Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
1 Декабрь 2017, 17:36

Малдарҙы ветеринар эшкәртеү мотлаҡ

Мин үҙ малдарымды шәхси ихатамдан сығармайынса аҫрайым. Уларға йыл һайын вакцина яһатыу мотлаҡмы? Илдус, Кандаковка ауылы. Һорауға БР Ветеринария идаралығының Дыуан территориаль дәүләт ветеринария күҙәтеүе бүлеге баш дәүләт ветеринария инспекторы Д. Маннапов яуап бирә:

Мин үҙ малдарымды шәхси ихатамдан сығармайынса аҫрайым. Уларға йыл һайын вакцина яһатыу мотлаҡмы? Илдус, Кандаковка ауылы. Һорауға БР Ветеринария идаралығының Дыуан территориаль дәүләт ветеринария күҙәтеүе бүлеге баш дәүләт ветеринария инспекторы Д. Маннапов яуап бирә:

– Малдарҙы вакцинациялау – бик
мөһим профилактика сараһы. Ул хайуандарҙы,
шул иҫәптән кешеләрҙе себер язваһы, ҡотороу
(дауалап булмай), бруцеллез кеүек хәүефле
йоғошло сирҙәрҙән һаҡларға ярҙам итә. Шул
уҡ ваҡытта малдың организмына сир
тыуҙырғыс минималь дозала индерелә. Үҙ
сиратында, организм бактерияны йәки
вирусты еңә һәм иммунитет барлыҡҡа килә.
Бынан тыш, ветеринария белгестәре
йылына ике тапҡыр туберкулез, бруцеллез,
лейкоз кеүек хәүефле сирҙәрҙе асыҡлауға
диагностик тикшереүҙәр үткәрә.
Прививкалар һәм тикшереүҙәр көтөүлектә
йөрөгән малдарға ғына кәрәк, ә бикләп
аҫралғандарына улар мотлаҡ түгел, тип уйлау –
яңылыш фекер.
Ысынында сир таратыусы булып
малдарҙың хужаһы үҙе лә торорға мөмкин. Сир
тыуҙырғысты уның ситтән үҙенең өҫ һәм аяҡ
кейемдәрендә алып ҡайтыуы мөмкин. Шуға ла,
нисек аҫралыуҙарына ҡарамаҫтан, барлыҡ
малдарға ла прививкалар яһалырға тейеш.
Прививка яһалмаған хайуандар үҙ хужалары
өсөн дә, тирә-яҡтағыларға ла ҡурҡыныс
тыуҙыра.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында
кодекста, ветеринар-санитар ҡағиҙәләрҙе
боҙған өсөн, малдарҙы ветеринар
эшкәртеүҙән баш тартҡан хужаларға
административ штраф һалыу ҡаралған. Мал
аҫраусы кешеләр белгестәргә йылына ике
тапҡыр (яҙын һәм көҙөн) диагностик тикшереү
һәм профилактик иммунизация үткәреү
мөмкинлеге бирергә тейеш.
Читайте нас: