Сентябрь айының яртыһы етеп килә, күптәрҙе “Ҡабаҡ уңышын ҡайсан йыйып алырға?” тигән һорау борсой.
Әгәр ҡабаҡты түтәлдә өлгөрөп етергә ҡалдырһаң, тәүге ҡырауҙар мәлендә үк туңасаҡ һәм был осраҡта уңыш насар һаҡланасаҡ. Ҡабаҡ өй шарттарында ла яҡшы өлгөрөп етә.
Ҡабаҡтың өлгөрөп етеүен нисек белергә була?
Уның тулыһынса өлгөрөп етеүенең бер нисә билдәһе бар:
Тышы тығыҙ булырға, ҡабығына баҫып ҡарағанда йәнселгән урын ҡалмаҫҡа тейеш. Өлгөрөп еткән ҡабаҡтың һыҙаты шулай уҡ асыҡ күренә. Ул йәшел емешле сорттарҙа ғына төҫмөрләнмәй.
Емеш һабағы ҡаты булырға тейеш. Емеш өлгөргән һабаҡ ҡата, ағас кеүек булып китә һәм ағара.
Ҡарбуз кеүек, өлгөрөп еткән ҡабаҡ та, һуғып ҡараһаң, тоноҡ булмаған асыҡ яңғырауыҡлы тауыш бирә.
Ҡабаҡ тиҙерәк өлгөрһөн өсөн, нимә эшләргә була?
Ҡабаҡ түтәлдә туңып ҡалмаһын өсөн, көтөлгән ҡырауҙарҙан өс аҙна алда ҡабаҡ һабағындағы бар сәскәләрҙе һәм йәш үренделәрҙе өҙөп сығабыҙ. Ул саҡта үҫемлек бар туҡлыҡлы матдәләрҙе ҙурыраҡ булып үҫкән емештәргә бирәсәк. Әгәр үҫемлектә яңы үҫешә башлаған ваҡ ҡабаҡтар күп булһа, уларҙы ла, эреләре тиҙерәк үҫеп етһен өсөн, өҙөп ташларға кәрәк.