Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Ғинуар 2020, 18:38

СНЮС – ТӨТӨНҺӨҘ, ӘММӘ ЗЫЯНЛЫ НИКОТИН

Рәсәйҙә снюс ҡулланыуҙан үлеү осрағы теркәлгән. Был турала нарколог Е. Брюн хәбәр итте.

Рәсәйҙә снюс ҡулланыуҙан үлеү осрағы теркәлгән. Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш наркологы Евгений Брюн хәбәр итте.
Был сәйер һүҙ “снюс”
Снюс – ул тәмәке изделиеларының бер төрө. Ваҡланған, дымлы һәм һурыу өсөн тәғәйенләнгән тәмәке.
Тәмәке тартыуҙың төтөнһөҙ яңы ысулы Рәсәйгә 2004 йылда Швециянан килде һәм йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында закон фонында популяр булып китте.
2015 йылдың декабрендә “Тирә-яҡтағы тәмәке төтөнө тәьҫиренән һәм тәмәке ҡулланыуҙың яман эҙемтәләренән граждандар һаулығын һаҡлау тураһында” законға төҙәтмәләр менән Рәсәйҙә снюс һатыу тыйылды.
Ләкин етештереүселәр закондың “йомшаҡ яҡтар”ын файҙалана – снюс тәмәке изделиеһы (сәйнәй торған тәмәке) рәүешендә тыйылғас, улар был изделиеның анологтарын – хәҙер инде шыйыҡ никотинлы кәнфиттәр/һағыҙҙар рәүешендә – һата башланы.
Һәм әгәр элек махсуслаштырылған тәмәке кибеттәрендә генә алырға мөмкин булһа, хәҙер инде хатта аҙыҡ-түлек магазиндарында ла һата башланылар (улар шулай уҡ һағыҙ, леденец, теш соҡоғос һ.б. рәүешендә тәҡдим ителә).
Был ялған кәнфиттәрҙә никотин дозаһы бик ҙур – сигареттағыға ҡарағанда тиҫтәләрсә тапҡырға артыҡ. Шунлыҡтан снюстар ауыр токсик ағыуланыуға, хатта үлемгә килтерә.
Үҫмерҙәр өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә хәүефле
Күп кенә үҫмерҙәр, ата-әсәләре һиҙмәһен өсөн, сигарет урынына снюс ҡуллана башланы. Нығынып өлгөрмәгән, әле формалашыусы ғына организмға был төр тәмәке айырыуса ҙур зыян килтерә.
Сигарет тартыусылар менән сағыштырғанда, төтөнһөҙ тәмәке ҡулланыусылар байтаҡҡа күберәк никотин ала. Эш шунда: снюсты ҡулланғанда, тәмәке ауыҙҙа 30 минут тирәһе ҡала, был ваҡыт эсендә организмға 1 тәмәкене тартыу менән сағыштырғанда, тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк никотин эләгә. Хатта иң ҡаты сигаретта ла никотин 1,5 мг-нан артмай, ә снюс аша организмға 22 мг-ға тиклем инә. Ауыҙҙа 5–10 минут ҡына тотҡанда ла, ҡанға ҙур күләмдә никотин эләгә.
Снюс бик тиҙ никотинға бәйлелек уята, артабан йөрәк патологияһы, гипертония үҫешеүе мөмкин. Бынан тыш, снюс составында организм өсөн зыянлы тоҙ, 28 төр канцероген, шул иҫәптән никель, радиоактив элемент полониуом-210, нитроаминдар бар.
Ағыуҙы кәштәләрҙән алырға
Башҡортостанда балалар ағыуланыу осраҡтарынан һуң снюс һатыу тыйылды.
Хәлдәр торошон республика Башлығы шәхси контролгә алды. Радий Хәбиров “был әшәке нәмәләрҙе кәштәләрҙән алырға” 24 сәғәт ваҡыт бирҙе.
Төбәк етәксеһе был ҡарарҙы Башҡортостанда бер юлы өс үҫмер снюс менән ағыуланғандан һуң сығарҙы. Тәүге осраҡ Стәрлетамаҡта булды – 11 йәшлек малай реанималацияға эләкте. Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе үҫмер ҡыҙ шулай уҡ снюс менән ағыуланды.
Һәм бындай етди ағыуланыу осраҡтары тотош илдә булып тора.
БР прокуратураһы 2019 йылдың 16 декабрендә республика Ҡоролтайына бәлиғ булмағандарға никотинлы һурыу һәм сәйнәү ҡатнашмаларын һатыуҙы тыйыу тураһында закон проектын индерҙе.
Шул уҡ ваҡытта әле республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһы “снюс” тибындағы никотинлы ҡатнашмалар һатыу урындарын асыҡлау буйынса мониторинг уҙғара. Рейдтар “халыҡ контроле” партия проекты сиктәрендә үтә. Улар Өфө ҡалаһында ғына түгел, райондарҙа ла уҙғарыласаҡ.
Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Үрге Ҡыйғы ауылы магазиндары буйлап йөрөп сыҡты һәм һәр ерҙә һатыусылар, беҙҙә ундай нәмә һатылмай, тип ышандырҙы.
В России зафиксировали первый случай смерти от употребления снюсов
В форме жевательного табака снюс уже запрещен, однако на рынке появляются новые виды этой смеси — конфеты и жвачки.
В России зафиксировали первую смерть из-за некурительных никотиносодержащих смесей, заявил главный внештатный нарколог Минздрава Евгений Брюн.
По его словам, в последнее время наблюдается вспышка потребления никотиносодержащих конфет, жвачек и другой подобной продукции.
Торговля этим веществом ведется в России с начала 2000-х годов. Несмотря на штрафы за его распространение, введенные в 2015 году, производители избегают ответственности благодаря лазейкам в законодательстве. Закон запрещает продажу снюса как табачного изделия, но никак не регулирует его продажу в виде леденцов и жевательных резинок, также содержащих никотин.
Читайте нас: