БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, 2020 йылдың 30 июненә тиклем Дыуан районы Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһында ашығыс медицина ярҙамы муниципаль-ара бүлексәһе төҙөлөргә тейешлеге тураһында хәбәр халыҡты тулҡынланырға мәжбүр итте. Күптәр был яңылыҡты Үрге Ҡыйғы, Малаяҙ, Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Балаҡатай ауылдарында тиҙ ярҙам бүлексәләре ябыласаҡ, тип ҡабул итте. Беҙ Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Р. Кәримовтың хәлдәр торошона асыҡлыҡ индереүен һәм яңы йылда ниндәй үҙгәрештәр көтөлөүе тураһында һөйләүен һораныҡ:
- БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2019 йылдың 12 ноябрендәге “Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһында Дыуан медицина округы берләштерелгән тиҙ медицина ярҙамы бүлексәһен ойоштороу тураһында” бойороғона ярашлы, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы базаһында барлыҡ биш төньяҡ-көнсығыш район өсөн медицина ярҙамы хеҙмәтен берләштереү ҡаралған. Яңы бойороҡҡа ярашлы, Ҡыйғы ашығыс ярҙам хеҙмәте 2020 йылдың 1 февраленә тиклем берләштерелергә тейеш. Был райондың тиҙ медицина ярҙамы бригадаһын: ике автомобилде, дүрт водитель-санитарҙы, дүрт фельдшерҙы һәм дүрт диспетчерҙы Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы составына тапшырырға тейешлегебеҙҙе аңлата. Был бригаданың эше элеккесә Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы базаһында тормошҡа ашырыласаҡ. Ләкин административ-хужалыҡ мәсьәләләре Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына тапшырыласаҡ.
Саҡырыуҙар шул уҡ номерҙар буйынса ҡабул ителә: 3, 103, 112. Халыҡтан килгән шылтыратыуҙарҙы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы диспетчер хеҙмәте ҡабул итәсәк һәм артабан беҙҙең бригаданың компьютерҙарына (планшеттарға) һәм телефондарға еткерәсәк. Был маҡсатта беҙҙең райондың тиҙ ярҙам хеҙмәтенә планшет компьютер тиапшырылды. Был планшетҡа барлыҡ төньяҡ-көнсығыш райондарҙың ашығыс медицина ярҙамы базаһы индерелгән. Шулай уҡ уларға РМИАС (республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы) ҡуйылған. Саҡырыу буйынса килгән фельдшер онлайн-режимда пациент, уның һуңғы биш йылдағы һаулыҡ торошо, дауалау тактикаһы тураһында мәғлүмәт ала. Шулай уҡ хеҙмәтте берләштереү, медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн, төньяҡ-көнсығыш райондар сиктәрен “бөтөрөү” мөмкинлеген бирәсәк. Ошо маҡсатта 2020 йылдың 2-се кварталына Балаҡатай һәм Салауат райондары территорияһы өсөн икенсе тиҙ ярҙам бригадаһын асыу планлаштырылған.
Тағы ла шуны әйтке килә: эшкә фельдшерҙар, В, С категориялы водитель таныҡлығы булған санитар-водителдәр талап ителә. Һорауҙар менән Ҡыйғы һәм Мәсәғүт үҙәк район дауаханалары кадрҙар бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Төбәк Башлығы Р. Хәбиров: “Планлы рәүештә автопаркты яңыртасаҡбыҙ, кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә, иң ауыр участкаларҙың береһендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә финанс яҡтан ярҙам күрһәтергә тырышасаҡбыҙ. Һеҙҙең эшегеҙ даими стрестар менән бәйле, был хеҙмәт табиптары һәм фельдшерҙары иң ҡатмарлы хәл-ваҡиғалар менән осраша, һеҙҙең хеҙмәтте баһаларға һәм ихтирам итергә кәрәк”.
Был һан баҫырға әҙерләнгәндә, ошо билдәле булды: Башҡортостанда ашығыс ярҙам хеҙмәте табиптарына, ай һайын, стаждарына ҡарап, хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан күберәк өҫтәмә түләнәсәк.
2020 йылдан башлап фельдшерҙер – ай һайын өҫтәмә рәүештә 5 мең һум, тиҙ ярҙам машинаһы водителдәре 3 мең һум аласаҡ. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында үткән күсмә «Здравчас» кәңәшмәһендә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, тиҙ ярҙам хеҙмәтендә эшләүсе табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стаждарына һәм башҡа факторға бәйле, 60 мең һумдан ашыу буласаҡ.