Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Июнь 2019, 17:17

ТОРМОШ БҮЛӘК

14 июнь – бөтә донъя донорҙар көнө.Беҙҙең районда 26 кеше Рәсәй Федерацияһы Почетлы доноры статусына эйә.

Беҙҙең районда 26 кеше Рәсәй Федерацияһы Почетлы доноры статусына эйә. Кешеләр ғүмерен ҡотҡарыу өсөн кәрәкле булған ҡанды үҙирекле һәм бушлай тапшырыусылар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре лә күп. Шуларҙың береһе – Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының элекке шәфҡәт туташы, хеҙмәт ветераны Л. Ғибаҙуллина (һүрәттә).
Ляля Нагимовна родом из с. Верхние Киги. Ләлә Нәғим ҡыҙы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫә. Һатҡы ҡалаһы медицина училищеһында 2-се курста белем алғанда, ауыр хәлдәге кешегә һирәк осрай торған төркөмдәге ҡан ашығыс талап ителгәс, тәүге тапҡыр донор була. Шул саҡта уҡ кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡандың ни тиклем кәрәкле һәм әһәмиәтле булыуын аңлай.
Йәш белгес хеҙмәт юлын район дауаханаһы балалар бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып башлай. Йыш ҡына бүлексәгә төрлө йәрәхәттәр алған, ауыр патологиялары булған балалар килтерелә. Ҡайһы саҡ ҡан биреү баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән-бер юл булып тора. Бындай осраҡтарҙа шәфҡәт туташы беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙа. “Беҙҙең дауаханаға йөклөлөк йә иһә бала табыу ваҡытында күп ҡан юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ауыр формалағы анемиянан яфаланған балалар килтерелә торғайны. Ҡан һәм кимек матдәһе ауырыуҙары, нәҫелдән килгән гемоглобин аномалиялары, иммунодефицит менән яфаланған, юл-транспорт ваҡиғаларында травма алған пациенттар өсөн дә ҡан һәм уның компоненттары йыш талап ителде. Ҡатмарлы операция үткәреүселәргә лә кәрәк була,” – тип хәтерләй донор.
Эшләү осоронда Л. Ғибаҙуллина 50 тапҡыр ҡан тапшыра. Ә уның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәт стажы – 40 йыл. Уға тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Изге күңелле һәм ихлас кеше кисекмәҫтән ярҙамға ашыға. Һуңынан үҙенең реципиенттарын күҙәтә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы менән наградланған. Бөгөн дә ветеран үҙе тормош бүләк иткән, ҡан буйынса туғандашҡа әүерелгән пациенттарынан рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Ләлә Нәғим ҡыҙы тормош иптәше Радик Вәлиулла улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн алты ейәндәре үҫә.
Автор фотоһы.

Читайте нас