Һеҙҙең иғтибарға редакцияға килгән хатты тәҡдим итәбеҙ. Уның авторы үҙенә ярҙам күрһәтеүсене табырға теләй.
"Был ваҡиға минең менән бынан 40 йылдар самаһы элек булды. Ул саҡтарҙа мин ауыл хужалығы идаралығының капиталь төҙөлөш бүлексәһендә эшләй инем. Ленин исемендәге колхоз 400 башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ комплексын төҙөү буйынса эш алып бара ине, был объект Үрге Ҡыйғы ауылынан дүрт километр алыҫлыҡта, Йонос ауылы эргәһендә урынлашҡан ине.
Етәксем эштәр барышы хаҡында белешмә алыу бурысын йөкләгәс, мин төҙөлөш барған урынға барырға ҡарар иттем. Бүлексәгә беркетелгән еңел машина ремонтта булғанлыҡтан, йәйәү генә барып килергә булдым.
Үрге Ҡыйғының Салауат урамын уҙып, комплексҡа бара торған юлға сыҡҡас, Йонос ауылы яғынан килгән машинаға тап булдым. Ул туҡтап торманы, әммә унан миңә, ҡулдарын болғап, “Ул яҡҡа барырға ярамай, унда әллә эттәр, әллә бүреләр йөрөй,” – тип ҡысҡырып үтеп киттеләр. Мин, яңғыҙ юл буйлап барған йәш ҡатынды юрый шаяртып ҡурҡыталарҙыр, тип уйланым һәм, үҙемсә урынһыҙ шаяртыуға ҡолаҡ һалмаған булып, тыныс ҡына юлымды дауам иттем.
Ҡыш булыуына ҡарамаҫтан, көн йылы һәм матур, елһеҙ, тып-тыныс ине. Мин тиҙ генә барып, эштәремде ыңғай ғына хәл итеп, өйгә әйләнеп ҡайтыу хаҡында уйҙарға күмелеп, атлай бирҙем. Шулай ярты юлға тиклем атлағас, юл ҡырыйында, минән дүрт-биш метр алыҫлыҡта йәнлектәр ултырыуын күреп, туҡталдым. Улар өсөһө лә миңә төбәлгәйне. Иң тәүҙә “бүре балалары”, тигән уй башымдан үтеп китте, әммә араларында урам этен күргәс, тынысландым. Хатта: “Ниндәй матур йәш эттәр, хужалары юғалтырмын тип ҡурҡмай, нисек сығарып ебәрҙе икән”, – тип уйланым. Бер минутҡа юғалып ҡалдым һәм кире китергә булдым, әммә яҡыныраҡ булғаны миңә табан ырғылды. Ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәрҙем, уның туҡтағанын күргәс, яртылаш боролоп, юлымды дауам иттем. Шул килеш 40–50 метр атланым һәм ауыл яғынан шәп итеп йөк машинаһы килгәнен күрҙем. Минең эргәмә килеп еткәс, шофер ишеген асты һәм ҡырҡа тауыш менән ултырырға ҡушты.
Мин машина кабинаһына менеп ултырғас, ул бүреләр эргәһенән ҡалай үтеп китә алыуыма һәм уларҙың миңә теймәүҙәренә аптыраны. 50–60 метр үткәс, беҙ тағы ла бер бүрене осраттыҡ. Шунда ғына шофер миңә уларҙың ни өсөн миңә теймәүен аңлатты: “Бына ни өсөн иҫән ҡалғанһың, улар әсәләрен көткән, ә был ҡарт инә бүре һине иҫән ҡалдырмаҫ ине,” – тине ул. Шофер шулай уҡ теге еңел машина водителенән һәм пассажирҙарынан комплексҡа табан йәш ҡатындың китеп барыуы һәм юлда бүреләр йөрөүе хаҡында ишеткәнен һөйләне. Кемгәлер ҡурҡыныс янауын аңлағас ул, был хәлдең нимә менән бөтәсәген аңлап, оҙаҡ уйлап тормай ярҙамға ашыға. Шофер мине комплексҡа тиклем илтеп ҡуйҙы, әммә ҡарауылсы урынында булмай сыҡты һәм ул мине кире ауылға алып ҡайтты. Ҡурҡып, алйып ҡалғанлыҡтан, мин үҙемдең ҡотҡарыусымдың исемен дә һорарға онотҡанмын. Әммә йыш ҡына был ваҡиға иҫемә килеп төшә һәм мин был кешегә мең рәхмәттәр уҡыйым.
Байтаҡ йылдар үтеп китһә лә, мин үҙ ваҡытын йәлләмәй, юғалып ҡалмай, бөтөнләй таныш булмаған кешегә ярҙамға ашыҡҡан был изге күңелле кешене тапҡым, уға рәхмәт әйткем килә. Бәлки, ул был яҡшы тамамланған ваҡиға хаҡында кемгәлер: дуҫтарына, таныштарына, ғаилә ағзаларына һөйләгәндер. Бәлки, ошо бүре өйөрөнә барып эләккән эт хаҡында хәбәрҙәр булған кешеләр барҙыр. Зинһар, мине үлемдән алып ҡалған кешене табырға ярҙам итһәгеҙ ине."
(Авторҙың телефоны “Беҙҙең Ҡыйғы “ гәзите редакцияһында).
Фото - Интернет селтәренән.