Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
9 Октябрь 2019, 11:42

ӨЙҘӘ ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ

КӘБЕҪТӘ МЕНӘН ЙӘШЕЛСӘ СОЛЯНКАҺЫ

КӘБЕҪТӘ МЕНӘН ЙӘШЕЛСӘ СОЛЯНКАҺЫ
Был аш хужабикәләр араһында бик популяр. Уны әҙерләү өсөн күп төрлө йәшелсә талап ителмәһә лә, бик тәмле һәм хуш еҫле килеп сыға. Аш һеркәһенән башҡа әҙерләнгәнлектән, һалҡынға ҡуйырға кәрәк.
Ингредиенттар: кәбеҫтә – 4 кг, кишер һәм томат – 1-әр кг, тоҙ – 5 аш ҡалағы, шәкәр – 2 аш ҡалағы.
Әҙерләү: йәшелсәләрҙе турарға, бергә ҡушырға, тоҙларға. Бейек табаға май һалып, ҡатнашманы бушатырға һәм 25 минут томалап бешерергә.
Шәкәр, помидор һәм тоҙ һалып, йәнә 5 минут быҡтырырға.

КӘБЕҪТӘ МЕНӘН БӘШМӘК СОЛЯНКАҺЫ
Аҡ бәшмәкте консервалар алдынан башлы һуған һалынған һыуҙа 30 минут бешереп алырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта еңелсә тоҙ һалырға кәңәш ителә. Һуңынан бәшмәктәрҙе йыуырға һәм турарға. Көләпә бәшмәк (шампиньон), ҡарама бәшмәге булһа ла ярай.
Ингредиенттар: кәбеҫтә – 1 кг, бәшмәк – 500 г, томат, һуған һәм кишер – 200-шәр г, тоҙ, шәкәр – 1-әр аш ҡалағы, аш һеркәһе – 50 мл, тәмләткестәр.
Әҙерләү: кишерҙе һәм һуғанды түңәрәкләп турарға. Бәшмәкте пластиналарға ваҡларға, кәбеҫтәне һалам һымаҡ итеп турарға.
Бейек табала май ҡыҙҙырырға, бәшмәкте һәм һуғандың яртыһын һалып, 2–3 минут ҡыҙҙырырға.
Сиратлап кишер, һуған һәм кәбеҫтәне ҡыҙҙырып алырға, башҡа компоненттарҙы ҡушып, ҡатнашманы 45–50 минут томалап бешерергә. Тәмләткестәр өҫтәп, ҡуйырғансы быҡтырырға. Аш һеркәһен ҡойоп, йәнә 5 минут бешерергә.

КОРЕЙСА БАКЛАЖАН
Ингредиенттар: баклажан – 4 кг, кишер – 1 кг, болгар боросо – 1 кг, һуған – 1 кг, һарымһаҡ – 100 г, 70 процентлы һеркә – 2 аш ҡалағы, тоҙ – тәменсә, онталған асы борос – 1–2 сәй ҡалағы (теләк буйынса).
Әҙерләү:
Баклажандарҙы йыуығыҙ, һаламлап турағыҙ, тоҙ һибегеҙ һәм 1 сәғәткә алып ҡуйығыҙ. Кишерҙе йыуып таҙартығыҙ һәм корей кишере әҙерләү ҡырғысы аша (һаламлап) үткәрегеҙ. Болгар боросон йыуығыҙ, эсендәге орлоҡтарын, емеш һабын алып ташлағыҙ, оҙонса киҫәктәргә турағыҙ. Һуғанды әрсеп, ярым түңәрәктәргә турағыҙ. Һарымһаҡты ваҡлағыҙ. Баклажандарҙан тыш, барлыҡ йәшелсәләрҙе бергә ҡушып бутағыҙ, аш һеркәһе, асы борос өҫтәп, 5 сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Әгәр артыҡ әсене яратмаһағыҙ, асы боросто өҫтәмәһегеҙ ҙә була. Баклажанды үҫемлек майында ҡыҙҙырып алығыҙ һәм йылы көйөнсә башҡа йәшелсәләргә ҡушығыҙ. Һаҡ ҡына бутағыҙ. Таҙа һәм ҡоро банкаларға һалып, ҡапҡастарын өҫтөнә яһалығыҙ (ләкин ныҡлап япмай тороғоҙ) һәм стерилизациялағыҙ. Ярты литрлы банкаларҙы – 16 минут, бер литрлыларын 26 минут стерилизацияларға кәрәк. Һуңынан ҡапҡастарын ныҡлап бороп ябып, һыуынғансы төрөп тотоғоҙ.


Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: