Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Февраль 2019, 16:46

МЕДИЦИНА ҺӘМ ФӘН АЙЫРЫЛҒЫҺЫҘ

Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе бик күп данлыҡлы шәхестәрҙе: күренекле ғалимдарҙы, танылыу алған белгестәрҙе һәм хеҙмәт алдынғыларын уҡытып сығарған. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, БР--ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Мәсәғүт район үҙәк дауаханаһы хирургы Рөстәм Данис улы Нәжипов та үҙ ваҡытында был мәктәпте миҙал менән тамамлаған. Эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул беҙҙең менән осрашырға ваҡыт тапты һәм әңгәмәбеҙ ҡыҙыҡлы булды.

“Табип һөнәре миңә бала саҡтан таныш ине. Әсәйем Рәмзиә Гәрәй ҡыҙы Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә операциялар шәфҡәт туташы булып эшләне, әле ул Түбәнге ҡыйғы ауыл дауалау амбулаторияһында хеҙмәт юлын дауам итә. Яҡын туғандарыбыҙ, табиптар Рәфҡәт Зәки улы менән Рәфилә Зәки ҡыҙы Нәжиповтар йыш ҡунаҡҡа килә торғайны, ғаиләбеҙ дуҫы Рим Мөхәрәм улы Ғарипов та йыш булды беҙҙә. уңышлы үткәргән операциялары хаҡында һөйләгәндәрен тыңлап, мин дә улар һымаҡ булырға хыяллана торғайным. Хыялым Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына килтерҙе. Студент саҡта анатомия түңәрәгендә шөғөлләндем, интернатураны 22-се дауаханала (Өфө ҡалаһы), БДМУ-ның табипҡа тиклемге тиҙ ярҙам кафедраһы ҡарамағында үттем. Был киң йүнәлешле дауахана ҡан тамырҙары хирургияһы, торакаль хирургия, эсәк йәбешеүҙәре буйынса үҙәк булып тора. Бында мин яҡшы практика туплау менән бергә, сирлене дауалау тактикаһы, стратегияһы һәм дауалау юлдары буйынса яҡшы тәжрибә алдым,” – тип һөйләй Рөстәм Данис улы.
Һәләтле студент һәм талантлы тикшеренеүҙәр алып барыусыға вуз уҡытыусылары аспирантураға йүнәлтмә бирә. ул өлкән иптәштәренең тәҡдимен ҡабул итеп, университеттың клиникаһында эш башлай. Ғилми тикшеренеүҙәр өсөн үт ташы ауырыуын дауалау алымдарын һайлай. Профессор Р. Ғарипов етәкселегендә “Рецидив һәм резидиуаль холедохолитиазды дауалауҙа аҙ инвазиялы хирургияның яңы технологияларын оптималләштереү” темаһы буйынса фән кандидаты дәрәжәһенә ғилми диссертацияһын уңышлы яҡлай. Әлеге көндә Р. Нәжипов – 12 ғилми хеҙмәт авторы.
2012 йылда Мәсәғүт ауылында үҙәк район дауаханаһы эргәһендә муниципаль-ара медицина үҙәге төҙөлөү сәбәпле, Р. Нәжиповты был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы баш табибының дауалау өлкәһе буйынса урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар. Йәш ғалимға, медицина үҙәген ҡулланыуға тапшырыу өсөн, байтаҡ көс һалырға һәм белемен эшкә егергә тура килә. Яңы заманса ҡорамалдар ҡайтарыла.
Әле яҡташыбыҙ хирург-табип, хирургия бүлегендә колопроктолог булып эшләй. Бында ауыр хәлдәге сирлеләргә ашығыс профессиональ ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә үҙәккә эске ҡан һауыу диагнозы менән бер кешене килтерәләр, ул 80% ҡанын юғалтҡан була. Операция ете сәғәткә һуҙыла, аҡ халатлы кешеләрҙең оҫта һәм аныҡ эш итеүе арҡаһында иҫән ҡала. Пациенттар һәм коллегаларының фекере буйынса, Рөстәм Данис улы – йыуан һәм тура эсәк, гепатопанк- реатодуоденаль өлкә, үт ташы ауырыуҙарын дауалау, эсәктәр йәбешеүе, ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса беҙҙең төбәктә иң яҡшы табип.
Ғалим үҙәктә практика үткән медик-студенттар менән үҙ тәжрибәһе һәм дауалау алымдары менән ихлас уртаҡлаша, консультациялар бирә, тикшереү һәм дауалау планын төҙөргә өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта ул, һауығыу нигеҙҙә сирленең үҙенән тора, тип иҫәпләй. уның фекеренсә, сәләмәт булыуҙың сере – дөрөҫ туҡланыу, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, күберәк хәрәкәт итеү. Р. Нәжиповтың ҙур хыялы бар, ул – республиканың төньяҡ-көнсығышында Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедраһы филиалын асыу.
Рөстәм Данис улы ял минуттарында ҡулына гитараһын алып, йырларға ярата. Ғалим- табиптың ғаиләһе ҙур. Тормош иптәше Елизавета Валерьевна (һөнәре буйынса акушер-гинеколог) менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: