Эпидемия сезоны башланыр алдынан грипҡа ҡаршы прививка яһатырға кәрәк. Вакцинация яһатыу грипҡа ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле, социаль һәм иҡтисади яҡтан үҙен аҡлаған сара булып тора. тап вакцина профилактикаһын ҡулланыу ярҙамында һуңғы йылдарҙа грипп эпидемияһының ҡырҡыулығы һиҙелерлек кәметелде.
Грипҡа ҡаршы иммунизация үткәреү йыл һайын ойошторола. Грипп вирусы штаммдарының ҡайһы төрө таралыуын иҫәпкә алып, грипҡа ҡаршы вакцинаның составына йыл һайын коррекция индерелә. Иммунизация үткәреү грипп менән ауырыусылар һанын һәм уның арҡаһында килеп тыуған өҙлөгөүҙәрҙе кәметергә һәм үлем осраҡтарын булдырмаҫҡа ярҙам итә. Прививка яһалған кешелә, уны яһатмаған кеше менән сағыштырғанда, сирҙе йоҡтороу ҡурҡынысы 3–4 тапҡырға кәмерәк була. шуны иҫтә тотоғоҙ: күп осраҡта гриптан өҙлөгөү арҡаһында үпкә сире (пневмония) үҫешә. Гриптан өҙлөгөү арҡаһында килеп тыуған башҡа бактериаль инфекция сирҙәре булып ринит, синусит, бронхит, отит тора. тап грипп сиренән һуң бронхиаль астма, хроник бронхит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, бөйөр сирҙәре һәм башҡалар көсәйә.
Вакцинация ваҡытында ике төп маҡсатҡа өлгәшелә. Беренсе маҡсат – прививка яһалған һәр кешенең һаулығы. Икенсе маҡсат – хеҙмәткәрҙәр араһында коллектив иммунитетты булдырыу. коллектив иммунитет был ойошмала эшләүсе прививка яһалған хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә һаҡлау дәрәжәһе булып торһа, прививка яһалмаған ағзаларына ауырыу йоҡтороу мөмкинлеген кәметә.
Организмға вакцина индерелеүе сирҙе тыуҙырмай, һаҡлағыс антиесемдәр барлыҡҡа килеүе юлы менән иммун системаһын инфекцияға ҡаршы көрәшкә стимуллай. Грипп вакцинаһының һөҙөмтәлелеге ҡышҡы осорҙа ҡабул итергә мөмкин булған барлыҡ препараттарҙан, мәҫәлән, иммуномодуляторҙар, витаминдар, гомеопатик, “халыҡ медицинаһы” сараларынан күпкә өҫтөн.
Вакцинация бөтә халыҡҡа кәңәш ителә, ләкин ул айырыуса балалар (6 айҙан башлап), хроник сирҙәр менән яфаланыусылар, йөклө ҡатындар, һөнәри хәүеф төркөмөнә инеүселәр – медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, студенттар, хеҙмәтләндереү һәм транспорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим булып тора. Вакцина сир тарала башланғанға тиклем 2–3 аҙна алда медицина учреждениеһында яһалырға тейеш.
Гриптан вакцина яһатыуға ҡаршы дәлилдәр күп түгел. киҫкен биҙгәк тотоуы, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе, организмда йомортҡа аҡһымына ҡарата (әгәр ул вакцина составына инһә) һиҙгерлек юғары булыуы прививка яһатыуға ҡаршы дәлилдәр булып тора.
Гриптан прививка яһатып, һеҙ үҙ организмығыҙҙы ҡурсалайһығыҙ! Үҙеңде тулыһынса гриптан ҡурсалау өсөн, прививканы йыл һайын ҡабатлап торорға кәрәк. Бер вакцина бер нисә йылға етмәй.