиклем йышыраҡ еүешле сепрәк менән йыуып торорға кәрәк. Вирустарға тәьҫир итеүсе дезинфекция сараларын ҡулланырға мөмкин. Сөнки вирустар бүлмәләге мебелгә, иҙәнгә тарала. Беҙҙең ҡулға эләгеп, күҙ, ауыҙ, танау аша организмға үтеп инмәһендәр өсөн, уларҙы ваҡытында юҡ итеү мөһим.
Грипп менән сирләүсе кеше менән аралашыуҙы сикләгеҙ. Уның эргәһенә ингәндә медицина битлеге йә иһә марлянан бәйләмес файҙаланығыҙ. Ҡулланылған битлектәрҙе ташлай барығыҙ. Һәм иң мөһиме! Грипҡа ҡаршы көрәштең иң эффектлы сараһы – вакцинация. Нәҡ вакцина организмда грипп вирусына ҡаршы ҡалҡан булдыра!
Организмға вакцина индерелеүе сирҙе тыуҙырмай, һаҡлағыс антиесемдәр барлыҡҡа килеүе юлы менән иммун системаһын инфекцияға ҡаршы көрәшкә стимуллай. Грипп вакцинаһының һөҙөмтәлелеге ҡышҡы осорҙа ҡабул итергә мөмкин булған барлыҡ препараттарҙан, мәҫәлән, иммуномодуляторҙар, витаминдар, гомеопатик, “халыҡ медицинаһы” сараларынан күпкә өҫтөн. Вакцинация бөтә халыҡҡа кәңәш ителә, ләкин ул айырыуса балалар (6 айҙан башлап), хроник сирҙәр менән яфаланыусылар, йөклө ҡатындар, һөнәри хәүеф төркөмөнә инеүселәр – медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, студенттар, хеҙмәтләндереү һәм транспорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим булып тора.
Вакцина сир тарала башланғанға тиклем 2–3 аҙна алда медицина учреждениеһында яһалырға тейеш. Гриптан вакцина яһатыуға ҡаршы дәлилдәр күп түгел. Киҫкен биҙгәк тотоуы, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе, организмда йомортҡа аҡһымына ҡарата (әгәр ул вакцина составына инһә) һиҙгерлек юғары булыуы прививка яһатыуға ҡаршы дәлилдәр булып тора. Гриптан прививка яһатып, һеҙ үҙ организмығыҙҙы ҡурсалайһығыҙ!
Грипп вирусына ҡаршы торорға әҙер булығыҙ!
Р. Әлибаева, район үҙәк дауаханаһы табибы.
.
Читайте нас: