Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
5 Апрель 2018, 16:52

ЙӘШЕЛСӘ ҮРСЕТМӘЛӘРЕН ТӘРБИӘЛӘҮ

Бына үрсетмәләр ҙә шытып сыҡты. Яуаплы этап – уларҙы тәрбиәләү мәле етте. Үрсетмәләр шытып сыға башлау менән уларҙы яҡты урындарға: тәҙрә төптәренә, йылытылған балкондарға күсереп ҡуйырға кәрәк. Ғәҙәттә тәҙрәнән һыуыҡ өрә, йылытыу торбаларынан эҫе һауа килә. Үрсетмәләрҙе температураның үҙгәреүенән һаҡлау өсөн, тәҙрә ярыҡтарын ҡапларға, торбаларға фольга һалырға, фанера киҫәге ҡуйырға кәрәк.

Бына үрсетмәләр ҙә шытып сыҡты. Яуаплы этап – уларҙы тәрбиәләү мәле етте. Үрсетмәләр шытып сыға башлау менән уларҙы яҡты урындарға: тәҙрә төптәренә, йылытылған балкондарға күсереп ҡуйырға кәрәк. Ғәҙәттә тәҙрәнән һыуыҡ өрә, йылытыу торбаларынан эҫе һауа килә. Үрсетмәләрҙе температураның үҙгәреүенән һаҡлау өсөн, тәҙрә ярыҡтарын ҡапларға, торбаларға фольга һалырға, фанера киҫәге ҡуйырға кәрәк.

ЯҠТЫЛЫҠ
Үрсетмәләр яҡшы үҫһен өсөн, яҡтылыҡтың етерлек булыуы мөһим, шул уҡ ваҡытта туранан-тура төшкән ҡояш нурҙарынан һаҡлау зарур. Һауыттарҙы көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайышҡа ҡараған тәҙрә төптәренә ҡуйыу отошло. Көн яҡтылығы етмәгән осраҡта люминесцент лампаларҙы тоҡанды- рырға мөмкин (3–4 сәғәткә).

ҺЫУ ҺИБЕҮ
Үрсетмәләргә бик йыш түгел, әммә күп итеп йылы һыу һибергә кәрәк (16–20 градус). Һыуҙы иртән һибәбеҙ, унан һуң елләтәбеҙ. Артыҡ һыу һәм тоҙ ағып сыҡһын өсөн, һауыттарҙың төптәре тишекле булырға тейеш. Һауыт төбөндә һыуҙың йыйылып ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай. Был күренеш үҫентеләрҙең сереүенә һәм тупраҡтың күгәреүенә килтерәсәк. Шуға ла һыуҙы тупраҡ кибә биргәс һибеү урынлы.

АШЛАМА
Әгәр тупраҡҡа алдан уҡ ашлама индерелмәгән булһа, күсереп ултыртҡандан һуң ике аҙна үткәс ашларға кәрәк. өҫтәмә туҡландырыу өсөн органик һәм минераль ашламалар ҡулланыла: суперфосфат иретмәһе, ҡош тиҙәгенән әҙерләнгән иретмә һ.б., ошолай уҡ “Гуми” препараты (гуми кислоталары). Икенсе тапҡыр туҡландырыуҙы ике аҙна үткәс, ә һуңғыһын тупраҡҡа күсереп ултыртыу алдынан башҡарырға кәрәк.

СЫНЫҠТЫРЫУ
Асыҡ тупраҡҡа күсереп ултыртыуҙы яҡшы үткәрһендәр өсөн, үрсетмәләрҙе сыныҡтырыу мөһим. Бының өсөн үтәнән-үтә елде булдырмай, бүлмәне һәр саҡ елләтеп торорға кәрәк. Һауа температураһын әкренләп 15–18 градусҡа тиклем түбәнәйтеп, нығындырыуҙы 7–10 көн дауамында үткәрергә кәрәк.

КҮСЕРЕП УЛТЫРТЫУ
Күсереп ултыртыу үҫентеләрҙең яҡшыраҡ туҡланыуына булышлыҡ итә. Был эште ысын япраҡтары барлыҡҡа килә башлағас үтәйҙәр. Иң көслөләрен һайлап алып, тамырҙарын йәрәхәтләмәҫкә тырышып, күсереп ултыртырға кәрәк. Күсереп ултыртҡандан һуң, тупраҡ баҫылһын өсөн, һыу һибеү мотлаҡ. Күсереп ултыртыу тупрағы үрсетмә үҫкән тупраҡҡа оҡшаш булырға тейеш. Ике аҙна үтеүгә, үрсетмәләр нәҙек оҙон булып үҫмәһендәр, япраҡланһындар өсөн, аҫтағы япраҡтарын өҙөп алырға кәрәк.

АУЫРЫУҘАРҒА ҠАРШЫ КӨРӘШ
Ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә иң мөһиме – тупраҡты дезинфициялау: талғын утта ҡыҙҙырып алыу, эҫе һыу йәки марганцовка иретмәһе ҡойоу. Үрсетмәләрҙең иң киң таралған ауырыуы – ҡара һабаҡ (черная ножка), томаттарҙың – серек ауырыуы. Уларға артыҡ дымлылыҡ һәм насар елләтеү сәбәпсе була. Ауырыу билдәләре: тамыр тирәһенән ҡарая, серей башлауы, үҫентенең һыныусанға әйләнеүе, һабаҡтарының тартылыуы. Ундайҙарҙы тиҙ генә алып ташларға тәҡдим ителә. Башҡаларына марганцовка иретмәһе, фитоспорин, “Гуми” препараты һибергә кәрәк. Сифатлы үрсетмә көслө һәм ныҡ, япраҡтары тәбиғи йәшел төҫтә була. Орлоҡтарҙы сәсеп, яҡынса 50 көн үтеүгә тупраҡҡа күсереп ултыртырға әҙер. Бейеклеге 25 см, 4–5 төп япрағы бар. Яҡшы, мул уңыштар һеҙгә!


Л. Саҙретдинова,агроном.


Читайте нас: