Беҙҙең Ҡыйғы
+18 °С
Дождь
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Сентября 2019, 06:55

ХАЛЫҠТЫҢ СӘЛӘМӘТЛЕГЕН ҺАҠЛАУ – ИҢ МӨҺИМ БУРЫСТАР ИҪӘБЕНДӘ

Һаулыҡ – беҙҙең иң төп ҡиммәттәребеҙҙең береһе.

Һаулыҡ – беҙҙең иң төп ҡиммәттәребеҙҙең береһе. “Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы” дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы район халҡына квалификациялы амбулатор һәм стационар ярҙам күрһәтеүсе күп профилле дауалау учреждениеһы булып тора. Учреждениелағы быйылғы ыңғай үҙгәрештәр тураһында беҙгә уның баш табибы Рәүил Рәмил улы Кәримов һөйләне:
Мәғлүм булыуынса, йыл башында беҙҙең районға заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ике тиҙ ярҙам машинаһы бүленде.
Яҡын арала район дауаханаһына УЗИ аппараты, электрокардиограммаларҙы республика учреждениеларына дистанцион тапшырыу мөмкинлеге булған 12 каналлы ЭКГ аппараттары (2 дана) ҡайтарыласаҡ. Шулай уҡ 2019 йылда беҙ видеоэндескопик операция таяуын (стойка) аласаҡбыҙ.
2020 йылда Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы өсөн стоматологик ҡулайламалар (2 дана), 12 каналлы ЭКГ аппараттар (5 дана), операцион яҡтыртыу ҡулайламаһы һатып алынасаҡ.
Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы территорияһына модуль таҙартыу ҡоролмаларын һатып алыу һәм урынлаштырыу мөһим мәсьәлә булып тора. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбиров беҙҙең районға эш сәфәре барышында был мәсьәләне яҡын арала хәл итеүгә иғтибар йүнәлтте. Уның тарафынан бер нисә күрһәтмә бирелде. Әлеге ваҡытта бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу системаһын проектлау бара.
Бынан тыш, быйыл Түбәнге Ҡыйғы ауыл дауалау амбулаторияһы ҡыйығын яңыртыуға 400 мең һум бүленде. 2020 йылда был медицина учреждениеһын капиталь ремонтлау планлаштырыла.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары – ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлауҙың айырым участкаһы. Беҙҙә тәүге медик-санитар ярҙамды тейешле кимәлдә күрһәтеү өсөн күп нәмәләр эшләнә. Мәҫәлән, быйыл Алағуз ФАП-ы иҙәне яңыртылды, унда йылытыу мейесе ҡуйылды. Билдәләп үтергә кәрәк, Алағуз ФАП-ы фельдшеры вакансияһын яба алдыҡ. Шулай уҡ унда йәнә бер белгес – медбрат ебәрелде. Ошолай итеп был ауылда медицина кадрҙарына мохтажлыҡ тулыһынса бөтөрөлдө.
2019 йылда Вәҡиер ФАП-ның ҡыйығы йүнәтеләсәк. Ҡөлмәт ауылына яңы мейес һатып алынған, ошо арала ул урынлаштырыла.
Ауыл ерендә кадрҙар дефицитын бөтөрөү маҡсатында 2012 йылдан “Земство докторы” программаһы тормошҡа ашырыла. 2016 йылда программала ҡатнашыусыларҙың йәше 50 йәшкә тиклем күтәрелде. Быйыл беҙҙә ошо программа буйынса ике табип артабан 5 йыл эшләү шарты менән берәр миллион һум аҡса алды. Әлеге ваҡытта бер табип – участка терапевы эшкә алына.
Күреүебеҙсә, беҙҙең республикала һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә, атап әйткәндә, медицина учреждениеларының матди-техник базаһын камиллаштырыуға, кадрҙар менән тәьмин итеүгә тейешле иғтибар бирелә.


З. Закирова яҙып алды. Фотола Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Р. Кәримов.
Читайте нас