Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
23 Октябрь 2017, 14:24

БЕШМӘ ВИРУСЫНАН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?

Республикала малдарҙың бешмә сире таралыуы эҙемтәләре бөтөрөлә

Бешмә сире буйынса карантин иғлан ителгән дурт ауыл территорияһында 1700 баш мал юҡ ителгән. Сир сығанағынан 30 километр радиуста – Туймазы, Шаран, Бүздәк, Ғафури райондарында 90 мең баш малға вакцина яһалған. Мал аҫрау биналарында дезинфекция эштәре башҡарыла. Был ҡурҡыныслы ауырыуҙың беҙҙең районға ла килеп етеүе ихтималмы икәнлеге һәм үлемесле вирустан нисек һаҡланырға кәрәклеге хаҡында беҙ “Ҡыйғы ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы врач-эпизоотологы Лидия Юпитер ҡыҙы Сабирова менән әңгәмәләштек.


– Лидия Юпитер ҡыҙы, бешмә сире менән зарарланыу сығанағы булып нимә тора?

– Бешмә сире таралыу сығанағы һәм вирус резервуары булып тояҡлы йорт һәм ҡырағай хайуандар тора. Ҡайһы бер төр кимереүселәрҙең дә уны таратыусы булыуы мөмкин. Вирус малдарҙың һөтө, шайығы, тиҙәге һәм һейҙеге аша тарала. Бешмә сире менән ауырыған йәш мал тулыһынса һәләк була. Кешенән кешегә бешмә сире йоҡмай! Кешенең сирҙе хайуандарҙан ғына йоҡтороуы мөмкин: малдар ҡарағанда, ауырыу малдың тейешенсә эшкәртелмәгән итен һәм һөтөн ҡулланғанда, вируслы туҙанды йотҡанда, тире һәм йөн эшкәрткәндә. Инфекция йоҡҡан һәм ауырыу, шулай уҡ ауырыуҙан терелеп килеүсе малдар ауырыу сығанағы булып тора, улар оҙаҡ ваҡыт инфекцияны йөрөтөүсе булып ҡала. Малдарҙың аҫлығы, ялғаштары, аҙығы, һыуы, тиҙәге, хатта ферма эшсеһенең өҫ кейеме сир таратыусы булыуы мөмкин. Бешмә вирусы булған аҙыҡ, тупраҡ, аҫлыҡ өлөшсәләренең ел менән бер нисә километрға тиклем таралыуы ихтимал.

– Ниндәй профилактика саралары үтәлергә тейеш, бешмә вирусы инеүен киҫәтеү маҡсатында малдарҙы аҫрау буйынса ниндәй шарттар тыуҙырыу талап ителә?

– Бешмә сире вирусынан һаҡланыу өсөн түбәндәгеләрҙе үтәү талап ителә:

– Малдарҙы аҫрауҙа зоогигиена талаптарын һәм нормаларын, малдарҙы тәрбиәләү ҡағиҙәләрен үтәргә, мал аҙығын имен территорияларҙан ғына һатып алырға, аҙыҡты малдарға бирер алдынан термик эшкәртергә кәрәк. Хужалыҡ объекттары территорияһына инеү һәм сығыу урындарын санитар үткәреү пункттары, дезинфекция ҡаршылыҡтары (келәмдәр) менән йыһазлау талап ителә;

– малдар аҫралған, мал аҙығы әҙерләнгән һәм һаҡланған урындарға, шулай уҡ хужалыҡ территорияһына ингән ерҙә транспорт сараларына даими дезинфекция үткәрелергә тейеш;

– малсылыҡ фермаларын һаҡлауҙы көсәйтеү, уларҙа ҡаты ветеринар-санитар режим индереү талап ителә;

– даими рәүештә дератизация һәм дезинсекция үткәреү шарт;

– хужалыҡтарҙың ябыҡ типта эшләүен тәьмин итеү мотлаҡ, малдарҙы аҫрау урындарына сит кешеләрҙең, эшкәртелмәгән ауыл-хужалығы ҡорамалдарының һәм махсус эшкәртеү үтмәгән транспорт сараларының инеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.

Профилактикала иң мөһиме – ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән башҡа райондан ситтә мал һатып алмау. Карантин буйынса имен булмаған райондарҙан оҙатыу документтары булмаған һарыҡ-тәкәләр һатып алыу осраҡтары булғылай, был ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ беҙҙең районға “Рәсәй Федерацияһындағы карантин хаҡында” Законды һанға һуҡмай, Ҡаҙағстан Республикаһынан тик-шерелмәгән ашлыҡ индерелә.

– Малдарҙың бешмә сире менән ауырыуына шик тыуһа, мал хужалары нимә эшләргә тейеш?

– Малдарҙың бешмә сире менән ауырыуына шик тыуыу менән уларҙың хужаһы һәм хужалыҡты (ауылды) хеҙмәтләндереүсе ветеринария белгесе кисекмәҫтән был хаҡта дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәренә хәбәр итергә тейеш.

Улар килеп еткәнсе:

• ауырыу һәм ауырыуы ихтимал малдарҙы улар бығаса торған бинала башҡаларынан айырып тоторға;

• бар төр малдарҙы һатыуҙы һәм һуйып һатыуҙы туҡтатырға;

• хужалыҡ йәки ферма территорияһынан малсылыҡ сеймалын һәм продукттарын, мал аҙығын һәм башҡа йөктәрҙе сығарыуҙы туҡтатырға кәрәк.

– Мал хужаларына үҙҙәрен сирҙән һаҡлау өсөн ниндәй хәүефһеҙлек саралары күрергә?

– Шәхси хәүефһеҙлек һәм ветеринар-санитар талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Малдарҙы һауыу, ашатыу һәм дауалау эштәрен махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә башҡарырға кәрәк, уларға дезинфекция үткәреү һәм ҡулдарҙы ентекләп һабын менән йыуыу талап ителә.

– Халыҡҡа үҙ шәхси хужалыҡ-тарында етештергән малсылыҡ продукттарын баҙарҙа һатырға рөхсәт ителәме?

– Район эсендә һәм республикала һатыу рөхсәт ителә, сөнки беҙҙең район карантин зонаһына инмәй. Бының өсөн үҙебеҙҙең ветеринария станцияһынан №4 ветеринария белешмәһен алыу етә.


Л. Садретдинова



Читайте нас: