“Ул пациенттарға бик иғтибарлы, сикһеҙ сабыр, ныҡлы характерға эйә, һәр хәлдә тыныслыҡ һаҡлай, тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итә белә. Татьяна Александровна – ҙур яуаплылыҡ тойғоһона эйә, үҙ эшенә тоғро кеше, изге күңелле һәм ярҙамсыл белгес,” – ошолай ти уның хаҡында дауахананың баш белгесе Р. Кәримов.
Т. Демях сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Бәләкәйҙән табип булырға хыяллана. Медицина йүнәлешендәге 35-се мәктәптә белем ала. Иң ҡәҙерле кешеһен – әсәһен юғалтыу ҡайғыһын кисерергә тура килә. Мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инеп йөрөгәнендә Стелла Тимофеевна ауыр сирҙән вафат була. Һуңынан 36 йәшендә генә апаһы яҡты донъянан китеп бара. Уның ике улы ҡала. Татьяна Александровна уларҙы үҙенең ике улы менән бергә тәрбиәләп үҫтерә.
Вузды тамамлағас, Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында гинекология бүлексәһендә эшләй. Һуңынан 5 йыл Красноусольск ҡалаһы дауаханаһында баш табип урынбаҫары, функциональ диагно- стика (УЗИ) буйынса табип була.
Беҙҙең районға 2017 йылдың ноябрендә “Земство докторы” программаһы буйынса килә һәм шунда уҡ әүҙем хеҙмәт эшмәкәрлегенә тотона. Татьяна Александровна мәғлүмәт- аналитика төркөмдәре составында халыҡ менән осрашыуҙарға йөрөй. Ул ваҡытында диспансеризация үтеүҙең әһәмиәте тураһында иҫкәртә. “Кешенең һаулығы – үҙенең ҡулында. Бала тыуғансы уҡ уның һаулығына инвестициялар яһарға кәрәк. Ата-әсәләр зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартырға: спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа, сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Дөрөҫ туҡланыу ҙур һәмиәткә эйә. Тәбиғи ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Хәҙерге замандың ҡурҡыныс сирҙәре (онкология һәм башҡалар) башланғыс стадияла үҙен бер нисек тә һиҙҙермәй, уларҙы белгес кенә диагностикалай ала,” – ти табип.