Был хеҙмәт айырым бинала, поли- клиниканан санитар-эпидемиологик талаптар буйынса ҡаралған алыҫлыҡта урынлашҡан. Капиталь ремонттан һуң медицина персоналы эше өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған. Әйтергә кәрәк, бинаны реконструкциялау проектын табип Ғ. Фазләхмәтова үҙе төҙөгән һәм уның тормошҡа ашырылыуына өлгәшкән. Бөгөн балалар айырым бүлмәлә ҡабул ителә. Барлыҡ бүлмәләрҙә эҫе һәм һалҡын һыу крандары бар, сирлеләрҙән анализ алыу өсөн кабина ҡаралған. Ҡаҡырыҡ йыйыу һәм бактериоскопик тикшереүгә тапшырыу процедураһын кесе техник персонал – Әлфинур Хәсипова башҡара.
Шәфҡәт туташы Нурания Расфар ҡыҙы Ҡужина – табиптың ышаныслы ярҙамсыһы. Ул ҡабул итеүҙе алып барырға ярҙамлаша, төрлө ҡағыҙҙарҙы тултыра.
“Беҙ флюорография кабинеты шәфҡәт туташы Светлана Ғәбитова менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Уның ҡарамағында – заманса цифрлы флюорографик аппарат. Пациентта патология булыуына ниндәйҙер шик тыуһа, кисекмәҫтән был хаҡта беҙгә һәм табип-рентгенологҡа хәбәр итә. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ пациентты өҫтәмә тикшереүгә саҡырабыҙ. “Диаскинтест” препараты ярҙамында диагностика яһала, шулай уҡ туберкулезға ҡандың иммунофермент анализы уҙғарыла,” – тип һөйләй эш үҙенсәлектәре тураһында Ғ. Фазләхмәтова. “Был эҙмә-эҙлеклелектең өҙөлмәүе бик мөһим, – тип дауам итә ул.
– Саҡырыу ҡағыҙын алған кеше кисекмәҫтән туберкулезға ҡаршы көрәш кабинетына килергә, үҙ ғүмерен, яҡындарының һәм тирә-яҡтағыларҙың һаулығын һаҡлап ҡалыу өсөн, тейешенсә дауаланырға тейеш.
2018 йылда туберкулез менән ауырыусанлыҡ беҙҙең районда уртаса республика күрһәткесенән юғарыраҡ булды. Шуныһы һөйөнөслө: сирҙең ауыр формалары асыҡланманы. Яңы теркәлгән 8 осраҡтың 6-һы профилактик тикшереүҙәр ваҡытында асыҡланды. Шулай уҡ туберкулез беҙҙең районға күсеп килгән социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе өс балала табылды. Ваҡытында дауалау һөҙөмтәһендә сир артҡа сигенде. Ауырыу балалар Өфө ҡалаһындағы мәктәп-интернатта уҡый һәм дауалана.
Сирлеләрҙе махсус шифаханаларҙа реабилитациялау мөһим этап булып тора, беҙ пациенттарҙы унда дауаланыу курсын үткәс ебәрәбеҙ”. Ғәлиәбаныу Биктимер ҡыҙы – инициативалы һәм ҙур яуаплылыҡ тойғоһона эйә кеше. Райондағы именлекте тәьмин итеү өсөн, унан ныҡышмалылыҡ һәм эҙмә-эҙлеклелек талап ителә. Ул бер үк ваҡытта ҡырыҫ та, һиҙгер күңелле һәм кешеләр тураһында ҡайғыртыусан да. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы, “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән. Ошо хеҙмәттең ветерандары менән бәйләнеште өҙмәй.
Әүҙем етәксе художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Коллектив йыл һайын үҙ территорияһын тәртипкә килтерә, гөл- сәскәләр үҫтерә. Улар бина тирәләй ултыртҡан ҡарағайҙар ярайһы уҡ күтәрелергә өлгөргән инде. “Ылыҫлы ағастарҙы үҫтереү – хәүефле инфекцияға ҡаршы көрәштә профилактик эштең бер өлөшө,” – ти табип.