Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
5 Апрель 2018, 18:34

АПРЕЛДӘ – ЯБАЙ БҮРЕКБАШ БӘШМӘК

Яҙ етеү менән сыҡҡан бүрекбаш бәшмәктәр өйкөм-өйкөм булып үҫә. Уларҙы тәрән соҡор ҡашлағында, яландарҙа, ҡуйы урманда, ҡыуаҡлыҡтар араһында һәм урмандың янғын булып үткән урындарында осратырға мөмкин. Был бәшмәктәр нейтраль тупраҡта үҫә, улар өсөн ерек, ҡайын, дардар һәм имән ағастары үҫкән, шулай уҡ ҡатнаш урмандар яҡшы. Ябай бүрекбаш бәшмәк үткән яҙ беҙҙең баҡсала ла үҫеп сыҡты.

Яҙ етеү менән сыҡҡан бүрекбаш бәшмәктәр өйкөм-өйкөм булып үҫә. Уларҙы тәрән соҡор ҡашлағында, яландарҙа, ҡуйы урманда, ҡыуаҡлыҡтар араһында һәм урмандың янғын булып үткән урындарында осратырға мөмкин. Был бәшмәктәр нейтраль тупраҡта үҫә, улар өсөн ерек, ҡайын, дардар һәм имән ағастары үҫкән, шулай уҡ ҡатнаш урмандар яҡшы. Ябай бүрекбаш бәшмәк үткән яҙ беҙҙең баҡсала ла үҫеп сыҡты.

Уларҙы апрель аҙағында уҡ йыйырға мөмкин, әммә иртәрәк үҫеп сыҡҡан бәшмәктәр һыулыраҡ һәм еҫһеҙ була. Май айында улар тығыҙыраҡҡа әйләнә, еңелсә емеш еҫе менән ысын бәшмәк еҫенә эйә була. Бүрекбаш бәшмәктә ағыулы матдә – гиромитрин бар, ошоноң өсөн уны ашарға әҙерләр алдынан эҫе һыуҙа бешекләргә, ә иң яҡшыһы: бешерергә һәм һыуын түгеп, һыуыҡ һыуҙа сайҡатырға кәрәк. Был осраҡта бәшмәк һеҙҙең һаулыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс менән янамаҫ, тәмле аш булараҡ ҡыуандырыр. Бүрекбаш бәшмәкте киптерергә лә була, киптергәндә, унан ағыулы матдәләр тулыһынса юғала. Уны майҙа, ҡаймаҡта, һөттә быҡтырып бешерергә мөмкин. Иғтибар! Бәшмәкселәр был бәшмәкте ағыулы тубырсыҡбаш бәшмәк менән йыш бутай. Был бәшмәктәр бер-беренә бик оҡшаш, әммә, эшләпәләренә ҡарап, уларҙы айырырға була. Ашарға яраҡлы бәшмәктең эшләпәһе, ағыулы “игеҙәгенән” айырмалы, ҙурыраҡ һәм түңәрәк формала. Бүрекбаш бәшмәктең эшләпәһе үҙенсәлекле, өҫтө тигеҙ түгел, йыйырсыҡлы. Үҫкән урынына һәм өлгөрөү ваҡытына ҡарап, төҫө саҡ ҡына айырылырға мөмкин. Төҙөлөшө яғынан аяғы (һабағы) цилиндр формаһын хәтерләтә. Эшләпәһе тиҙ генә иҙелеп бара. Берекбаш бәшмәктең эшләпәһе һәм һабағы бер тигеҙ оҙонлоҡта тип әйтергә була,ә тубырсыҡбаш бәшмәктең һабағы ҡыҫҡа, ҡайһы осраҡта бөтөнләй күренмәй ҙә. Уларҙың төп айырмаһы ошонда – бүрекбаш бәшмәктәрҙең эсе ҡыуыш, ә тубырсыҡбаш бәшмәктәрҙең эсендә борма- борма йомшағы бар. Бүрекбаш бәшмәктәрҙә кальций, калий, фосфор һәм башҡа минералдар, В, А, Д һәм С витаминдары, шәкәр һәм азот ҡатнашмалары бар. Был составтар бәшмәктең һауыҡтырыу көсөнә эйә икәнлеген иҫбатлай. Элегерәк яндан атыусыларға, күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн, бүрекбаш бәшмәкте ашатҡандар. Бөгөн дә был бәшмәк күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. Бүрекбаш бәшмәк ҡан тамырҙарын нығыта, гемоглобинды арттыра, ҡанды һыйыҡлай, тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора. Уларҙы туберкулез ауырыуынан һуң иммунитетты күтәреү, токсиндарҙы организмдан сығарыу өсөн дә, бигерәк тә ағыуланғанда, ҡулланалар. Радио йәки химиотерапия курсы үткән, зарарлы производство тармаҡтарында эшләүсе кешеләрҙең ризығына бүрекбаш өҫтәү файҙалы.
Л. Ибраһимова.
Читайте нас: