Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Октябрь 2019, 11:29

Кешеләр ғүмере һағында

Медицина өлкәһендә байтаҡтан хирургия ҡатнашлығында операциялар яһағанда сирлеләрҙә ауыртыуҙы баҫыу юлдарын ҡулланырға тырышҡандар.

Медицина өлкәһендә байтаҡтан хирургия ҡатнашлығында операциялар яһағанда сирлеләрҙә ауыртыуҙы баҫыу юлдарын ҡулланырға тырышҡандар. Операциялар ваҡытында ауыртыу булдырмау өҫтөндә махсус табиптар – анестезиолог-реаниматологтар эшләй, улар 16 октябрҙә үҙҙәренең һөнәри көнөн билдәләй. Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында реанимация һәм интенсив терапия бүлегендә ике табип һәм 6 медицина туташы хеҙмәт итә.
Бүлекте табип, анестизиолог-реаниматолог Мостафина Айгөл Марат ҡыҙы етәкләй. ”Анестезиология табиптары өҫтөнә лә, хирургтарға һымаҡ, анестезия ҡулланып башҡарылған һәр операцияның уңышлы тамамланыуы өсөн оло яуаплылыҡ ята. Беҙҙең төп бурысыбыҙ булып операция барышында сирленең бар йәшәү өсөн яуаплы функцияларының һаҡланыуы, ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡулланылған дарыуҙарҙың сирленең ғүмеренә ҡурҡыныс янамауы һәм уның организмының сиргә ҡаршы тороу көсөн һаҡлап алып ҡалыу тора. Беҙҙең коллективыбыҙ берҙәм, дуҫ, эшкә һәләтле, күбеһенсә квалификациялы, ҙур тәжрибәгә эйә һөнәр оҫталарынан тора,” – тип һөйләне ул.
Айгөл Марат ҡыҙы Ҡыйғы район үҙәк дауаханаһында 17 йыл эшләй, коллегалары уның хаҡында тик яҡшы фекерҙә, уның талапсан, эшенә яуаплы ҡарауын, йыйнаҡ һәм иғтибарлылыҡ сифаттарына эйә булыуын билдәләп киттеләр. Бынан тыш, уның эшендә иң мөһим сифат булып эмоциональ тыныслыҡ, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмау кеүек сифат бик мөһим, планда ҡаралған операцияларҙан тыш, йыш ҡына көтөлмәгән, кинәт булған хәл-ваҡиғалар килеп сыға, реанимация сараларын йә иһә ашығыс операция ваҡытында анестезия яһау өсөн берҙән-бер дөрөҫ дауалау юлын һайлап алырға тура килә.
Шулай уҡ бүлектә бар ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған Латипова Лилиә Шәрифулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар эшләй. Медицина туташтары араһында анестезист Исмәғилева Гөлсөм Баймөхәмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар эшләй. 1977 йылда ул йәш кенә килеш, уҡыуын тамамлап килеп эш башлаған. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә, эшкә алыныуы хаҡында ғына яҙма бар. Ул үҙ эшен ҡатмарлы һәм тынғыһыҙ, бик яуаплы булыуына һәм тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә эшкә саҡырып алыуҙарына ҡарамаҫтан ярата, әле йәш коллегалары менән бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шулай уҡ бүлектә эшләүсе йәш медицина туташтары Анжелла Итдимасова, Гөлшат Камалетдинова, Лилиә Хажиева, Айгөл Сәхәүетдинова, Алеся Сафина сирлеләргә ауыр операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫырға, һауығырға ярҙам итә. Байтаҡ сирҙән арыныусылар уларҙың хәстәрлеге, иғтибарлылығы һәм тырышлығы өсөн рәхмәт белдерә. Улар иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла сирлеләргә кәрәкле һүҙҙәр табып йыуата белә, тиҙерәк терелеү өсөн файҙалы кәңәштәрен йәлләмәй.


Р. Мөхәмәтова.С. Исмәғилева фотоһы. Фотала Г. Исмәғилева менән А. Мостафина операция бүлмәһендә.
Читайте нас: