Әгәр ғаиләлә бер-береңде аңлау, һөйөү һәм ихтирам булһа, ул ысын ҡәлғәне хәтерләтә. Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Зуля Рәфис ҡыҙы һәм Владик Ансар улы Абзаловтарҙың ғаиләһе нәҡ шундай булып тора.
Ғаилә башлығы Владик Ансар улы 1960 йылда Абзаловтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Түбәнге Ҡыйғыла урта мәктәпте тамамлағас, Калинин исемендәге колхозда слесарь булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Мәсәғүт ауылында водителдәр курсын тамамлай. Егеткә колхоз етәкселеге “ГАЗ-52” машинаһын ышанып тапшыра һәм ул райондың алдынғы хужалығы коллективына ҡушыла.
Зуля күрше Майский ауылында тыуып үҫә. Солтан урта мәктәбендә 8 класс белем алғас, Златоуст ҡалаһына медицина училищеһына уҡырға инә, уны тамамлағас, Силәбе ҡалаһына эшкә ебәрелә. Егет менән ҡыҙ дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрә. Ғаилә тормошо башлана. Зуля Рәфис ҡыҙы Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһендә эш башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан Түбәнге Ҡыйғы дауаханаһына шәфҡәт туташы булып күсә. Үҙ бурыстарын яуаплы һәм еренә еткереп башҡарыусы хеҙмәткәрҙе пациенттар ҙа, учреждение етәкселеге лә ихтирам итә.
Владик Ансар улы 2005 йылда мәктәп автобусына ултыра, бөгөн дә ошонда эшләй. Ҙур тәжрибәгә эйә (стажы 38 йыл) һәм яуаплы водителде, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ярата һәм хөрмәт итә.
Ғаилә башлығы Владик Ансар улы ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2020 йылдың 31 ғинуарындағы 5-се һанында уҡырға мөмкин.