Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Ғинуар 2021, 18:42

Республика дауаханаларында ковид-сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 26 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙың һаны 23 410-ға етте, уларҙың 168-е — һуңғы тәүлектә. Шул уҡ ваҡытта дауаханаға һалынған сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 26 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, республикала яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙың һаны 23 410-ға етте, уларҙың 168-е — һуңғы тәүлектә. Шул уҡ ваҡытта дауаханаға һалынған сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә. Әйтәйек, бөгөнгә 497 пациент стационарҙа ята, уларҙың 56-һы – ауыр хәлдә, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус менән ауырыған 17 591 кеше һауыҡҡан, 17-һе үлгән.
Тәүлек эсендә 263 дауахананан тыш пневмония йоҡтороу осрағы асыҡланған, 257 пациент һауығып сыҡҡан.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда февраль аҙағына тиклем дауаханаларҙа коронавирус инфекцияһы йоҡторғандар өсөн койкалар һанын кәметеү планлаштырыла. Дөйөм алғанда, 15 февралгә хәтлем уларҙың һанын 1000-гә ҡыҫҡартыу көтөлә.
«5-се һәм 10-сы дауаханалар ғәҙәттәгесә эшләй башланы, медицина учреждениеларын профилле эшкә сығарыу планы әҙерләнгән. Койкалар эпидемиологик хәлгә ҡарап кәметелергә тейеш», — тине Максим Забелин 25 ғинуарҙа хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Читайте нас: