Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2019, 22:00

МҮК ЕЛӘГЕ МЕНӘН ДАУАЛАНЫУ

Мүк еләге (клюква) – ысын мәғәнәһендә шифалы еләк. Уны әлегә тиклем төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланалар.

Мүк еләге (клюква) – ысын мәғәнәһендә шифалы еләк. Уны әлегә тиклем төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланалар. Ул кеше организмы өсөн дөйөм ыңғай йоғонто яһай.
Был еләктең һутын бал һәм гөлйемеш менән ҡулланыу стресс, юғары физик көсөргәнеш ваҡытында файҙалы.
Эсәктәр эшен яҡшыртыу өсөн сөгөлдөр һәм мүк еләге һутынан эсемлек әҙерләргә була. Уларҙы тигеҙ пропорцияла бергә ҡушып бутайҙар һәм көн дауамында аҙлап эсәләр. Был алым ауыҙ ҡыуышлығындағы сир тыуҙырғыс микробтарҙы юҡ итергә лә ярҙам итер.
Һейҙек-енес системаһы сирҙәрен киҫәтеү өсөн ғәҙәти мүк еләге һутын файҙаланалар: 100 мл эсемлекте көнөнә 3 тапҡыр эсеү организмығыҙҙы инфекциянан һаҡлар.
Диабеттан яфаланғанда ҡандағы шәкәрҙе нормала тотоу, шулай уҡ ревматизмдан һәм гипертониянан дауаланыу өсөн мүк еләгенән эсемлек әҙерләйҙәр: бер нисә ҡалаҡ мүк еләген иҙеп, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Көнөнә 3–4 тапҡыр икешәр аш ҡалағы эсергә.
Бал ҡушылған мүк еләге һуты туберкулездан файҙалы. Был сараны көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ҡабул итергә кәрәк. Шулай уҡ етен майы һәм бал ҡушып буталған еләк файҙалы булып иҫәпләнә.
Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологик сирҙәр ваҡытында мүк еләге һутын эсергә кәңәш ителә. Көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан 1/4 стакан һут эсеү ауыртыныуҙарҙы баҫырға ярҙам итер.
Һалҡын тейеүҙән һәм гриптан дауаланыу өсөн, морс әҙерләйҙәр. Бер литр ҡайнаған һыуға 150 г еләк һәм 3 аш ҡалағы бал алына. Мүк еләген яҡынса 10 минут ҡайнаталар, һуңынан һарҡытып һыуыталар һәм бал өҫтәйҙәр. Эсемлекте йылы көйөнсә 1/2 стакан ҡабул итергә кәрәк.
(Был кәңәштәрҙе файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.)
Читайте нас