Бөгөн күпселек йәштәр ауылда төпләнергә теләмәй. Берәүҙәр быны ауылда йәшәүҙең ауырлығы, уңайлыҡтар булмауы менән аңлатһа, икенселәр, ауылда күңелһеҙ, ти. Ә бына Римма һәм Вадим Фызыловтарҙың татыу ғаиләһе үҙ миҫалында тыуған ауылындағы тормоштан да яҡшыһы булмауын раҫлай.
Был ғаилә 11 йыл элек барлыҡҡа килә. Римма Мөнир ҡыҙы сығышы менән Силәбе өлкәһе Нязепетровск ҡалаһынан. Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты филиалын тамамлағас, Өфө ҡалаһында эшләй. Вадим Илдар улы ӨДНТУ-ла һыу менән тәьмин итеү буйынса инженер һөнәрен алғас, баш ҡалала 51-се ЖЭУ-ҙа эшләй. Осраҡлы ғына осрашып, бер-береһен үҙ итәләр.
“Ҡалала ҡуртымға фатир алып йәшәнек. Һәр саҡ тыуған яғым: атай йорто, ата-әсәләр һәм дуҫтар үҙенә тартып торҙо. Өлкән улыбыҙ Салауат 2-се йәш менән барғанда ауылға күсеп ҡайттыҡ. Мин “Башинформсвязь” ААЙ-һында электромонтер булып эш башланым,” – тип һөйләй ғаилә башлығы. Ул яҡшы, оҫта ҡуллы, ярҙамсыл һәм яҡшы күңелле хеҙмәткәр булараҡ үҙен танытҡан да инде.
Бөгөн йәш ғаиләлә өс ул үҫә. Яңы урамда ер участкаһы алғандар, “Йәш ғаилә” программаһында ҡатнашып, дәүләт ярҙамын юллағандар һәм күптән түгел үҙ ҡулдары менән төҙөгән иркен йортта өй туйлағандар. Бөгөн территорияны төҙөкләндереүҙе дауам итәләр.
Ысын ауыл кешеләре кеүек ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Римма, ҡала ҡыҙы булһа ла, крәҫтиән хеҙмәтенән ауырһынмай. “Беҙ тормошҡа ҡыуанып йәшәйбеҙ. Бергәләп йорт эштәрен башҡарабыҙ, велосипед спортын яратабыҙ, һәр ҡайһыбыҙҙың ике тәгәрмәсле “дуҫы” бар, бейергә, шахмат уйнарға ла яратабыҙ. Мин гөл-сәскәләр үҫтерәм, еме-еләк баҡсаһы булдырырға теләйем,” – тип уртаҡлаша күп балалы йәш әсә. Вадим иһә йорттоң подвалында улдары өсөн физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү бүлмәһен яһарға хыяллана, ә әлегә спорт тренажеры иң абруйлы урында – залда урынлашҡан.
Бейек һәм күркәм йорттоң тәҙрәһенән Кәжегер тауы, ус төбөндәгеләй, Үрге Ҡыйғы ауылы күренеп тора. “Тыуған яғыбыҙға ҡайтҡаныбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ, бында үҙебеҙҙе бәхетле тоябыҙ, йәшәү һәм эшләү бик күңелле. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормаһаң, һәр эште атҡарып сығырға була,” – тип иҫәпләй йәш ғаилә.
Беҙҙең районда ошондай позитив йәш ғаиләләр аҙ түгел, районды уларға үҫтерәһе, тыуған еребеҙҙең буласаҡ хужалары – улар.
Һүрәттә: Фазыловтар велосипедта йөрөргә ярата.