Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
16 Декабрь 2019, 21:30

КҮЛДӘК ЯРАМАНЫ, Ә ЧЕКТЫ ТАШЛАҒАНМЫН. НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

Магазинда күлдәк һатып алғайным, ләкин фасоны буйынса яраманы. Чегын яңылыш ташлағанмын. Уны кире тапшырырға буламы?

Магазинда күлдәк һатып алғайным, ләкин фасоны буйынса яраманы. Чегын яңылыш ташлағанмын. Уны кире тапшырырға буламы? Һатып алғандан алып 14 көн ваҡыт үтмәгән әле.
- Эйе, һеҙ магазинға мөрәжәғәт итеп, аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙарын йә иһә тауарҙы алмаштырыуҙарын һорай алаһығыҙ. Әгәр бар этикеткалары урынында һәм күлдәктең тауар торошо элеккесә икән, һеҙ уны кире ҡайтарырға хоҡуҡлы.
Ҡулығыҙҙа чек булмауы һатыусыны аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыу бурысынан азат итмәй. Әгәр һатып алыусыға ниндәйҙер сәбәптәр буйынса тауар оҡшамаһа, ул уны 2 аҙна эсендә кире ҡайтара ала.
Күлдәктең нәҡ ошо магазинда һатып алыныуын шаһиттарҙың күрһәтмәләре йә иһә магазинда алып барылған видеосъемка ярҙамында иҫбатларға була.
Әгәр күлдәк өсөн карта менән түләгән булһағыҙ, һатыусы терминалдан белешмәләр алып ҡарай ала.
РФ-ның “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” Законының 18-се статьяһының 5-се пункты.
РФ Гражданлыҡ кодексының 493-сө статьяһы.
Читайте нас: