Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
10 Февраль 2020, 18:27
Ҡарлы ҡыштың матурлығы
Республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһы индерелде һәм айына бер тапҡыр тематик шәмбе үткәрелә.
Республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһы индерелде һәм балалар биш көн дәрестәрҙә ныҡышмалы белем ала. Уҡыусылар күңелле ял итһен, тиҫтерҙәштәре менән аралашһын өсөн, айына бер тапҡыр тематик шәмбе үткәрелә һәм балаларҙың һаулығын нығытыуға, уларҙың интеллектуаль һәм мәҙәни кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеүсе төрлө саралар ойошторола.
Күптән түгел Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе башланғыс кластар уҡытыусылары тематик шәмбелә балаларҙы тау шыуырға алып сыҡты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар саф һауала ял итте, рәхәтләнеп сана шыуҙы, ваҡыттарын күңелле уҙғарҙы.
Беҙҙең 3 В класы Кәжегер тауына барҙы. Уйнап арығас, йыйылып, бергәләп сәй эстек. Балалар ҡышҡы урмандың матурлығына һоҡланды, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Һуңынан улар “Проект төҙөргә өйрәнәм” дәрестәрендә “Ҡыш үҙенсәлектәре” коллектив ижади проектында үҙ уйҙарын һәм хис-тойғоларын асып һалды.
Балалар “Ҡышын ваҡытымды нисек үткәрәм” темаһына инша яҙҙы, ҡышҡы уйындарға арналған һүрәттәр төшөрҙө, бергәләп шиғыр ижад итте. Иң мөһиме: улар йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур булыуына инанды, тәбиғәтте ҡәҙерләргә һәм һаҡларға кәрәклеген аңланы.
О. Суербаева,
2-се урта мәктәптең 3 В класы уҡытыусыһы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"