Ҡыйғы районы территорияһы төлкөләр араһында ҡотороу сире таралған тәбиғи сығанаҡ эсенә инә. Йыл һайын беҙҙә ҡотороу буйынса эпидемик һәм эпизоотик хәл үтә лә ҡатмарлы.
Сирләүсе хайуан һаҡлыҡ тураһында онота һәм маниакаль ныҡышмалылыҡ менән тауыш сығанаҡтарына, йәғни ауылдарға килергә тырыша. Йорт хайуаны теләһә ниндәй сир менән ауырып киткән осраҡта кисекмәҫтән ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡотороу сиренең тәүге билдәләре:
Хайуандың тәбиғи булмаған ҡылығы, туҡтауһыҙ йүгерергә ынтылыуы. Уның башы һәм ҡойроғо түбән төшкән, яңағы, теле һалынған була, һеләгәйе аға. Бындай хайуанды күргәс, ҡурҡытырға теләп, ҡулдарығыҙҙы һелтәргә, ҡысҡырырға ярамай. Бының кире эффект биреүе мөмкин – йәнлек тауышҡа бороласаҡ һәм һеҙгә ташланасаҡ.
Әгәр һеҙҙең йорт хайуаны ниндәйҙер кешене тешләһә, һеҙ зыян күреүсегә үҙ адресығыҙҙы әйтергә, ә хайуанды ветеринарға күрһәтергә бурыслы.
Ҡотороу сире тешләгән йә иһә ауырыу хайуандың һеләгәйе яралы тәнгә эләккән осраҡта йоға.
Әгәр һеҙҙе эт йә иһә башҡа хайуан тешләһә:
кисекмәҫтән яраны һабынлы һыу менән йыуығыҙ; стериль бинт менән бәйләп, кисекмәҫтән травматология кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда һеҙгә антирабик прививкалар курсын тәғәйенләйәсәктәр. Билдәләнгән дауаланыу курсынан баш тартырға, уны үҙ белдегегеҙ менән туҡтатырға ярамай, бының фажиғә менән тамамланыуы ихтимал.
Ҡотороу – йоғошло сир. Ул ҡырағай һәм йорт хайуандары, шулай уҡ кеше өсөн үтә лә хәүефле. Үҙәк нервы системаһын етди зарарлап, 100% осраҡта үлем менән тамамлана.
Кешене тешләгән, ләкин сирле булыуы асыҡланмаған хайуанды үлтерергә ярамай. Уны айырым бикләргә һәм ветеринария табибын саҡырырға кәрәк. 10 көн күҙәтеп, сир билдәләре асыҡланмаһа, ветеринар табип хайуандың һау-сәләмәт булыуы тураһында белешмә бирә. Ә тешләнгән кешегә тәғәйенләнгән антирабик прививкалар курсы туҡтатыла.
Эт һәм бесәй аҫраусылар ошо ҡағиҙәләрҙе үтәргә бурыслы:
Хайуан йәшәү урыны буйынса теркәлгән булырға, уға ҡотороуға ҡаршы прививка яһалырға тейеш. Сиргә ҡаршы иммунитет прививка яһалғандан һуң 4 аҙна үткәс кенә барлыҡҡа килә һәм 1 йылғаса һаҡлана. Ҡотороуға ҡаршы прививканы йыл һайын яһатырға кәрәк! Эт һәм бесәйҙәрҙең кәм тигәндә 80–90 процентына прививка яһалыуы мөһим.
Ихатала, ауыл эсендә ҡырағай хайуан йөрөүен күрһәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙе хәүефтән һаҡларға тырышығыҙ. Һәр ошондай осраҡ тураһында райондың ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итеү мотлаҡ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға ниндәйҙер хайуан аҙ ғына тешләгән (тырнаған һ.б.) осраҡта ла был турала өлкәндәргә хәбәр итергә кәрәклеген аңлатығыҙ.
Йорт хайуандарының ҡотороу менән ауырыуын киҫәтеүҙең берҙән-бер сараһы – антирабик прививкалар, уларҙың һөҙөмтәлелеге мөрәжәғәт итеү срогына бәйле. Был прививкалар бушлай яһала. Һәр кисектерелгән көн ҙур хәүеф тыуҙыра.
Ҡыйғы ветеринария станцияһының белешмәләр хеҙмәте телефоны: 3-04-01; 8-963-236-70-58.
Райондың барлыҡ халҡының профилактик эштә ҡатнашыуы, хайуандарҙы аҫрау ҡағиҙәләрен үтәүе ҡотороу кеүек ҡурҡыныс сиргә ҡаршы көрәштә уңыш нигеҙе булып тора.
Ҡыйғы район ветеринария станцияһының
эпизоотияға ҡаршы отряды начальнигы.