Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Март 2019, 18:03

ВИЧ-ИНФЕКЦИЯ – ТУБЕРКУЛЕЗДЫҢ ЯҢЫ ПРОБЛЕМАҺЫ

Туберкулезҡа ҡаршы көрәш һаулыҡ һаҡлау өлкә- һенең көнүҙәк проблема- ларының береһе булып ҡала.

Бөгөн фтизиатрияла ВИЧ- инфекциялыларҙы туберкулездан дауалау – иң етди проблема. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса нәҡ ошо инфекция планета халҡы араһында туберкулездың кәмемәүе сәбәбе булып тора. Беҙҙең районда ВИЧ- инфекция буйынса хәлдәр торошо бик ҡатмарлы. 2018 йылда ошо сир менән ауырыусанлыҡ буйынса беҙҙең район республикала 3-сө урынға сыҡты.
Кеше туберкулезды тыуҙырғыс микобактериялар менән бик йыш осраша. Ләкин организмдың һаҡлағыс механизмдары кинәт насарайғанда ғына туберкулез үҫешә. Быға төрлө сирҙәр сәбәпсе: шәкәр диабеты, үпкә сире, ашҡаҙандың сей яраһы һ.б. Наркотиктар ҡулланыу, стреслы хәлдәр, иректән мәхрүм итеү урындарында булыу, насар туҡланыу, хроник арыу, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше шулай уҡ туберкулез менән сирләүгә килтерә.
Бөгөн тәүге тапҡыр туберкулез менән сирләүселәр араһында һәр унынсы кешелә ВИЧ-инфекция бар. Ә туберкулездан вафат булыусыларҙың һәр дүртенсеһе ВИЧ менән яфаланған.
ВИЧ-инфекцияның һуңғы стадияларында туберкулез үлемгә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып тора. Ҡотолоу юлы юҡ, тип иҫәпләргәме йә иһә ВИЧ- инфекциялыларҙы ла туберкулездан дауалап буламы?
Сирҙе асыҡлауҙың төп ысулдары – флюорография һәм рентгенография. Был тикшереүҙәрҙе йылына бер тапҡыр, ә хәүеф факторҙары булғанда йышыраҡ үтеп торорға кәрәк. Мәҫәлән, ВИЧ- инфекциялы сирлеләр йылына ике тапҡыр профилактик тикшереү үтергә тейеш. Үкенескә ҡаршы, микробиологик тикшереү (туберкулез таяҡсаһын ҡаҡырыҡта асыҡлау) һәм “диаскин-тест” ВИЧ-инфекциялы сирлеләрҙә туберкулезды асыҡларға ярҙам итмәй. Туберкулез менән сирләүсе ВИЧ-инфекциялыларҙы бер үк ваҡытта табип-инфекционист һәм фтизиатр күҙәтә. Махсус диспансер шарттарында дауаланыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк башларға кәрәк, һөҙөмтә быға туранан-тура бәйле. Үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнергә ярамай. Туберкулезға ҡаршы һәм антиретровируслы ҡатнаш терапия бушлай уҙғарыла. Ике сирҙең клиник билдәләре, йыш ҡына уларға С һәм В гипатиты өҫтәлеүе сәбәпле, дауалау ҡатмарлы барыуға ҡарамаҫтан, сирҙе ваҡытында асыҡлағанда, тейешенсә дауаланғанда туберкулездан ҡотолорға, ВИЧ- инфекция көсәйеүен киҫәтергә, нормаль ғаиләлә һау- сәләмәт балалар үҫтерергә була.


Г. Фазләхмәтова, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы фтизиатры.

Читайте нас