Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Февраль 2021, 13:26

"Ни өсөн поликлиникала сират ҙур?"

“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһына Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе пенсионер апай Р.Ф. мөрәжәғәт итеп, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында анализға ҡан тапшырыу бүлмәһе алдындағы сираттың артыҡ ҙур булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһына Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе пенсионер апай Р.Ф. мөрәжәғәт итте.
  • Яңыраҡ Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында анализға ҡан тапшырырға кәрәк булды, – тип бәйән итә ул. – Ләкин кабинетҡа сират ҙур ине: медицина тикшереүе үтергә студенттар, призывниктар килгән. Һөҙөмтәлә поликлиникаға килеүселәрҙең ҡайһы берҙәре бүленгән ваҡыт эсендә анализға ҡан тапшырырға өлгөрмәне. Сиратта тороусылар социаль дистанцияны һаҡламаны, битлек режимын үтәмәүселәр ҙә бар ине. Тейешле саралар күрелеүен, киләсәктә бындай боҙоуҙар булмауын теләге килә.
  • Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы администрацияһы, был мөрәжәғәткә яуап биреп, ошондай мәғлүмәт еткерҙе:
    Ысынлап та, ҡан алыу кабинетына сираттар проблемаһы бер нисә сәбәп буйынса даими ҡырҡыулашып тора:
    1. Йүнәлтмәлә күрһәтелгән ваҡыт буйынса килмәү. Пациенттар йыш ҡына күрһәтелгән ваҡытты һанға һуҡмай, бер үк ваҡытҡа ике һәм хатта бер нисә пациент килә (мәҫәлән, пациент 9.30 сәғәткә яҙылған, ә ул 8.30 сәғәткә, башҡа кеше өсөн тәғәйенләнгән ваҡытҡа килә).
    2. Йүнәлтмәлә күрһәтелгән көндә килмәү (мәҫәлән, йүнәлтмә 10-ына бирелгән, ә пациент анализ бирергә 15-ендә генә килә).
    3. Үҫмерҙәрҙе хәрби иҫәпкә тәүге тапҡыр ҡуйыу (быйыл 1–3 февралгә тура килде); көҙгө һәм яҙғы призыв кампаниялары; предприятие-ойошмалар хеҙмәткәрҙәре медицина тикшереүе үткән ваҡытта пациенттарҙың күп булыуы.
    4. Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында 2021 йылдың 11 ғинуарынан анализ тапшырыуға электрон йүнәлтмәләр биреү системаһы эшләй. Анализ һөҙөмтәһе туранан-тура пациенттың электрон медицина картаһына ебәрелә. Был, үҙ сиратында, аныҡ дата һәм ваҡытты күрһәтеп, пациенттар өсөн расписание төҙөргә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ был система йүнәлтмәләрҙең, анализ һөҙөмтәләренең юғалыуын киҫәтә, төрлө звено табиптар өсөн уңайлы булып тора.
      Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы администрацияһы һәм персоналы, халыҡтың күпләп йыйылыуын булдырмау өсөн, пациенттарға билдәләнгән датала һәм ваҡытта килеү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт еткерә (әгәр тулы күләмдә мәғлүмәт бирелмәһә, пациенттар йүнәлтмәне биргән шәфҡәт туташына йә иһә дауалаусы табибына мөрәжәғәт итә ала). Шулай уҡ дауаханаға килеүселәр битлек режимын үтәү, ҡулдарҙы дезинфекциялау саралары менән эшкәртеү кәрәклеге тураһында даими киҫәтелә.
      Хәрби хеҙмәткә саҡырыу, хәрби иҫәпкә ҡуйыу, предприятие-ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшереүе үткәреү ваҡытында аталған контингент өсөн килешеү буйынса ҡан алыу өсөн өҫтәмә шәфҡәт туташы тәғәйенләнә. Был факт пациенттарҙың башҡа ағымына ҡағылмай.
      Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы администрацияһы килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә, өҫтәмә һорауҙар тыуған осраҡта баш табиптың медицина өлөшө буйынса урынбаҫары Л. Хажиевҡа эш ваҡытында мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тел.: 8 (34748) 3-71-44.
      Фото - Интернеттан.
      Читайте нас: