Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
5 Декабрь 2019, 13:55

Дарыуҙар сифаты өсөн

Уҙған йылда Рәсәй дарыуханаларында 311 сифатһыҙ препарат, 6 ялған препарат, 18 контрафакт медикамент асыҡланған.

Уҙған йылда Рәсәй дарыуханаларында 311сифатһыҙ препарат, 6 ялған препарат, 18 контрафакт медикамент асыҡланған. Етештереүселәр 112 препаратты һатыуҙан алған, 752 серия дарыуҙар әйләнештән тартып алынған.
2019 йылдың 29 ноябренән башлап әйләнешкә сығарылған дарыу препараттарының сифаты федераль учреждениелар: Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина ҡулланылышындағы саралар экспертизаһы ғилмиүҙәге, Росздравнадзорҙың медицина ҡулланылышы сараларына экспертиза, иҫәп һәм анализ үткәреү буйынса мәғлүмәт-методик үҙәге тарафынан раҫланырға тейеш. Ошо ике учреждениенан ярашлы протокол йә иһә һығымта алғандан һуң дарыу препараты етештереүсеһе йә иһә импортеры Росздравнадзорҙың автоматлаштырылған системаһына кәрәкле документтарҙы тапшыра, Росздравнадзор 3 көн дауамында был документтарҙы ҡарай һәм препараттар граждандар
әйләнешенә индерелә.
Читайте нас: