Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороу буйынса мәғлүмәттәр яңғыраны.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 125 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Шулай итеп, республикала бөтәһе 30 559 сирле теркәлгән.
Стационарҙа 267 кеше дауалана, 228-енең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, 30 пациент – ауыр, 75 йәштән өлкән 9 кеше ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Республика стационарҙарында инфекция йүнәлешендәге койкалар һаны кәмей. Хәҙер улар — 2068, шуларҙың 1200-ө – Өфөлә, 76,4% тулы.
15 мартҡа ҡарата, Башҡортостанда 65 мең кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе һәм икенсе компонентын эшләткән дә инде, тип өҫтәне министр.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы