Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Бер сертификат буйынса 41,7 мең һум аҡса бүленә. Уны ике ай эсендә файҙаланырға кәрәк. Был финанс ярҙамға һуңғы йыл дауамында дәүләт учреждениеларында реабилитация үтмәгән балалар иҫәп тота ала. Йәмғеһе республика бюджетынан ошо маҡсатҡа 63 миллион һум бүленгән.
Инвалид баланың ата-әсәһенә йә иһә законлы вәкиленә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
ғариза, инвалид баланың ата-әсәһенең йә иһә башҡа законлы вәкиленең паспорты йә иһә шәхесен раҫлаусы башҡа документы;
инвалид баланың тыуыу тураһында таныҡлығы йә иһә паспорты;
инвалид баланың Башҡортостан Республикаһында йәшәүен раҫлаусы документ (әгәр ошо турала белешмә шәхесте раҫлаусы документында булмаһа);
федераль медик-социаль экспертиза бюроһы тарафынан бирелгән индивидуаль реабилитация программаһы;
баланың инвалидлығы тураһында белешмә;
реабилитация өсөн ҡаршы дәлилдәр юҡлығы тураһында медицина справкаһы.
Сертификат алыуға ғариза “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон формала тапшырылырға мөмкин. Ҡағыҙ формала документтарҙы әлегә “Республика халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге” һәм уның Өфө ҡалаһындағы бүлектәре генә ҡабул итә.
Киләсәктә инвалид балаларҙың ата-әсәләре йә иһә башҡа законлы вәкилдәре йәшәү урыны буйынса күп функциялы үҙәк аша ғариза биреү һәм сертификат алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.