Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Ноябрь 2019, 18:48

Метеобәйлелек: һауа торошо ҡапыл үҙгәреүен нисек үткәрергә?

Айырым кешеләрҙең һауа торошо көйһөҙлөгөнә бирешеүе метеобәйлелек тип атала. Метеобәйлелеге булған кешеләргә кәңәштәр.

Һауа торошо һәр кемгә төрлөсә йоғонто яһай. Кемдеңдер, тышта ҡояшлымы йә иһә болотломо икәнлегенә ҡарап, кейефе генә үҙгәреүе мөмкин, ә кемдер һауа торошо аҙ ғына алмашынғанда ла хәлһеҙлек тоя. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең насар метеорологик шарттарҙа етди хроник сирҙәре киҫкенләшә. Айырым кешеләрҙең һауа торошо көйһөҙлөгөнә бирешеүе метеобәйлелек тип атала.

Метеобәйлелеге булған кешеләргә кәңәштәр:

– белгестәр: терапевт, невропатолог, кардиолог менән кәңәшләшегеҙ, улар һеҙгә һауа торошо үҙгәрештәрен еңелерәк үткәрергә ярҙам итеүсе препараттарҙы тәғәйенләр;

– хроник сирҙәрегеҙҙе мотлаҡ дауалағыҙ;

– һауа торошо прогноздарын күҙәтеп барығыҙ һәм магнит дауылдарына, атмосфера баҫымы үҙгәреүенә алдан әҙерләнегеҙ. Йөрәк ауыртыуын кәметеүсе, ҡан баҫымын төшөрөүсе, тынысландырыусы дарыуҙарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа булһын. Әгәр гипертониянан яфаланһағыҙ, артериаль баҫымды көнөнә 2 тапҡыр үлсәргә кәрәк. Ҡан баҫымы күтәрелһә, дарыу эсегеҙ;

– көн тәртибен теүәл үтәргә тырышығыҙ, киске сәғәт 10-дан да ҡалмайынса йоҡларға ятығыҙ;

– алкоголле эсемлектәрҙән һәм тәмәкенән баш тартығыҙ;

– ҡәһүә, ҡара сәй һәм энергетик эсемлектәр эсеүҙе сикләгеҙ. Газы булмаған минераль һыу, тәбиғи һуттар, лимон менән бөтнөк сәйе, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, бөтнөк, боланут, ромашка һарҡындыһын эсегеҙ;

– артериаль баҫымығыҙ йыш күтәрелһә, төрлө шыйыҡлыҡтар һәм тоҙ ҡабул итеүҙе сикләгеҙ;

– һауа торошо аномалиялары ваҡытында физик һәм эмоциональ көсөргәнеште кәметегеҙ;

– ит, майлы, ҡырҡыу һәм татлы аҙыҡ ашамаҫҡа тырышығыҙ. Күберәк һөт ризыҡтары, йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланырға кәрәк. Айырыуса калийға бай аҙыҡ: бешерелгән картуф, банан, йөҙөм, күрәгә файҙалы. Рационға бешерелгән балыҡ, ҡарабойҙай бутҡаһы, фасоль, борсаҡ, яҫы борсаҡ индерегеҙ;

– адаптогендар (элеутерококк, лимонник, женьшень төнәтмәләре), тынысландырыусы препараттар (энәлек, бесәй үләне, арыҫлан ҡойроғо төнәтмәләре) ҡабул итегеҙ;

– күберәк саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Бүлмәләрегеҙҙе йышыраҡ елләтегеҙ;

– натураль туҡымаларҙан тегелгән әйберҙәргә өҫтөнлөк бирегеҙ.

“Народный совет” гәзитенән.
Читайте нас: