Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Февраль 2021, 18:08

Халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртып

2020 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы 29 миллион һум суммалыҡ ҡорамал алған. Вәҡиер һәм Ҡолбаҡ ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән.

2020 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы 29 миллион һум суммалыҡ ҡорамал алған. “Башланғыс медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә районда ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән – Вәҡиер һәм Ҡолбаҡ ауылдарында.
Һәр модулдең майҙаны 71,4 квадрат метр тәшкил итә. Фельдшер кабинеты, процедуралар бүлмәһе, ҡарау һәм манипуляциялар бүлмәһе, хужалыҡ блогы, гардероб ҡаралған. Учреждениелар барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. ФАП-тарҙа тәүге медик-санитар, шул иҫәптән ашығыс һәм акушер-гинекологик ярҙам күрһәтеләсәк, анализдар алынасаҡ.
Беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ: пациенттарҙы дауалауҙа табиптарҙың тәжрибәһе һәм квалификацияһы, һөнәри әҙерлеге хәл иткес роль уйнай. Ләкин ХХI быуат медицинаһын заманса ҡорамалдарҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Был йәһәттән район дауаханаһына һуңғы йылдарҙа БР Башлығы Р. Хәбировтың ҡарарына ярашлы 6,4 миллион һумлыҡ эндоскопик стойка, 590 мең һум суммалыҡ 2 стоматологик ҡулайлама килтерелде.
Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш сиктәрендә, РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың 17 апрелендәге 1049-сы ҡарарына ярашлы, сирлеләргә медицина һәм паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн 92,7 мең һум суммаға 2 кислород концентраторы; 418 мең һумлыҡ 2 карауат эргәһе мониторы; 2,9 миллион һумлыҡ УЗИ; 1,2 миллион һумлыҡ фибробронхоскоп; 1,7 миллион һумлыҡ 8 №50 инфузион шприц насосы (10 дана); 35 мең һумлыҡ 2 энтераль туҡланыу биреү системаһы алынды.
Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цифрлы контур булдырыу буйынса РФ Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә 18 дана принтер, 14 дана МФУ, 10 дана ноутбук килтерелде.
Шулай уҡ былтыр республика бюджеты аҡсаһына район үҙәк дауаханаһында 26,5 миллион һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылды.
Эштәр барышында поликлиниканың ишек алды, Ләүзә амбулаторияһы, Түбәнге Ҡыйғы амбулаторияһы биналары ремонтланды, инфекцион корпустың ишектәре алмаштырылды, люктары ремонтланды, балалар поликникаһы бинаһында, лабораторияла, психиатрик бүлексәлә йылытыу системаһы алмаштырылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбировтың ҡушыуы буйынса таҙартыу ҡоролмалары һәм канализация системаһы алмаштырылды. Әлеге ваҡытта поликлиниканың төп бинаһында температуралы сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн айырым ишекле бүлмә әҙерләү буйынса эштәр бара.
Медицинаның һәр йүнәлеше яҡшы кимәлле техник йыһазландырыу, дөрөҫ диагностика, ваҡытында һәм эффектлы дауалау талап итә. Килгән медицина техникаһы һәм ҡорамалдары ышаныслы ярҙам күрһәтеүгә хеҙмәт итәсәк.
(Үҙәк район дауаханаһы баш табибы И. Әминева биргән белешмәләрҙән әҙерләнде.)
Читайте нас: