2019 йыл аҙағына илдең барлыҡ медицина ойошмаларында электрон медицина карталары ғәмәлгә индереләсәк. Был турала мотлаҡ медицина страховкалауының федераль фонды рәйесе урынбаҫары Светлана Кравчук фондтың сайтында тура эфир барышында хәбәр итте.
“Һуңғы йылдарҙа цифрлаштырыу программаһы сиктәрендә беҙҙә электрон медицина картаһы әҙерләнде. Ул бөтә ил буйынса ғәмәлгә индерелә. Ошо йыл аҙағында барлыҡ медицина ойошмаларында ҡулланыласаҡ,” – тине ул.
Барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарында электрон документтар алып барыу мөмкинлеге цифрлаштырыу өлкәһендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыуҙың һуңғы нөктәһе булып торасаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты 2024 йылғаса эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем кимәлен кәметеүҙе (100 мең кешегә 350 осраҡҡа тиклем), тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаларында кадрҙар дефицитын бөтөрөүҙе, барлыҡ граждандарҙы кәмендә йылына бер тапҡыр профилактик медицина тикшереүе менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. РФ-ла милли проектты бойомға ашырыуға 2019–2024 йылдарҙа йәмғеһе 1,7 триллион һум тотоноласаҡ.