Ҡотороу – кеше һәм күпселек хайуандар өсөн үлем менән тамамланыусы хәүефле йоғошло сир.
Вирусты таратыу сығанағы булып сир йоҡторған ҡырағай (бүре, төлкө, шакал, янут, ярғанат, кимереүселәр) һәм йорт хайуандары (эт, бесәй, ат, сусҡа, һарыҡ-кәзә, һыйыр малы) тора. Вирус нигеҙҙә уларҙың һеләгәйе аша – сирле хайуан тешләгәндә йә иһә уның һеләгәйе яралы тирегә эләккәндә йоға.
Хайуандарҙа был сир ике төрлө үтә: ҡотороноу (агрессив) һәм тыныс (паралитик) формала.
Сир агрессив формала үтһә, хайуан ярһый, ерҙе һәм төрлө әйберҙәрҙе кимерә, сығып ҡасырға тырыша. Йыш ҡына ауырыу хайуандар көтмәгәндә башҡа хайуандарға йә иһә кешеләргә ташлана. Артабан конвульсиялы өйәнәк тота башлай, улар йышая, оҙая бара. Шул уҡ ваҡытта юғары температура, ҡоҫоу, ҡайһы бер мускулдарҙың (йотҡолоҡ, ҡурылдай, аяҡтар) параличы күҙәтелә; күҙҙәре ҡылыйлана, аҫҡы яңағы һалынып төшә, ауыҙынан һеләгәйе ағып тора; өргәндә тауышы ҡарлыҡҡан булып һәм әкренерәк сыға.
Сир тыныс формала барһа, хайуан наҙлыға әйләнә, иркәләнә, тауышы ҡарлыға, ауырлыҡ менән йота, һеләгәйе аға.
Әгәр һеҙҙең йорт хайуаны тешләнһә, йә иһә унда ҡотороуға хас билдәләр күренһә, үҙен агрессив тота башлаһа, уны берәй айырым урынға ябып, мөмкин тиклем тиҙерәк ветерания белгесен саҡырығыҙ.
Әгәр һеҙҙе эт йә иһә бесәй тешләһә, был хайуандың кемдеке булыуын асыҡларға тырышығыҙ, тейешле саралар күрелһен өсөн, медицина учреждениеһына һәм район ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итегеҙ.
Хайуандың ҡоторған булыуы асыҡланһа, кешене ҡотҡарып ҡалыуҙың берҙән-бер юлы – вакциналар курсы.
Йорт хайуандарының һәм кешенең был хәүефле сиргә дусар булыуын киҫәтеү маҡсатында райондың ветеринария хеҙмәте йыл һайын бушлай прививкалар яһай. Үкенескә ҡаршы, барлыҡ мал хужалары ла бының әһәмиәтен аңлап етмәй.
Беҙ барлыҡ хужаларҙың малдарына профилактик вакциналар яһатыуҙан баш тартмауҙарын һорайбыҙ.
Ҡыйғы районы ветеринария хеҙмәте халыҡты ҡырағай һәм йорт хайуандарына иғтибарлы булырға саҡыра.
Тел.: 3-04-01; 8-963-236-70-58.