Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
7 Август 2019, 11:56

НИ СӘБӘПЛЕ АЛМА АҒАСЫ ЕМЕШЕН ЮҒАЛТА?

Был күренештең сәбәптәре байтаҡ, шуларҙың береһе – алма ағасының емештәр һанын тәбиғи көйләүе. Алма ағасында сәскә бөрөләре емештәр һанынан күпкә артығыраҡ була.

Был күренештең сәбәптәре байтаҡ, шуларҙың береһе – алма ағасының емештәр һанын тәбиғи көйләүе.
Алма ағасында сәскә бөрөләре емештәр һанынан күпкә артығыраҡ була. Сәскәләрҙең 5–10 проценты ғына артабан емеш булып өлгөрөп етә, тип иҫәпләнә. Ағас үҙе артабан тулы ҡиммәтле итеп туҡландырыу бирә алырлыҡ емештәр һанын көйләүгә һәләтле, артыҡтарын ул ҡойоп кәметә.
Шулай уҡ бының сәбәбе булып дым етмәүе лә торорға мөмкин, бигерәк тә йәй ҡоро килгәндә, культуралар стресс кисереүе ихтимал. Ағас бар дымды тиерлек япраҡтарға туйынырға бирә, ә емештәргә етмәй ҡала һәм улар ботаҡтарҙан, өлгөрөп етмәйенсә, әкренләп ҡойола башлай. Даими рәүештә ағас төбө тирәләй тупраҡты ҡарап торорға кәрәк, һәм сезон мәлендә алма ағасы төбөнә 1000 литрға яҡын һыу һибергә кәрәк.
Дымдың артыҡ булыуы ла алма ағасына зыянлы. Тупраҡтың артыҡ еүеш булыуы, йә иһә грунт һыуҙары ағас тамырҙарына яҡын урынлашыуы ла ағас өсөн зыянлы. Был осраҡта тамыр системаһынан ағас штамбына, ботаҡтарына, япраҡтарына һәм емешенә һыу таралыу боҙола. Шул сәбәптән өлгөрөп кенә килгән уңыш ерҙә буласаҡ.
Шулай уҡ алма ағасы әсе тупраҡта туҡланыуға ҡытлыҡ кисерһә лә уңышын юғалта. Әсе ерҙә уның тамырҙары етерлек миҡдарҙа туҡлыҡлы матдәләрҙә үҙләштерә алмай, шуға күрә ағас насар үҫә, өлгөрөп етмәгән емештәре ҡойола. Шуға күрә тәүҙә үк тупраҡтың рН тикшерергә кәрәк, тупраҡтың әселеген яраҡлаштырылған ысулдар менән арттырырға, һуңынан йәш алма ағастары ултыртырға була.
Үрсемһеҙ һәм хатта үҙе үрсемле алма ағастарына ла, сәскәләре яҡшы һеркәләнһен өсөн, һеркәләндереүсе иптәш кәрәк. Шул ваҡытта емештәре сифатлы булып төймәләнә, өлгөрөп етә, ә алма ағасы бар агротехник сараларҙы башҡарғанда емештәрен ҡоймай, өлгөртөп еткерәсәк.
Төп агротехник сара булып ашлама индереү тора. Алмалары ҡойолмаһын өсөн, алма ағасын нимә менән ашларға кәрәк: бөтә яҙ, июнь айында азот ашламалары индерергә. Мәҫәлән: шыйыҡ (аммиак һыуы, аммикаттар, һыуһыҙ аммиак) һәм азот ашламалары:
аммиак селитраһын – кв. метрына 25–30 г, йә иһә һыуҙа шыйыҡландырып (20 г / 10 литр һыуға); ашлама сифатында – кв. метрға 25 грамм;
карбамид – ауыр тупраҡтарҙа яҙ һәм көҙ көнө 1 кв. метрға – 20–25 грамм иҫәбенән, йә иһә 10 г 10 литр һыуға бутап.
Ағастарға магний, калий, фосфор, марганец һәм баҡыр, шулай уҡ һыу талап ителә. Тамсылап һуғарыу иң уңышлыһы булып тора, шул уҡ ваҡытта дым артыҡ булып ятмаһын, ә емештәр өҙөлөп төшмәһен өсөн, баҡсаны нисек һуғарыуға ҡарамаҫтан (тамсылапмы, йә иһә шланг менән бактан, йә иһә һыу үткәргес аша) алдан тупраҡҡа аэрация үткәрәләр.
Алма ағасын мул итеп составында ағасҡа һәм уның өлгөрөп еткән емештәренә ботаҡта ҡалырға көс бирерлек бар кәрәкле микроэлементтар булған комплекслы ашламалар менән дә “туйындырырға” була. Июнь айында алмалары өҙөлөп төшмәһен өсөн алма ағасын ике тапҡыр ашларға кәрәк. Туҡлыҡлы ҡатышмаларҙы ағастың төбө тирәләй йәш үҫентеләрҙең урынлашыуын һәм ағас сатырының таралыуын иҫәпкә алып бүләләр. Шулай уҡ ағас тирәләй канауҙар, йә иһә бур ярҙамында ағас төбө тирәләй соҡорҙар яһап, ашлама менән туҡландырырға була.
Кәрәкһә, тупраҡтың әселеген кәметеү эштәре башҡарырға мөмкин:
юғары әселекте һәр квадрат метрына һүндерелгән эзбиз оно (0,5кг), аҡбур (0,3–0,7 кг), ағас көлө (0,4–0,5 кг) йә иһә доломит оно (0,5 кг) индереү юлы менән кәметәләр;
урта әселекте һәр квадрат метр тупраҡҡа эзбиз оно (0,3 кг), доломит оно (0,4 кг), аҡбур (0,2–0,6 кг) йә иһә көл (0,2 –0,3 кг) индереү юлы менән кәметәләр;
аҙ әселекте һәр квадрат метрына һүндерелгән эзбиз (0,2 кг), доломит оно (0,3–0,4 кг), аҡбур (0,1–0,4 кг) йә иһә көл (0,2 кг) индереү юлы менән нормаға килтерергә була.
Ҡоротҡостарҙың күпләп таралыуы ла емештәргә зыян килтерә.
Өлгөрөп килеүсе алмаларҙың торошона иғтибарлы булығыҙ. Әгәр өҙөлөп төшкән алмала ҡорт юлдары күп була икән, был уның алма күбәләге менән зыянланған булыуын аңлата.
Әгәр алма ағасы емештәрен ҡоя икән, бының сәбәбе булып алманың эсен ҡоротҡос ашап бөтөрөүе тороуы мөмкин. Уңышты һаҡлап алып ҡалыу өсөн, алма күбәләген һәм башҡа ағас ҡоротҡостарын юҡ итеү сараһын күрергә кәрәк. Уларға ҡаршы агротехник, химик, механик һәм биологик саралар ҡулланырға була.
Фитоверм препараты яҡшы һөҙөмтә китерә, әммә уның тәьҫир итеүе 20 көн дауам итә. Шуның өсөн алмалар өлгөргән ваҡытта уны ҡулланырға ярамай.
Читайте нас: