Ҡыштың һуңғы айы башлана ғына… Ләкин ҡайһы бер йәшелсәләрҙе әле үк үрсетмә өсөн сәсергә кәрәк. Орлоҡто йылдың теләһә ниндәй ваҡытында һатып алырға мөмкин булһа, февралдә вегетация осоро оҙон булған ҡайһы бер йәшелсәләрҙе генә сәсергә ярай.
Шулай итеп, февралдә түбәндәге культураларҙы ултыртырға мөмкин:
Кәңәш! Сельдерейҙың сортын һайлағанда, тәү сиратта уның өлгөрөү срогына иғтибар итегеҙ. Был тамыраҙыҡтың иң яҡшы өлгөрөү срогы – 130–160 көн (иң күбендә 180 көн). Юғиһә, уңыш алыуҙан мәхрүм ҡалыуығыҙ бар йә иһә ул өлгөрөп етмәйәсәк.
Татлы һуған (порей һуғаны).
Әйткәндәй! Әгәр һеҙ был төр һуғанды үҫтереп ҡарамаған булһағыҙ, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк! Сөнки татлы һуған башлы һуғанға ҡарағанда күпкә йомшағыраҡ тәмгә эйә, ул һеҙҙең аш-һыуығыҙға үҙенсәлекле хуш еҫ өҫтәйәсәк. Ә уның файҙаһы тураһында һөйләп тораһы ла юҡ!
Эксибишен сортлы башлы һуған.
Уның ғәҙәти башлы һуғандан айырмаһы ниҙә?
Тағы ла орлоҡтарын үрсетмәгә сәсергә кәрәк.
Элиталы картуф орлоғон мартта үрсетмәгә сәсергә кәңәш ителә. Ләкин һеҙҙең түҙемлегегеҙ етмәй һәм үрсетмәләрҙе өҫтәмә яҡтылыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар икән, февраль аҙағында ла сәсергә мөмкин.
Әйткәндәй! Ғөмүмән, помидорҙы март башында сәсеү яҡшыраҡ, ләкин индетерминант сорттарын февралдең һуңғы көндәрендә лә сәсергә була.
Ай календары буйынса 2020 йылдың февралендә баҡса культураларын сәсеү өсөн түбәндәге көндәр иң ҡулайлыһы булып тора:
борос һәм баклажан – 1–3, 14–20, 28, 29;
помидор – 6–8, 14–20, 28, 29;
картуф орлоғо – 14–16, 18–20, 28, 29;
баҡса еләге орлоғо – 27, 31.
Шул уҡ ваҡытта имен булмаған көндәр ҙә бар.
Ай календары буйынса 2020 йылдың февралендә йәшелсә сәсеү өсөн түбәндәге даталар имен булмаған көндәр булып тора (ай тулған һәм ай башланған көндәр, шулай уҡ Ай Һыуғоярға тура килгән осор):
9, 21–22, 23 (бөтә культуралар өсөн дә).
Ошолай итеп, хөрмәтле баҡсасылар, февраль –ҡышҡы һүлпәнлектән сығып, кәм тигәндә, орлоҡ һайлай һәм һатып ала, ә ай аҙағына табан үрсетмәләр ултырта башлау осоро.