Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
20 Сентябрь 2019, 13:16

КАРТУФТЫ ҺАҠЛАРҒА КӨЛ ЯРҘАМ ИТЕР

Быйылғы йылда вегетация осоро ямғыр күп яуыуы менән айырылып торҙо, был бәшмәк ауырыуҙарының, айырыуса фитофтороздың таралыуына сәбәпсе булды.

Быйылғы йылда вегетация осоро ямғыр күп яуыуы менән айырылып торҙо, был бәшмәк ауырыуҙарының, айырыуса фитофтороздың таралыуына сәбәпсе булды. Фитофтора бәшмәге споралары орлоҡ бүлбеләрендә һаҡланырға һәләтле. Әгәр картуфты ҡаҙып алыуҙы туҡтауһыҙ яуған көҙгө ямғырҙарға тиклем ҡалдырһаң, бүлбенең тышҡы яғынан инфекция картуфтың йомшаҡ өлөшөнә үтеп инә. Һөҙөмтәлә, картуф бүлбеһе тулыһынса зарарлана һәм тупраҡта ла, һаҡларға ҡуйғас та тирә-яҡтағы һау бүлбеләрҙе зарарлай.
Уңышты фитофтороз сиренән һаҡлау өсөн, картуфты мөмкин ҡәҙәр иртә йыйып алырға кәрәк. Уны йылы һәм ҡоро көндө ҡаҙыу яҡшы. Һаҡларға ҡуйыу алдынан бар бүлбеләрҙе ҡарап, зарарланғандарынан айырып алырға кәрәк. Әгәр быны ваҡытында башҡара алмаһағыҙ, картуфты һаҡларға ҡуйыр алдынан көл менән бутағыҙ. Бының файҙаһы шунда: дым көлгә эләкһә (хатта мөгәрәптәге конденсат), унда һелте реакцияһы башлана. Бәшмәк споралары һелте мөхитендә үҫешә алмай. Был боронғо ысул әле лә орлоҡ материалдарын һаҡлау складтарында ҡулланыла.
Сәсеүгә әҙерләнгән бүлбеләрҙе эшкәртеү ҙә фитофтора сире таралыуға ҡаршы профилактика булып тора. Картуф бүлбеләрен 10 литр һыуға бер грамм марганцовка һәм ун грамм баҡыр купоросы иҫәбенән әҙерләнгән иретмә менән эшкәртергә мөмкин. Бынан тыш, “Фитоспорин” биопрепаратын ҡулланыу отошло. Күп баҡсасылар “Престиж” препаратын ҡулланыуҙан мөғжизә көтә. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: киң таралыу алған “Престиж” заман ағыулағыс-химикаты (уның аналогтары – “Престижитатор”, “Клубнещит”, “Покровитель”, “Респект”) картуфты колорадо ҡуңыҙынан, ҡаты ҡорттан, ҡутыр һәм ризоктониоз сирҙәренән генә һаҡлай, әммә фитофторозға ҡаршы тора алмай.
Инфекциянан ҡотолоу ҡатмарлы, уның споралары тупраҡта, төрлө үҫентеләрҙә һәм бүлбеләрҙә өс йылдан алып 30 йылға саҡлы һаҡлана алыу үҙенсәлегенә эйә. Сәсеү әйләнешен индереү һәм картуфтың сиргә бирешмәүсән “Невский”, “Алена”, “Белоснежка”, “Бронницкий”, “Темп”, “Ресурс”, “Удача” һәм Голландияла етештерелгән “Ред Скарлет” кеүек сорттарын үҫтереү отошло.
Л. Саҙретдинова,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: